Каменка (Бишбүләк районы)

Каменка (рус. Каменка) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 512 кеше[1]. Почта индексы — 452051, ОКАТО коды — 80212828001.

Ауыл
Каменка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бишбүләк районы

Координаталар

53°35′56″ с. ш. 53°59′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34743
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 212 828 001

ОКТМО коды

80 612 428 101

ГКГН номеры

0525397

Каменка (Рәсәй)
Каменка
Каменка
Каменка (Бишбүләк районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Каменка
Бишбүләк районы Каменка ауылы ансамбле «Эрзә»

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
587557512

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Был ауылда башлыса эрзә-мордвалар йәшәй.

1740 йылда Һамар губернияһының Большая Каменка тигән ауылынанТремазов һәм Трякин тигән кешеләр ошо яҡҡа килеп сыҡҡан.

Башҡорттарҙан ер һатып алғандар. Улар урынлашҡан Пря йылғаһы буйына яңы кешеләр ҙә өҫтәлгән. Х1Х быуат аҙағына бында инде 500-ләп йорт булған.

ҡатындар монастыры

1911 йылда Каменка ауылында ҡатындар монастыры барлыҡҡа килгән. Ул Бәләбәй өйәҙенең Сергий ҡатындар монастырының Владимир йәмәғәте тип һаналған. Улар үҙҙәрен-үҙҙәре туйындырған, ҙур хужалыҡ тотҡан. Игуменья, Кетеван инәкәй, грузин милләтле булған. Фельдшер белеме булған, ауыл халҡын дауалаған.

1921 йылда игуменья үҙенең ярҙамсы монашкалары менән тиф, трахома кеүек ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡатнашҡандар, халыҡты уҡырға-яҙырға өйрәткәндәр.

1928 йылда Каменкала районда беренсе булып коммуна төҙөгәндәр. Кетеван Клавдия Попова Өфө епархияһына күскән, монастырь хужалығын тартып алғандар, тороп ҡалған монахиняларҙың бөтәһе тиерлек унар йыл, хатта күберәк төрмәлә ултырып сыҡҡан.

Хәҙер был урынға тәре ҡуйылған, янынан аҡҡан шишмәне «изге» тип атайҙар һәм ул урынға халыҡ ағымы өҙөлмәй.

изге Дмитрий Солунский сиркәүе

ХVIII быуат аҙағында төҙөлгән изге Дмитрий Солунский сиркәүенең яҙмышы ла аяныслы була. Ауыл уртаһында йыраҡтан күренеп торған ул. 1913 йылда янғын сығып, эргәһендәге ҡаралтылар янып бөткән, ә ул зыян күрмәгән. 30-сы йылдарҙа сиркәүҙе ябалар һәм ул 1953 йылға тиклем бикле тора. Сталин үлгәс асалар, әммә 7 йылдан уны йәнә ябалар. Унда утыҙ йыллап ауыл клубы һәм китапхана була. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, сиркәү реставрациялана һәм яңынан эшләй башлай. Шул ваҡыттан алып бөтә округтың рухи үҙәге булып тора.

утыҙынсы йылдар

Был мордва-эрзәләр ауылында утыҙынсы йылдарҙа 2700 самаһы кеше бик етеше йәшәгән. Игенсе һәм ҡортсо булараҡ билдәле булғандар. Утыҙынсы йылдарҙа бик күптәр репрессияға эләккән, үлем язаһына хөкөм ителгән.

Яңы тарихы

үҙгәртергә
мәктәп музейы

Мәктәп музейында элекке «Заветы Ильича» колхозы тураһында бик күп материал тупланған. Хеҙмәт алдынғылары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына бағышланған бүлек бар. Күренекле ауылдаштарына арналған айырым стендта — республикала берҙән-бер йылға судноһы капитаны Елена Уткина.

хужалығы

Ауыл әле лә етеш йәшәй. Районда иң күп һөт биреүсе булып танылған. Йыл һайын ауыл халҡынан һөт йыйыу буйынса беренсе урын яулай.

По жизни — с песнями

мәҙәниәте

Эрзәләр тура һүҙле, егәрле һәм йомарт халыҡ.

Ауылдың «Эрзә» фольклор ансамбле — муниципаль райондың ҡаҙанышы. 1953 йылда уҡ төҙөлгән ансамбль районда ғына түгел, республикала билдәле. Улар музыка ҡоралдары ҡулланмай ғына йырлап, хайран ҡалдыра. Ансамблдең репертуарында ошонда ғына сыҡҡан йырҙар күп, фольклор йыйыусылар уларҙы өйрәнә, яҙып ала.

1995 йылда Финляндия гражданкаһы, Мордва дәүләт университеты уҡытыусыһы Мэрия Соло килеп, бик күп нәмәне яҙып ала.

Халыҡ-ара телевидение академигы, Халыҡ-ара фин-уғыр журналистар ойошмаһы ағзаһы Валерий Хилтунен да күп тапҡырҙар килгән[4][5]

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приютово): 40 км
  • YouTube сайтында Видео Праздник мордовской культуры приуроченный к 60-летию мордовского ансамбля "Эрзя " 15.12.2017
  • YouTube сайтында Видео Бижбулякский район с. Каменка. Встреча Владыки НИКОЛАЯ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә