Карпов Владимир Порфирьевич
Карпов Владимир Порфириевич (1870—1943) — Рәсәй һәм СССР гистологы, эмбриолог, цитолог, Мәскәү университетының медицина факультеты деканы.
Карпов Владимир Порфирьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 28 март (9 апрель) 1870 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 14 июль 1943 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Һарытау, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тәржемәсе |
Эшмәкәрлек төрө | гистология, эмбриология һәм цитология[d] |
Эш урыны |
Мәскәү император университеты[d] Днепровский национальный университет имени Олеся Гончара[d] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү император университеты[d] Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] (1904) |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Vladimir Porfiryevich Karpov |
Карпов Владимир Порфирьевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Порфирьевич Карпов земство табибы улы, дворяндарҙан; 1870 йылдың 28 мартында (9 апрель) Мәскәүҙә тыуған.
Коломна гимназияһын (1888) һәм Мәскәү университетының медицина факультетын (отличие менән, 1893) тамамлаған. 1894 йылдың авгусынан ике йыл дауамында Мәскәү университетының гистология кафедраһы янында штаттан тыш прозектор ярҙамсыһы булып тора. 1896 йылда ғаилә шарттары буйынса хеҙмәтте ҡалдырып тора. 1897 йылдан 1906 йылға тиклем Мәскәү ауыл хужалығы институтында (Н.М. Кулагинда) зоология кафедраһында ассистент була[1]. Был осорҙа, 1904 йылда, Мәскәү университетында «Исследования о прямом делении клеток» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1906 йылдың октябренән В. П. Карпов — Мәскәү университетының гистология һәм эмбриология кафедраһы янында прозектор; приват-доцент (1910). 1907 йылдың йәйендә Карл Цейстың Оптика институтында яңы микроскоп аппаратураһы һәм Германия университеттарында гистология уҡытыу ҡуйылышы менән танышыу өсөн Германияға ебәрелә. 1910 йылдың июненнән Мәскәү университетының приват-доцент сифатында микроскопия курстарын уҡыта. 1914 йылдың февраленән — Мәскәү университетының экстраординар профессоры; бер үк ваҡытта гистология кабинетын етәкләй. 1917 йылдың апрелендә отстакаға сыға һәм 1917—1925 йылдарҙа Екатеринославта Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡыта; ә һуңыраҡ был ҡалала университет ойоштороуҙа ҡатнаша, ә һуңғараҡ ул тарҡалғас, медицина институтының тәүге ректоры һәм профессоры була. 1925 йылда Мәскәүгә ҡайта, 2 -се Мәскәү дәүләт университеты (2-се Мәскәү медицина институты) медицина факультетының гистология кафедраһын етәкләй; 1925—1928 йылдарҙа медицина факультеты деканы була. 1928 йылда һаулығының торошо буйынса, административ эштән баш тарта. 1932 йылда пенсияға сыға һәм ғүмеренең аҙағына тиклем «Совет энциклопедияһы» нәшриәтендә эшләй.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
үҙгәртергәА. И. Бабухиндың Мәскәү гистология мәктәбенә ҡарай. Төп эштәре күҙәнәктәрҙең туранан-тура бүленеүенә һәм йәҙрә төҙөлөшөн тикшереүҙәргә арналған. Цистологик тикшеренеүҙәре үҫемлектәр объектына ҡағыла; гистология буйынса ҡулланма авторы, ул бер нисә тапҡыр баҫылып сыға. Аристотелдең «Физика» (1936), «О происхождении животных» (1937), «О частях животных» (1940), «Историю животных» (1943) хеҙмәттәрен рус теленә тәржемә итә; Гиппократ хеҙмәттәренең (Гиппократ. «Избранные книги», 1936; Гиппократ. «Сочинения». — Т. 2—3, 1941—1943) өс толмлыҡ баҫмаһының, шулай уҡ Ж.-Б. Ламарк («Философия зоологии». — М., 1911) хеҙмәттәренең мөхәррире була.
Карпов Мәскәү психология йәмғиәте эшендә әүҙем ҡатнаша. Организм тураһында оригиналь концепцияны уйлап табыусы булып тора[2]. Үҙенең философик хеҙмәттәрәрендә («Витализм и задачи научной биологии в вопросе о жизни», 1909; «Натурфилософия Аристотеля», 1911; «Основные черты органического понимания природы», 1913 һ.б.) органик натурфилософияның виталистик идеяларын үҫтерә. Биология тарихы, өлөшләтә гистология буйынса бер нисә эш яҙа. Уның ҙур «Основные проблемы биологии с системной точки зрения» (1925) баҫылып сыҡмаған эше һаҡланып ҡалған. В.П. Карповтың Архивы Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтында урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Одновременно в 1898—1916 годах он преподавал гистологию в 1-й Московской зубоврачебной школе.
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 307
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 111. — 294 с. — 2000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
- Семигин В. Л. КАРПОВ Владимир Порфирьевич // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 307—308. — 894 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Тәҡдим ителгән әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гуркин В. А. В. П. Карпов // Вопросы истории естествознания и техники. — 1988. — № 3.
- Гуркин В. А. В. П. Карпов как переводчик Аристотеля // Вестник Древней истории. — 1989. — № 2.
- Гуркин В. А. Учёный и организатор науки — Владимир Порфирьевич Карпов (1870—1943) 2021 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Поздняков А. А. Органическая натурфилософия В. П. Карпова
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Новая философская энциклопедия 2016 йыл 4 март архивланған.
- Биографик күрһәткес
- Карпов Владимир Порфириевич сайтта «Мәскәү университеты Йылъяҙма»