Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

«РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Көньяҡ-Урал дәүләт медицина университеты» — рус. Южно-Уральский государственный медицинский университет — белгестәр әҙерләү буйынса күп кимәлле уҡытыу системаһын ғәмәлгә ашырған юғары уҡыу йорто: вузға тиклемге әҙерлек (мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш биреү, әҙерлек курстары, лицейҙар һәм гимназиялар), юғары уҡыу йортонда уҡытыу, диплом алғандан һуң әҙерлек, табиптарҙың квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү, шулай уҡ белгестәрҙе сертификациялау һәм ғилми педагогика кадрҙары әҙерләү менән шөғөлләнә. Нигеҙ һалынған датаһы — 1 июль, 1944 [4].

Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 1944
Рәсем
Рәсми атамаһы Южно-Уральский государственный медицинский университет
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[2]
Рәсми сайт chelsma.ru[3]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Южно-Уральского государственного медицинского университета[d]
Карта
 Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Силәбе дәүләт медицина институты СССР-ҙың Халыҡ комиссариаты тарафынан 1944 йылдың 28 июнендәге 403-сө һанлы бойороғо менән Киевтан эвакуацияланған медицина институты нигеҙендә һәм Мәскәүҙән командировкаға ебәрелгән профессор Б. Н. Усков булышлығы менән булдырылған. Киев медицина институтын кире ҡайтарғандан һуң Силәбелә 147 уҡытыусы һәм хеҙмәткәр ҡала, шуларҙан — 7 фән докторы, 31 фән кандидаты, 10 аспирант була. Профессор Александр Николаевич Федоровский институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә, ул 1950 йылға тиклем ошо вазифала ҡала.

Рәсәй Юғары уҡыу йорттары дәүләт комитетының 1995 йылдың 23 июнендәге бойороғо һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм медицина сәнәғәтенең 1995 йылдың 20 июлендәге 209-сы бойороғо менән Силәбе дәүләт медицина институты Силәбе дәүләт медицина академияһына үҙгәртелә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 10 июлендәге 1300-р һанлы бойороғона ярашлы, Академия Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ҡарамағында эшмәкәрлек алып бара.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 1 октябрендәге 1751-р һанлы бойороғона ярашлы Академия Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш буйынса федераль агентлыҡтың «Урал дәүләт өҫтәмә белем биреү медицина академияһы» дәүләт өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһын айырым (структуралы) ҡушыу нигеҙендә үҙгәртеп ҡорола.

Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең 2012 йылдың 9 октябрендәге бойороғона ярашлы, уҡыу йортона университет статусы бирелә[5].

Матди нигеҙе үҙгәртергә

 
Университеттың морфологик корпусы менән морг

Академия Воровский урамындағы 4 корпуста эшләй, беренсе корпус Воровский урамы, 64 адресы буйынса урынлашҡан, юғары уҡыу йортоноң административ бүлексәләре лә шунда уҡ. Был корпустарҙа тәүге 3 курс студенттарын уҡытыу буйынса теоретик кафедралар булдырылған. 3 курстан һуң студенттар Силәбе ҡалаһы дауаханаларында урынлашҡан клиник кафедраларҙа уҡытыла. Университет ҡарамағында шулай уҡ студенттар өсөн ятаҡ, хужалыҡ ҡаралтылары һәм ЦНИЛ корпусы бар, унда ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла.

Факультеттары үҙгәртергә

Көньяҡ Урал дәүләт университетының медицина факультеттары: дауалау; педиатрия; клиник психология һәм социаль эштәр; медик-профилактика; стоматология; фармацевтика һәм шулай уҡ өҫтәмә профессиональ белем биреү институты [6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Google Knowledge Graph — 2012.
  4. Южно-Уральский государственный медицинский университет
  5. http://obrnadzor.gov.ru/common/upload/doc_list/1286.pdf 2012 йыл 10 октябрь архивланған.
  6. Южно-Уральский государственный медицинский университет

Һылтанмалар үҙгәртергә