Кейәү (мәғәнәләр) Кейәү һүҙе ошондай мәғәнәләрҙә ҡулланыла:

  • Кейәү - өйләнеп йөрөгән егет. Кейәү егет
  • Кейәү- ир кәләшенә ҡарата уға өйләнгәндең тәүге йылдарында
  • Кейәү- ҡыҙ йәки һеңле тейеш ҡатын-ҡыҙҙың ире ғаиләнең өлкән ағзаларына ҡарата
Кейәү

Биологияла

үҙгәртергә
  • Кейәү үләне - (рус. Тимья́н ползу́чий, Чабре́ц, Чабре́ц обыкновенный, Богоро́дская трава́, лат. Thýmus serpýllum) — баллыбабай һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ хуш еҫле үлән үҫемлек, бейеклеге 5-15 см тирәһе.

Был һүҙ менән топонимдар

үҙгәртергә

Әйтем-мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Кейәү тиә-тиә күтәнем ергә тейә
  • Кейәү кергәнсе ҡыҙың һаҡла, кейәү кергәс - өйөң һаҡла
  • Килен ҡәйнә буҫағаһынан, кейәү ҡайны буҫағаһынан
  • Үсексән кейәү теш һыҙлағандан яман булыр
  • Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан

Һүҙбәйләнештәр, унан яһалған һүҙҙәр

үҙгәртергә
  • Кейәүләү - туйҙан һуң оҙатып алып ҡайтҡанса кәләш янына барып йөрөү.
    • Кейәү ҡамсыһы - ҡыҙҙы кейәүләп барғанда егеттең ҡулында була торған ҡамсы.
  • Кейәү туҫтағы - туйҙа кейәү егеткә ҡыҙҙың еңгәләре тоттороп бүләк ала торған туҫтаҡ.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 487-се бит