Күкрәк ситлеге

йәшәү өсөн мөһим органдарҙы һәм төп ҡан тамырҙарын һаҡлаусы һөйәк төҙөлөшө (структураһы)

Күкрәк ситлеге, күкрәк (лат. Thorax) — кәүҙә өлөштәренең береһе. Күкрәк һөйәге, 12 пар ҡабырға, умыртҡа һөйәгенең күкрәк бүлеге, шулай уҡ мускулдар менән барлыҡҡа килә. Күкрәк ситлегендә күкрәк ҡыуышлығы (Cavum thoracis), шулай уҡ диафрагманың бөгөлөүе арҡаһында ҡорһаҡ ҡыуышлығының өҫкө өлөшө бар. Күкрәк ситлегендә эстән һәм тыштан нығытылған тын алыу мускулатураһы ҡоро ерҙәге умыртҡалыларҙың тын алыуын тәьмин итә.

Кешенең күкрәк ситлеге һөйәктәре

Күкрәк ситлеге формаһы буйынса конус булып тора. Өҫкө һәм аҫҡы ике тишеге (апертура) бар. Өҫкө тишеге арттан I күкрәк умыртҡаһы кәүҙәһе менән сикләнгән, ҡабырғалары менән беренсе ҡабырсаҡтар, алғы яғында күкрәк тотҡаһы менән сикләнгән. Уның аша муйын өлкәһенә үпкә осо сыға, шулай уҡ ҡыҙыл үңәс, трахея, ҡан тамырҙары һәм нервылар үтә. Түбәнге тишеге өҫкөһенән ҙурыраҡ, ул XII күкрәк умыртҡаһы, XI һәм XII ҡабырғалары һәм ҡабырсаҡ дуғалары, ҡылыс һымаҡ үҫенте менән сикләнгән һәм диафрагма менән ҡапланған.

Кешенең күкрәк ситлеге бер аҙ ҡыҫылған, уның артҡы-алғы өлөшө арҡырынан күпкә бәләкәйерәк. Күкрәк ситлегенең формаһы енескә, кәүҙә төҙөлөшөнә, физик үҫешкә һәм йәшкә бәйле.

Күкрәк ситлегенең төрҙәре

үҙгәртергә

Күкрәк ситлеге формаһына ҡарап айырыла:

  • Нормостеник күкрәк ситлеге — киҫелгән конус формаһы менән характерлана, умрау һөйәгенең өҫкө һәм аҫҡы соҡорҙары әҙ генә күренә.
  • Астеник күкрәк ситлеге — ҙур булмаған диаметрлы һәм оҙонса формалы, ә умрау һөйәгенең өҫкө һәм аҫҡы соҡорҙары ныҡ асыҡ күренә.
  • Гиперстеник күкрәк ситлеге — күкрәк бүлегенең яҡшы үҫешкән мускулатураһына эйә, формаһы буйынса цилиндрға оҡшаған, алғы-артҡы һәм ҡабырға торошоноң диаметры бер төрлө тиерлек.

Күкрәк ситлеге быуындары

үҙгәртергә

Ҡабырғалары артҡы остары менән тән һәм күкрәк умыртҡаларының арҡыры үҫентеләре менән ҡабырға-умыртҡа быуындары (articulationes costovertebrales) ярҙамында хәрәкәтсән тоташҡан, алғы остары менән күкрәк-ҡабырға быуындары ярҙамында күкрәк менән тоташҡан (articulatione sternocostales).

Күкрәк ситлегенең эстәлеге

үҙгәртергә

Күкрәк ҡыуышлығы (лат. Cavum thoracis) — күкрәк ситлегенең эске йөҙө һәм диафрагманың өҫкө йөҙө менән сикләнгән анатомик арауыҡ. Күкрәк ҡыуышлығы стеналарын күкрәк эсе фасцияһы (лат. fascia endothoracica) ҡаплай. Күкрәк ҡыуышлығының үҙәк бүлектәрен күкрәк уртаһы (mediastinum) бүлектәре биләй, уның ҡабырғаларында үпкәләр урынлашҡан. Үпкә бөтә яҡтан висцераль (эске) һәм париеталь (тышҡы) плевра япраҡтарынан торған ярыҡ рәүешендәге плевра ҡыуышлыҡтары менән уратып алынған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә