Канада Олимпия уйындарында

Канада Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1900 йылда Парижда үткән уйындарҙа сығыш яһай. Канада спортсылары Афиналағы тәүге Олимпия уйындарында һәм 1980 йылғы Олимпия уйындарында (көнбайыш илдәренең Мәскәүҙә үткән уйындарға бойкот иғлан итә) ғына ҡатнашмай. Канада шулай уҡ өс тапҡыр Олимпия уйындарын ҡабул итә: 1976 йылдың йәйендә Монреалдә һәм 1988 йылдың ҡышында Калгариҙа һәм 2010 йылда Ванкуверҙа.

Канада Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК

CAN

НОК

Канада олимпия комитеты
Официальный сайт

Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
См. также

Канада спортсылары иң ҙур уңышҡа еңел атлетикала, шайбалы хоккейҙа һәм саңғы фристайлында өлгәшә. Улар шулай уҡ миҙалдарҙы йөҙөүҙә, академик ишеүҙә, конькиҙа йүгереү спортында, шорт-тректа һәм кёрлингта күп яулай. Һәр Олимпиадала ла Канада спортсылары олимпия миҙалдары яуламай ҡалмай. Иң уңышлы уйындары булып 1984 йылда Лос-Анджелеста үткән Уйындар тора, унда төрлө кимәлдәге 44 миҙал яулана.

Канадала үткән Олимпия уйындары үҙгәртергә

Канада Олимпия уйындарын өс тапҡыр ҡабул итә.

Уйындар Ҡала Үткәрелеү
ваҡыты
Ҡатнашыусы
илдәр
һаны
Ҡатнашыусылар
һаны
Миҙал
комплекттары
һаны
Йәйге Олимпия уйындары 1976 Монреаль 17 июль — 1 август 92 6028 198
Ҡышҡы Олимпия уйындары 1988 Калгари 13 февраль — 28 февраль 57 1423 46
Ҡышҡы Олимпия уйындары 2010 Ванкувер 12 февраль — 28 февраль 82 2766 86

Миҙалдар таблицаһы үҙгәртергә

Йәйге Олимпия уйындары үҙгәртергә

Уйындар Спортсылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
  1896 Афина ҡатнашмай
  1900 Париж 2 1 0 1 2 13
  1904 Сент-Луис 52 4 1 1 6 4
  1908 Лондон 87 3 3 10 16 7
  1912 Стокгольм 37 3 2 3 8 9
  1920 Антверпен 53 3 3 3 9 12
  1924 Париж 65 0 3 1 4 20
  1928 Амстердам 69 4 4 7 15 10
  1932 Лос-Анджелес 102 2 5 8 15 12
  1936 Берлин 97 1 3 5 9 17
 1948 Лондон 118 0 1 2 3 25
 1952 Хельсинки 107 1 2 0 3 21
  1956 Мельбурн 92 2 1 3 6 15
  1960 Рим 85 0 1 0 1 32
  1964 Токио 115 1 2 1 4 22
  1968 Мехико 138 1 3 1 5 23
  1972 Мюнхен 208 0 2 3 5 27
  1976 Монреаль 385 0 5 6 11 27
  1980 Мәскәү ҡатнашмай
  1984 Лос-Анджелес 407 10 18 16 44 6
  1988 Сеул 328 3 2 5 10 19
  1992 Барселона 295 7 4 7 18 11
  1996 Атланта 303 3 11 8 22 21
  2000 Сидней 294 3 3 8 14 24
  2004 Афина 263 3 6 3 12 21
  2008 Пекин 332 3 9 8 20 19
  2012 Лондон 281 2 5 11 18 27
  2016 Рио-де-Жанейро 314 4 3 15 22 20
  2020 Токио 381 7 6 11 24 11
Бөтәһе 71 108 147 326

Ҡышҡы Олимпия уйындары үҙгәртергә

Уйындар Спортсылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
  1924 Шамони 12 1 0 0 1 8
  1928 Санкт-Мориц 23 1 0 0 1 5
  1932 Лейк-Плэсид 42 1 1 5 7 4
  1936 Гармиш-Партенкирхен 29 0 1 0 1 9
  1948 Санкт-Мориц 28 2 0 1 3 6
  1952 Осло 39 1 0 1 2 6
  1956 Кортина-д’Ампеццо 37 0 1 2 3 10
  1960 Скво-Велли 44 2 1 1 4 7
  1964 Инсбрук 55 1 1 1 3 10
  1968 Гренобль 70 1 1 1 3 13
  1972 Саппоро 47 0 1 0 1 17
  1976 Инсбрук 59 1 1 1 3 11
  1980 Лейк-Плэсид 59 0 1 1 2 14
  1984 Сараево 67 2 1 1 4 8
  1988 Калгари 112 0 2 3 5 13
  1992 Альбервиль 108 2 3 2 7 9
  1994 Лиллехаммер 95 3 6 4 13 7
  1998 Нагано 144 6 5 4 15 4
  2002 Солт-Лейк-Сити 150 7 3 7 17 4
  2006 Турин 196 7 10 7 24 5
  2010 Ванкувер 206 14 7 5 26 1
  2014 Сочи 220 10 10 5 25 3
  2018 Пхёнчхан 226 11 8 10 29 3
  2022 Пекин 215 4 8 14 26 11
Бөтәһе 77 72 76 225

Канада шулай уҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты танымаған 1906 йылғы Уйындарҙа бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.

Һылтанмалар үҙгәртергә