Карин Лангебо
Карин Лангебо (швед. Karin Langebo, тулы исеме Hillevi Karin Langebo; 1927—2019) — швед опера йырсыһы (сопрано) һәм арфасы.
Карин Лангебо | |
швед. Karin Langebo | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған ваҡыттағы исеме | швед. Karin Hillevi Langebo |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1927[1][2] |
Тыуған урыны | Skellefteå parish[d], Шеллефтео[d], Вестерботтен[d], Швеция[1][2] |
Вафат булған көнө | 27 ноябрь 2019[1][3] (92 йәш) |
Вафат булған урыны | Stocksund[d], Дандерюд[d], Стокгольм[d], Швеция[3] |
Ерләнгән урыны | Danderyds churchyard[d][3] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыкант, арфист |
Эш урыны |
Swedish Radio Choir[d][1] Театр дворца Дроттнигхолм[d][1] Норвежская опера и балет[d][1] Симфонический оркестр Шведского радио[d][1] Оскарстеатерн[d][4] |
Уҡыу йорто | Королевская Стокгольмская высшая музыкальная школа[d][1][4] |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | арфа[d][1][4] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Карин Лангебо Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәКарин Лангебо 1927 йылдың 5 октябрендә Шеллефтеола музыкаль ғаиләлә тыуа — атаһы органсыһы һәм хор етәксеһе була, ә әсәһе — сиркәү йырсыһы. Карин апаһы һәм әсәһе менән сиркәү хорында иртә йырлай башлай.
1946 йылда Стокгольмдың Король юғары музыка мәктәбендә уҡый башлай: 1946—1951 йылдарҙа — йырға, 1951—1953 йылдарҙа — опера йырына, 1947—1953 йылдарҙа — арфала уйнарға өйрәнә. Карин Лангебо 1951 йылда музыка уҡытыусыһы, ә 1974 йылда уҡытыусы дипломы ала. Уның уҡытыусылары араһында — Йозеф Хислоп, Арне Суннегард һәм Хьордис Шимберг.[5] Бынан тыш, ул Париж, Вена һәм Зальцбургта уҡый.
1955 йылда Лангебо Кристина Нильсон стипендияһын ала, һәм киләһе йылда Дроттнингхольм һарай театры сәхнәһендә Моцарттың «Притворная простушка» операһында Нинетта роле менән дебют сығышы була. һуңынан Швеция, шулай уҡ сит ил сәхнәләрендә күп һанлы опера ролдәрен башҡара, шулай уҡ музыка концерттарында романстар менән сығыш яһай. Карин Лангебо арфасы булараҡ Швеция радиоһының симфоник оркестрында, Стокгольм филармонияһы оркестрында һәм Король һарай оркестрында ҡатнаша. 1962 йылдан 1966 йылға тиклем осорҙа Лангебо Осло ҡалаһының Норвегия операһында; Исландияның Милли театрында Рейкьявикта эшләй башлай, унда «Свадьба Фигаро» операһында Сюзанна ролен башҡара[5] Карин Лангебо шулай уҡ радио һәм телевидениела сығыш яһай. 1950—1960 йылдарҙа ул радио хоры ҡатнашыусыһы була, бер нисә яҙмала ҡатнаша. Ике сериалда (Ett resande teatersällskap һәм Dårfinkar & dönickar) ҡатнаша, 1996 йылда ул Скансен этнографик комплексында үткән швед Allsång på Skansen телевизион программаһында ҡатнаша.
1960 йылда йырсы Drottningholmsteaterns vänners förtjänstmedalj миҙалына лайыҡ була; 1964 йылда —Statens konstnärsstipendium стипендияһын, ә 1973 йылда Stockholms stads kulturstipendium стипендияһын ала. 1985 йылда емешле эшмәкәрлеге өсөн артист килемдәренең Дәүләт гарантияһына эйә була (ғүмерлеккә дәүләт матди ярҙамы)[6]
2019 йылдың 27 ноябрендә Стокгольмда вафат була. Юрсхольм Danderyds kyrkogård зыяратында ерләнә[5]
1953 йылда Карин Лангебо Ларс Лиллибьёрнға (Lars Lilliebjörn) кейәүгә сыға, 1954 йылда улдары Питер тыуа.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Karin Hillevi Langebo 1927-10-05 — 2019-11-27 Operasångare, musiker
- ↑ 2,0 2,1 Skellefteå landsförsamlings kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/HLA/1010174/C/26 (1927-1932), bildid: 00204398_00058, sida 55
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Langebo-Lilliebjörn, Karin Hillevi // https://www.svenskagravar.se/gravsatt/96784212 — Svenskagravar.se.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Langebo-Lilliebjörn, Karin H, operasångerska (швед.) — Stockholm: Norstedts förlag, 1977. — Б. 575. — 1178 с. — ISBN 978-91-1-766022-2
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Karin Hillevi Langebo
- ↑ Tidningarnas Telegrambyrå 1985-06-27.