Карташов Николай Иванович
Карташов Николай Иванович (5 октябрь 1867 йыл, Новочеркасск — 24 апрель 1943 йыл, Томск) — ғалим-инженер. Сталин премияһы лауреаты. Профессор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. 1911 йылдың 8 июненән 1916 йылдың 27 июненә тиклем Томск технология институтының директоры (ректоры) була.
Николай Иванович Карташов | ||||||||||||||
Файл:Карташев Н. И.jpg | ||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вафат көнө | ||||||||||||||
Ғилми даирәһе | ||||||||||||||
Эшләгән урыны |
Томский технологический институт, Томский электромеханический институт инженеров железнодорожного транспорта | |||||||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||||||
Биографияһы
үҙгәртергә1867 йылдың 5 октябрендә Новочеркасск ҡалаһында казак офицер-артиллерисы ғаиләһендә тыуған.
Харьков технология институтының механика бүлеген тамамлағандан һуң (1891), Новочеркасск тимер юлында эшләй.
1893 йылдан — төҙөлөп ятҡан Себер тимер юл магистраленең тартыу участкаһы начальнигы, һуңынан Уссурийск тимер юл тармағының баш оҫтаханалары менән мөдирлек итә.
1899 йылда эштән китә һәм сит илгә командировкаға сыға, ике йыл паровоз эшен өйрәнә. 1902 йылдан Томск технология институтында уҡыта. Магистр (1903), «Паровоздарҙы тәжрибә тикшереү» диссертацияһы — был һөнәр теорияһы буйынса донъяла тәүге эш. Теоретик механика һәм машиналар эшләү кафедраһы профессоры (1903).
1906—1909 йылдарҙа — механика бүлеге деканы, 1911 йылдан 1916 йылға тиклем — Томск технология институты директоры.
Оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була, Көньяҡ зыяратта ерләнә[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Изабелла Викентьевна (ҡыҙ фамилияһы Баранович) (30.10.1875-1944).[3].
- Улы — Карташов Иван Николаевич[4] (08.08.1900 г., Новочеркаскиҙа — 26.02.1977) — инженер-механик, профессор[5].
- Улы — Карташов Константин Николаевич (21.05.1902 — 29.01.1979) — совет ғалимы, атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре[6], СССР архитектура һәм гражданлыҡ төҙөлөшө академияһы академигы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты[7].
- Ҡыҙы — Надежда Николаевна (кейәүҙә Ферри исеме; 1907—1998), беренсе ире — генетик Л. В. Ферри (1906—1944), ҡыҙы Татьяна (1935) — ғалим-биотехнолог, икенсе ире — Нуварьев Валентин Спиридонович (1895—1952) — ғалим-геодезист, математик.[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- да Парижда Үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Рәсәй экспозицияһын әҙерләүҙәге тырышлығы өсөн «Оффициер д’académie» (Франция) ордены[8] (1900 йыл)
- «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» исеме, 1929 йыл
- Ленин ордены, 1936 йыл
- «Почётлы тимер юлсы» билдәһе, 1937 йыл
- «Почет билдәһе» ордены, 1939 йыл
- Себерҙә беренсе Сталин премияһы лауреаты (1941, 6 томлыҡ «Паровоздар курсы» хеҙмәте өсөн)
Баҫмалары
үҙгәртергә- 1902 г. — «Опытные исследования паровозов» (Харьков).
- 1904 г. — «Конструкции паровозов. Детали паровозов» (Томск).
- 1914 г. — «Паровозные парораспределительные механизмы. Золотники и кулисы» (С-Петербург).
- 1925 г. — «Угли Черемховского каменноугольного бассейна и их испытание в 1924 г.» (Иркутск).
- 1935 г. — «Лекция в высшей технической школе и организация умственного труда» (Томск).
- 1936 г. — «Тяжеловесные поезда».
- 1937 г. — «История развития конструкции паровоза». ОНТИ
- 1941 г. — «Курс паровозов» Ч — I—II. (Москва).
(барлығы 130-ҙан ашыу эш)
Хәтер
үҙгәртергә1944 йылда Томск ҡала Советы ҡарары менән Томскиҙағы] Баҡса урамы Карташов урамы тип үҙгәртелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Карташов, Николай Иванович // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 144. — 440 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
- Четвергов, В. А., Михеев, В. П. Первая диссертация по исследованию паровозов в России: к 95-летию утверждения профессором Н. И. Карташова // Томский политехник. — 1999. — В. 5. — С. 34—38.
- Т. Л. Мирютова «Николай Иванович Карташов». В сборнике «Старый Томск, Годовой отчёт», стр 18-20
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карташов Николай Иванович // https://www.biografija.ru/biography/kartashov-nikolaj-ivanovich.htm
- ↑ Похоронен Николай Иванович на Южном кладбище, близко от входа, примерно сразу за спиной памятника воину — освободителю
- ↑ 3,0 3,1 Надежда Николаевна Ферри (Карташова), 1907—1998.
- ↑ Карташов Иван Николаевич — Электронная энциклопедия ТПУ
- ↑ Карташов Николай Иванович (1867—1943 гг.), заслуженный деятель науки и техники РСФСР, доктор технических наук, профессор 2021 йыл 12 август архивланған. // Областное государственное казенное учреждение «Центр документации новейшей истории Томской области», Фонд № 5804
- ↑ Карташов Константин Николаевич — Электронная энциклопедия ТПУ
- ↑ Карташов Николай Иванович (1867—1943 гг.), заслуженный деятель науки и техники РСФСР, доктор технических наук, профессор 2021 йыл 12 август архивланған. // Областное государственное казенное учреждение «Центр документации новейшей истории Томской области», Фонд № 5804
- ↑ Сегодня Ordre des Palmes académiques
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://wiki.tpu.ru/wiki/%D0%9A%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B0%D1%88%D0%BE%D0%B2_%D0%9D%D0%B8%D0%BA%D0%BE%D0%BB%D0%B0%D0%B9_%D0%98%D0%B2%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87 Карташов Николай Иванович. Электронная энциклопедия ТПУ]
- К 140-летию со дня рождения профессора Н. И. Карташова
- Личный архив документов Н. И. Карташова // ЦДНИ ТО — Ф. 5804 — Оп. 1. — 35 ед.хр., 1891—1999 гг.