КейәүөйгәнБелорет районында урынлашҡан тау. Елмәрҙәк һыртында урынлашҡан түбә. Бейеклеге 909 м. Бирйәндән ҡала (921 м.)икенсе урында. Елмәрҙәктең икенсе бейек түбәһе. Ноҡат ауылынан 7 км йырыҡлыҡта,көньяҡ көнбайышта урынлашҡан.

Елмерҙәк тауы. Белорет юлынан күренеш

Тауҙа бесән эшләп ятҡан, яңы кәләш алған егет өс саҡрым түбәндә урынлашҡан йәүләүҙә йәшәгән кәләше эргәһенә көндә килеп йөрөгән. Килер алдынан көндә тауға таш күтәреп менеп бер ергә һала барған. Шулай итеп ҡорған барлыҡҡа килгән. Был Корған әлегә тиклем һаҡланған.

Халыҡ был егет хөрмәтенә тауға Кейәүөйгән таш тип исем биргән.