Калоев Борис Александрович
Калоев Борис Александрович (15 февраль[1] 1916 йыл, Рәсәй Федерацияһы, Төньяҡ Осетия Байком ауылы — 23 октябрь[1] 2006 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй этнографы[1], тарих фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының Кавказ бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре[2]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнеүсе.
Борис Александрович Калоев | |
осет. Калоты Барис | |
Файл:Борис Александрович Калоев.png | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй Федерацияһы, Төньяҡ Осетия Байком ауылы |
Вафат булған көнө |
23 октябрь 2006 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Атаһы |
Александр Борисович Калоев |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергә1916 йылдың 15 февралендә Байк Закин тарлауығы Байком ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3]. Коста ауылында Борис Александрович ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай[4]. 1931 йылда рабфакка уҡырға инә (Дондағы Ростов), 1936 йылда рабфакты уңышлы тамамлап Ростов дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә[4]. 1937 йылда Төньяҡ-Осетия дәүләт педагогия институтының тарих факультетына күсә. 1940 йылда уңышлы тамамлай[4]. Институтты тамамлағандан һуң армия сафына алына, 1941 йылдың февралдә — Кавказ аръяғы хәрби-сәйәси училище курсанты була. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ҡатнаша, ауыр һуғыш йылдарында Дондағы Ростов, Таганрог, Донбассты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта яралана. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм 15 миҙал менә наградлана[4].
1945 йылдың 24 июнендә Борис Александрович Мәскәү ҡалаһында Еңеү Парадында ҡатнаша[4].
1948 йылда Мәскәүҙә аспирантурала уҡый (СССР ФА этнография институты)[4]. Диссертация яҡлап: 1951 йылда «Моздок осетиндары (тарихи-этнографик тикшеренеүҙәр)» тигән темаға кандидат диссертацияһы, 1969 йылда «Осетиндар. Этнографик характеристикаларын һәм этногенез проблемалары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
1950-2006 йылдарҙа А. Калоев СССР Фәндәр академияһының этнография институтының Кавказ секторында кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, әйҙәүсе һәм төп ғилми хеҙмәткәр вазифаларын башҡара[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы;
- Осетия даны һәм башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 БРЭ. А. М. Решетов: Калоев Борис Александрович 2019 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ Калоев Борис Александрович 2019 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Калоев Борис Александрович 2020 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Газета «Северная Осетия»: Лаура Касимова «Братья Калоевы из Закинского ущелья»