Кеше хоҡуҡтары көнө
Кеше хоҡуҡтары көнө (БМО-ның рәсми телдәрендә: ингл. Human Rights Day, исп. Día de los Derechos del Hombre, франц. la Journée des droits de l'homme) — БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тәҡдиме буйынса (423-сө (V) Резолюция) 1950 йылдан башлап, йыл һайын 10 декабрҙә билдәләнә. 1948 йылда ошо көндә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә.
Генераль Ассамблея резолюцияһында барлыҡ дәүләттәргә йыл һайын Кеше хоҡуҡтары көнөн байрам итеү тураһында докладтар ебәрергә тәҡдим итә. Кеше хоҡуҡтары көнөн байрам итеүҙе көйләүҙә Кеше хоҡуҡтары буйынса Юғары комиссар мөһим роль уйнай.
СССР-ҙа, 1977 йылдан алып, Кеше хоҡуҡтары көнөндә Мәскәүҙә Пушкин майҙанында «Өнһөҙлөк митингыһы» үткәрәләр.
Рәсәйҙә был көндә рәсми һәм рәсми булмаған төрлө саралар үткәрелә. 2001 йылда Андрей Сахаров исемендәге «За журналистику как поступок» премиһы булдырыла. Премия Рәсәй журналистарына Кеше хоҡуҡтары көнөндә 10 декабрҙә тапшырыла.
2009 йылдың 10 декабрендә демократик хәрәкәт вәкилдәре Пушкин майҙанында тағы ла «Өнһөҙ митинг» үткәрә. Шулай итеп, улар, Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтары ҡабаттан һәр ерҙә һәм тупаҫ боҙола тип иҫәпләп, совет диссиденттарының йолаларын тергеҙергә ҡарар итә.
КАР-ҙа Кеше хоҡуҡтары көнө милли байрам булараҡ 21 мартта — 1960 йылда Шарпевилдәге атып үлтереш тураһында иҫтәлек итеп Раса дискриминацияһын бөтөрөү өсөн халыҡ-ара көрәш көнөндә үткәрелә.
Кирибатиҙа Кеше хоҡуҡтары көнө ял тип иғлан ителгән.
2013 йылдың 10 декабрендә Кеше хоҡуҡтары өсөн халыҡ-ара федерация (FIDH) менән «Яҙ» хоҡуҡ үҙәге «Беларустә һәр урында хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу һәм мәжбүри хеҙмәт» темаһы буйынса 80 битлек ентекле отчет тәҡдим итә[1].
Көн темаһы
үҙгәртергәЙыл һайын БМО Кеше хоҡуҡтары көнөнөң төп темаһын билдәләй[2]:
- 2004 йыл — «Кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге белем»
- 2005 йыл — «Язалауҙар һәм уларға ҡаршы глобаль көрәш тураһында»
- 2006 йыл — «Ярлылыҡ менән көрәшеү бурыс, ә мәрхәмәтлек түгел»
- 2007 йыл — «Барыбыҙ өсөн дә кешелек дәрәжәһе һәм ғәҙеллек»
- 2008 йыл — «Кеше хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итеүҙең 60 йыллығы»
- 2009 йыл — «Төрлөлөктөн һаҡлау — дискриминацияны бөтөрөү»
- 2010 йыл — «Өндәшмәй ҡалма… дискриминацияға юҡ тип әйт!»
- 2011 йыл — «Уртаҡ байрамыбыҙҙы — Кеше хоҡуҡтары көнөн хуплағыҙ!»
- 2012 йыл — «Һеҙҙең тауышығыҙ ишетелһен!»
- 2013 йыл — «Һеҙҙең хоҡуҡтар өсөн 20 йыл көрәш!»
- 2014 йыл — «Кеше хоҡуҡтары — йылына 365 көн»
- 2015 йыл — «Беҙҙең хоҡуҡтар, азатлыҡ һәр ваҡыт»
- 2016 йыл — «Бөгөн кемдеңдер хоҡуғ өсөн көрәш!»
- 2017 һәм 2018 йылдар — «Тигеҙлек, ғәҙеллек һәм кешелек дәрәжәһен яҡлау өсөн сығыш яһайыҡ»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Беларусь. Повсеместные нарушения трудовых прав и принудительный труд в Беларуси . FIDH (10 декабрь 2013). Дата обращения: 22 февраль 2015.
- ↑ День прав человека: Основные сведения
Һылтанмалар
үҙгәртергә- un.org/en/events/humanri… — Дня прав человека рәсми сайты
- Резолюция Генеральной Ассамблеи № 423 (V)
- Темы Дня прав человека на сайте ООН
- Сведения о Дне прав человека в СССР 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
- Международный День прав человека-2005 в России
- Положение о премии «За журналистику как поступок» за 2006 год
- Молчаливый митинг на Пушкинской (видео) 10.12.2009 г.
- День прав человека в ЮАР
- Kiribati (англ.)
- Vice Chancellor Sangam University Bhilwara Speaks on Human Rights Day at JMA Pilani Rajasthan