Кесе Киҫегәс (күл, Сосновка районы)

Силәбе өлкәһе

Кесе Киҫегәс - рус. Малый Кисегач - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш һәм Сосновка райондары сиктәрендә урынлашҡан.

Кесе Киҫегәс
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Киҫегәс күле - panoramio

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһендә Киҫегәс атамалы бер нисә күл бар (ҡара - Оло Киҫегәс). «Киҫегәс» — күлдең хәҙерге атамаһы. Иҫәт провинцияһының 1742 йылғы ландкартаһында рус. Кисега тип күрһәтелгән, академик Паллас П. С. күлде Кисегаташ тип атаған, «Ырымбур губернаһы» тигән географик очеркында Д. Н. Соколов күлде Кисъ-Агачъ тип яҙа.

Силәбе өлкәһенән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса "киҫеү" һүҙе менән бәйләй: рус. Кисягач, Кидагач, Косе-Гач, Кис-Агач, Кисегаташ. Атаманы ике һүҙгә: «киҫеү» һәм «ағас» һүҙгә бәйләп ҡуялар. 1742 ландкартала яҙылған Кисега атамаһы киҫек — урыҫса «резко, неожиданно, обрублено, обрезано» тигәнде белдерә тип аңлата Н.И. Шувалов. Киҫегес иң тәүге топоним булып торғандыр. Күлдең ярҙары һәм төбө, ысынлап та, ҡапыл борола, үҙгәрә, ә Кисегаташ — «обрывистый камень», тип дауам итә топонимсы. Ҡаялы ярҙары ҡапыл ғына киҫелеп, тәрән һыу ятҡылығы хасил була[2].

Географияһы

үҙгәртергә

Силәбегә тиклем – 40 км, Екатеринбургҡа – 260 км.Координаттары: 55°22′54″N 61°6′26″E

Күл ярында ике тораҡ пункт урынлашҡан: Әбдер ауылы һәм Киҫегәс ҡасабаһы.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Кесе Киҫегәс төньяҡтан көньяҡҡа 3000 метрға, көнбайыштан көнсығышҡа 2500 метрға һуҙылған. Максималь тәрәнлеге – 220 см. Боҙ ҡалынлығы ҡышҡы осорҙа 0,5 м тәшкил итә. Тигеҙлектәге күл — бәләкәй һәм тәрән түгел. Үҙенең килеп сығышы буйынса котлован төркөмдәренә ҡарай. Ярҙары һөҙәк, һаҙлыҡлы. Ярының бер өлөшө ҡамышлы. Ярының айырым участкалары тәбиғи һәм ултыртылған урмандар менән уратып алынған. Ҡайһы бер урындарында һыу буйына сығыу ҡатмарлы - һаҙмырт. Бәләкәй ҡултыҡтарын Һыу үҫемлектәре биләй, ҡыяҡлы ҡамыш баҫҡан, ул күлдең төпкөлөнә 75 метрға тиклем үтеп инә. Төбөндә ләм ултырмалары өҫтөнлөк итә.

Балыҡ тотоу йыл әйләнәһенә рөхсәт ителгән. Күлдә сабаҡ, табан, гольян, алабуға, ротан тереклек итә.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Киснгач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Малый Кисегач// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә