Кеше һөлдәһе һөйәктәре
Кеше һөлдәһе 206 һөйәктән тора.
Йәйә эсендә уларҙың урыҫса һәм латинса исемдәре бирелгән, икенсе йәйәләге цифрҙар бер төрлө һөйәктәр һанын күрһәтә.
Баш һөйәктәре
үҙгәртергәБаш һөйәктәре (Череп человека, cranium) 29 һөйәктән тора.
- Мейе бүлеге (8 һөйәк):
- Маңлай һөйәге (лобная кость, os frontale);
- Түбә һөйәге (теменная кость, os parietale) (2);
- Соңҡа һөйәге (затылочная кость, os occipitale);
- Шына һөйәк (клиновидная кость, os sphenoidale);
- Сикә һөйәге (височная кость, os temporale) (2);
- Рәшәткәле һөйәк (решётчатая кость, os ethmoidale).
- Бит бүлеге (15 һөйәк):
- Өҫкө яңаҡ (верхняя челюсть, maxilla) (2);
- Аңҡау һөйәге (нёбная кость, os palatinum) (2);
- Төрән һөйәге (сошник, vomer);
- Бит һөйәге (скуловая кость, os zygomaticum) (2);
- Танау һөйәге (носовая кость, os nasale) (2);
- Күҙ йәше һөйәге (слёзная кость, os lacrimale) (2);
- Аҫҡы танау ҡабырсағы (нижняя носовая раковина, concha nasalis inferior) (2);
- Аҫҡы яңаҡ (нижняя челюсть, mandibula);
- Тел аҫы һөйәге (подъязычная кость, os hyoideum).
Урта ҡолаҡ һөйәктәре (3×2):
- Сүкеш һөйәк (молоточек, malleus) (2);
- Һандал һөйәк (наковальня, incus) (2);
- Өҙәңге һөйәк (стремя, stapes) (2).
Кәүҙә һөйәктәре
үҙгәртергәУмыртҡа бағанаһы (позвоночный столб, columna vertebralis) 32—34 умыртҡанан тора:
- Муйын умыртҡалары (шейные позвонки, vertebrae cervicales, 7), шул иҫәптән Атлант атлант (atlas) һәм эпистрофей (эпистрофей00 (axis);
- Күкрәк умыртҡалары (грудные позвонки, vertebrae thoracicae, 12);
- Бил умыртҡалары (поясничные позвонки, vertebrae lumbalis, 5);
- Һигеҙгүҙ һөйәге умыртҡалары (крестцовые позвонки, vertebrae sacralis, 5) Һигеҙгүҙ һөйәкке ҡушылған (крестец, os sacrum);
- Ҡоймос умыртҡалары (копчиковые позвонки, vertebrae coccygae, 3-5) ҡоймосҡа ҡушылған (копчик, os coccygis).
Күкрәк ситлеге (Грудная клетка, compages thoracis) 37 һөйәктән тора (шуларҙың 12-һе умыртҡа һөйәге булып та иҫәпләнә):
- Ҡабырға (ребро, costae) (12×2);
- Күкрәк һөйәге (грудина, sternum).
Өҫкө ослоҡ һөйәктәре
үҙгәртергәҠулбаш билбауы (пояс верхней конечности, cingulum membri superioris) (2×2):
- ҡалаҡ һөйәк (лопатка, scapula) (2);
- умрау һөйәк (ключица, clavicula) (2).
Өҫкө ослоҡтөң буш өлөшө (свободная часть верхней конечности, pars libera membri superioris) (3×2)
Яурын (плечо, brachium) :
- Ҡулбаш һөйәге (Плечевая кость, humerus) (2).
Ҡушар һөйәк (предплечье, anterbrachium):
- терһәк һөйәге (локтевая кость, ulna) (2);
- терһәк ҡушар һөйәге (лучевая кость, radius) (2).
Ҡул суғы (кисть, manus) (27×2).
- Беләҙек (Запястье, carpus) (8×2):
- ҡайыҡ һөйәге (ладьевидная кость, os scaphoideum) (2);
- ярым ай һөйәк (полулунная кость, os lunatum) (2);
- өс ҡырлы һөйәк (трёхгранная кость, os triquetrum) (2);
- борсаҡ кеүек һөйәк (гороховидная кость, os pisiforme) (2);
- трапеция-һөйәк (кость-трапеция, os trapezium) (2);
- трапеция кеүек һөйәк (трапециевидная кость, os trapezoideum) (2);
- сурайған һөйәк (головчатая кость, os capitatum) (2);
- ырғаҡ һөйәк (крючковидная кость, os hamatum) (2).
- Ус төбө (пясть, metacarpus):
- Ус һөйәктәре (пястные кости, ossa metacarpi) (5×2).
- Бармаҡ һөйәктәре (ossa digitorum) (14×2) — һәр ҡулда 5-әр бармаҡ, баш бармаҡта- 2 фаланга(I) , һәр бармаҡта 3-әр фаланга : (баш бармаҡ, большой палец, I (pollex); һуҡ бармаҡ указательный палец, II (index); урта бармаҡ средний палец, III (digitus medius); сығанаҡ бармаҡ безымянный палец, IV (digitus anultaris); сәтәкәй бармаҡ мизинец, V (digitus minimus)).
- проксималь фаланга (phalanx proximalis) (5×2);
- урта фаланга (phalanx media) (4×2);
- дисталь фаланга (phalanx distalis) (5×2).
Аҫҡы ослоҡ һөйәктәре
үҙгәртергәЯнбаш билбауы (Пояс нижней конечности, cingulum membri inferioris)
- Янбаш һөйәге (тазовая кость, os coxae) (2):
- бағым һөйәге (подвздошная кость, os ilium) (2);
- ултырыш һөйәге (седалищная кость, os ischii) (2);
- түмһәкәй һөйәге (лобковая кость, os pubis) (2).
Аҫҡы ослоҡтөң буш өлөшө (свободная часть нижней конечности, pars libera membri inferioris) (30×2)
Саңдыр (бедро, femur):
- бот һөйәге (бедренная кость, femur) (2);
- тубыҡ ҡапҡасы (надколенник, patella) (2).
Сираҡ (голень, crus):
- сираҡ һөйәге (большеберцовая кость, tibia) (2);
- сираҡ ҡушар һөйәге (малоберцовая кость, fibula) (2).
Табан (стопа, pes, pedis) (26×2)
- ҡушарбаш һөйәктәре (предплюсна, tarsus) (7×2):
- үксә һөйәге (пяточная кость, calcaneus) (2);
- шайтан ашығы (таранная кость, talus) (2);
- ҡайыҡ һөйәк (ладьевидная кость, os naviculare) (2);
- медиаль шына һөйәк (медиальная клиновидная кость, os cuneiforme mediale) (2);
- аралыҡтағы шына һөйәк (промежуточная клиновидная кость, os cuneiforme intermedium) (2);
- латераль шына һөйәк (латеральная клиновидная кость, os cuneiforme laterale) (2);
- шаҡмаҡ һөйәк (кубовидная кость, os cuboideum) (2).
- Табан (плюсна, metatarsus):
- ашыҡ һөйәктәре (плюсневые кости, ossa metatarsi) (5×2).
- Бармаҡ һөйәктәре (ossa digitorum) (14×2) — һәр табанда 5-әр бармаҡ, ике фалангаһы булған баш бармаҡтан (I) (hallux) башҡа, һәр бармаҡта 3-әр фаланга:
- проксималь фаланга (phalanx proximalis) (5×2);
- урта фаланга (phalanx media) (4×2);
- дисталь фаланга (phalanx distalis) (5×2).