Касьянов тораһы

Археологик ҡомартҡы

Касьянов тораһы (рус. Касьяновская стоянка — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы б.э.т. VII—VI быуаттарға ҡараған Ҡормантау мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1].

Касьянов тораһы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Башҡортостан Республикаhы һәм Ғафури районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Касьянов тораһы — Ҡормантау мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡормантау ауылы эргәһендә урынлашҡан. Бында б.э.т. VII—VI быуат элек Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә кешеләр йәшәгән.

Майҙаны 13 мең м² тәшкил итә, 800 м² ҡаҙып тикшерелгән.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Яҡынса 70 м² майҙанлы, уртаһында усағы булған тура мөйөшлө ер өҫтө торлағы табылған. Шулай уҡ дренаж канауы, 3 усаҡ, 10 хужалыҡ соҡоро асыҡланғанған.

Йомро ҡорһаҡлы, түңәрәк төплө һауыттарҙан ҡаҙып сығарылған. Улар ромбтар, осло һырҙар, ваҡ ҡына соҡорло биҙәктәр, кәкерсәктәр, бау эҙе менән биҙәлгән. Табылған әйберҙәр араһында — баҡыр тәңкә, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡтар, сулпылар, беҙ, таштан яһалған ҡойоу формаһы, бысаҡ пластиналары, бысаҡтар, нуклеустар, ватҡыс сүкештәр, ярғыстар, ҡырғыстар, һөйәк йөҙҙәр, тишкестәр, беҙҙәр, балсыҡ тигель ярсыҡтары, хайуан һөйәктәре.

Табылған әйберҙәр бында йәшәгән халыҡтың малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәнен, шулай һунар итеүҙәрен күрһәтә. Башлыса һыйыр малы, сусҡа һәм йылҡы үрсеткәндәр; ҡабанға, ҡоралайға, мышыға һунар иткәндәр.

Касьянов тораһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[2]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[3]..

Асыш яһаусылар

үҙгәртергә

Касьянов тораһы 1928 йылда М. И. Касьянов тарафынан асыла. Ул урындағы газеталарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә табыштары тураһында ҡайһы бер мәҡәләләр баҫтыра, шулай уҡ 1935 йылда Башҡортостандың билдәле археология һәйкәлдәре картотекаһына ингән 16 битлек (76 объект тасуирламаһы) археология һәйкәлдәре исемлеген әҙерләй[4]

1953—54 йылдарҙа тораны А. В. Збруева етәкселегендә СССР Фәндәр Академияһының Археология институты экспедицияһы өйрәнә, 1975—77 йылдарҙа БДУ, ТТӘИ һәм Куйбышев педагогия институтының берлектәге экспедицияһы (етәкселәре И. Б. Васильев, В. А. Иванов, М. Ф. Обыдённов) тикшерә[5]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Васильев И. Б., Иванов В. А., Обыдённов М. Ф. Итоги исследований стоянки им. М. И. Касьянова в Гафурийском районе БАССР //Бронзовый век Южного Приуралья. Уфа, 1985
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Збруева А. В., Тихонов Б. Г. Памятники эпохи бронзы в Башкирии //Древности Башкирии. М., 1970
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә