Каменск-Уральский (станция)

Каменск-Уральский — Свердловск өлкәһе Каменск-Уральский ҡалаһында урынлашҡан Свердловск тимер юлының үҙәк тимер юл станцияһы.

Каменск-Уральский
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Каменск-Уральский
Хужаһы Свердловск тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1885[1]
Киләһе туҡталыш 7 км[d], Соцгород[d], Локомотивное депо[d] һәм 292 км[d]
Тимер юл һыҙаты Каменск-Уральский — Нижняя[d], Шарташ — Каменск-Уральский[d], Каменск-Уральский — Колчедан[d] һәм Богданович — Каменск-Уральский[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Код станции 83710
Карта
 Каменск-Уральский Викимилектә

Екатеринбург, Богданович, Шадринск (артабан — Ҡурған), Чурилово (артабан Силәбе-Үҙәк, Силәбе-Көньяҡҡа табан) йүнәлештәре киҫелешендә урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Островская станцияһы 1885 йылдың 6 декабрендә Төмән тимер юлы Каменск тармағының (Богданович станцияһынан) аҙаҡҡы станцияһы булараҡ асылған. Урал тау сәнәғәте тимер юлы начальнигы Н. Д. Островский хөрмәтенә аталған булған. 1904 йылда Синара станцияһы тип үҙгәртелә.

 
Паровоз Л-4305 Каменск-Уральский станцияһы вокзалы янында
 
Каменск-Уральский станцияһы вокзалы янындағы майҙан

1913 йылда Синара- Шадрин тармаҡтары буйынса хәрәкәт асылған. 1917 йылда Синара — Бәғерәк тармаҡтары төҙөлгән.

«Урал — Ҡурған» магистрален һалғанда ике саҡрым көнсығыштараҡ яңы Синара 2 станцияһы төҙөлгән. 1932 йылда Свердловск — Синара, 1933 йылда Синара — Ҡурған линияһы буйынса хәрәкәт асылған[2].

1940 йылда Синара — Чурилов тимер юл линияһы сафҡа индерелгән[3][4].

1963 йылда Синара станцияһы ҡала исеменә ярашлы — Каменск-Уральский тип атала башлай.

1971 йылда станцияға даими электр тогы үткән, ә 1972 йылдың 28 декабрендә Свердловск ҡалаһынан Каменск-Уральскиға электропоездар даими йөрөй башлаған.

Вокзалы үҙгәртергә

Станция вокзалына нигеҙ 1952 йылда һалынған тип иҫәпләйҙәр. Вокзал бинаһының проектлаусыһы — А. И. Лоскутов[5]

Пассажир поездары хәрәкәте үҙгәртергә

Станция аша алыҫ араға йөрөүсе пассажир поездары (тиҙ һәм пассажир) һәм ҡала яны поездары йөрөй.

Ҡала яны хәрәкәте үҙгәртергә

2016 йылдан станцияға тиклем Екатеринбург — Каменск-Уральский «Ласточка» экспресс поезы йөрөй[6].

2020 йылдан станция аша Екатеринбург — Ҡурған «Ласточка» экспресс поезы йөрөй[7] Рейс 2003 йылдан йөрөтөлә, уны быға тиклем юғары уңайлыҡлы электропоездар башҡарған.

Алыҫ юл хәрәкәте үҙгәртергә

2020 йылға станция аша алыҫ юлға йөрөгән поездар хәрәкәте графигы:

Йөк ташыу хәрәкәте үҙгәртергә

Станцияла бер нисә юл паркы бар, сортлау таусығы йыһазландырылған.

Станция аша Урал яны төньяғынан, Урал һәм Урал аръяғынан (Ҡурған, Силәбе, Силәбе-Үҙәк, Силәбе-Көньяҡ) көньяҡ йүнәлештә һәм кире яҡҡа йөк поездары үтә. Шулай уҡ регламентланған юл эштәре башҡарғанда Ҡурған менән Силәбе араһында тура йүнәлеш булараҡ файҙаланыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://osm.sbin.ru/esr/esr:795100
  2. Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 99. ISBN 5-98518-004-2
  3. Сведения о железных дорогах общего пользования с 1918 по 1990 гг. (В 1940 г. введены в эксплуатацию участки) 2015 йыл 2 апрель архивланған. / Статья на сайте «ИСТорические МАТериалы».
  4. Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 104. ISBN 5-98518-004-2.
  5. Архитектура железнодорожных вокзалов Урала 1920—1950-х годов https://uniip.ru/wp-content/uploads/2018/04/05_4_2017.pdf
  6. Поезд Ласточка — Екатеринбург — Челябинск — расписание 2016 год 2016 йыл 5 декабрь архивланған., Сайт поезда Ласточка (ПАО «РЖД»).
  7. Электропоезда "Ласточка" выйдут на маршрут Екатеринбург - Курган с 1 апреля. Дата обращения: 7 июль 2020.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Каменск-Уральский краеведческий музей им. И. Я. Стяжкина. — Екатеринбург: Академкнига, 2002. — 1

Һылтанмалар үҙгәртергә