Квеври (керамик һауыт)

Кавказ аръяғындағы амфораны хәтерләткән, әммә тотҡаһыҙ керамик эшләнмә

Квеви (груз. ქვევრი) — Кавказ аръяғындағы амфораны хәтерләткән, әммә тотҡаһыҙ керамик эшләнмә изделие. Конус формаһында булған һәм шарап эшләгәндә ҡулланылған.

Квеври
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Ил  Грузия[1]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1]
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
Тасуирлау биттәре unesco.org/culture/ich/e…
ich.unesco.org/en/RL/008…
ich.unesco.org/fr/RL/008…
ich.unesco.org/es/RL/008…
 Квеври Викимилектә
Горинан алыҫ түгел квеври

Квеври төрлө ҙурлыҡта була — ғәҙәти кувшиндан алып бик ҙурына, бер нисә мең литрлығына, тиклем. Иң киң таралған квеври төрө 1-2 тонна һоҫла йөҙөм һуты сусло һыйҙырышлы. Айырыуса ҙур күләмле квеври ҡулланыуы менән Кахетия айырыла, унда 6-8 мең литр һыйҙырышлы һауыт-һаба күрергә мөмкин. Көнсығыш Грузиялағы Вардисубани ауылы квеври эшләүсе билдәле урын булып тора.

Әрмәнстанда карас тип аталған үҙенең бер квеври төрө булған. Шуға оҡшаған һауыттар шулай уҡ Боронғо Грецияла (пифос) һәм Урта Азияла (хум) [2] билдәле булған.

Тарихы үҙгәртергә

Грузияла табылған квеври тибындағы боронғо балсыҡ һауыт-һаба б. э. т. 6-5 меңйыллыҡҡа ҡараған: был бейеклеге 1,5 метрҙан артыҡ булмаған бәләкәй генә балсыҡ һауыт, төбө яҫы һәм киң ҡорһаҡлы. Бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән йомортҡа формаһындағы оҙонса квеври б. э. т. 3-2 меңйыллыҡта формалашҡан.

XX быуат башланғанға тиклем квеври Грузияла шарап эшләү һәм һаҡлау өсөн ҡулланылған берҙән-бер һауыт һаналған [3].

2011 йыл аҙағында квеври Грузияла милли әһәмиәткә эйә объекты тип танылған һәм илдәге мәҙәни мираҫтың материаль булмаған фондына ҡаратылғанв; шулай уҡ Грузия властары ЮНЕСКО-ға шарапты квевриҙа әҙерләү ысулын ЮНЕСКО-ның рухи булмаған мираҫы исемлегенә индереү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән[4][5] һәм 2013йылда унда индерелгән[6].

Ҡулланыу үҙгәртергә

Квевриҙы, ер ҡаҙып, муйынына тиклем ултырталар һәм уға йөҙөмдө, һалалар, йыш осраҡта — виноград тәлгәше, суғы менән бергә. Әүҙем әсеү ваҡытында шаршау углекислый газ тәьҫире аҫтында мезга кәпәсе кувшин тамағына горловина тиклем күтәрелә, ә әсеү тамамланып, газ тышҡа сыҡҡанда, ул төпкә ултыра, һәм квевриҙы яҙға тиклем томалайҙар. Мәҫәлән, марани шарабы һалынған квеври һаҡланған бүлмәләрҙә, шарап өлгөрә һәм мезгала (йәғни тыш, һөйәксектәре һәм суҡ-ботаҡтары) нисә ай төнәтелә. Яҙ көнө кувшинды асалар, шарап ултырмаһын һоҫалар һәм эсә башлайҙар.

Һүрәтләнгән алым кахетинГрузияның был шарап ҡулланылған көнсығыш өлкәһе буйынса исемен алған. Ҡайһы берҙә шарапты квеври менән бергә ташыйҙар, бындай саҡта махсус арба ҡулланылған.

Квеври— күҙәнәкле һауыт булғанлыҡтан, даими гигиенаға өлгәшеү сиктән тыш ауыр, (ә скептиктар иҫәпләүенсә, ғөмүмән, мөмкин түгел). Балсыҡтың күҙәнәктәрендә микрофлора барлыҡҡа килә һәм, уның таралыуын сикләү маҡсатында, квевриҙы балауыҙ менән таҙарталар һәм эшкәртәләр, әммә балауыҙ нейтраль түгел. Температура режимы менән проблема бар: ергә күмеп ҡуйылған квеври, әсеү ваҡытында  йылына, һәм баҙ температураһы йыш ҡына һауыттарҙы һыуыта алмай, ә әсеүсе йөҙөм һутының артыҡ йылыныуы кәм тигәндә шарапта иң тупаҫ еҫ аромат барлыҡҡа килтерерлек.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity, Liste représentative du patrimoine culturel immatériel de l’humanité, Lista Representativa del Patrimonio Cultural Inmaterial de la Humanidad (ингл.)
  2. Пифос. Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. Дата обращения: 29 ноябрь 2013.
  3. Dr. David Chichua. Вино, сделанное в Квеври – история, описание, анализ. kvevri.com. Дата обращения: 29 ноябрь 2013. Архивировано 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  4. Грузия хочет внести в список культурного наследия ЮНЕСКО национальный способ виноделия. Голос России (8 ноябрь 2013). Дата обращения: 29 ноябрь 2013. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  5. «Квеври» стал частью культурного наследия Грузии. Алкоголь.Су - информационный алкогольный портал (13 февраль 2012). Дата обращения: 29 ноябрь 2013.
  6. Ancient Georgian traditional Qvevri wine-making method. UNESCO. Дата обращения: 5 декабрь 2013.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Карас

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Georgia-stub