Калашников Юрий Васильевич (ғалим)

Калашников Юрий Васильевич (19 август 1939 йыл16 октябрь 2018 йыл) — ғалим-тарихсы, лектор, Башҡорт дәүләт университетының тарих кафедраһы доценты.

Калашников Юрий Васильевич (ғалим)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Ләүйылға, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Васильевич Калашников

БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылында 1939 йылдың 19 авгусында тыуған.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе ярҙамсыһы вазифаһын башҡара, уға тиклем ул 20 йыл лектор булып эшләй[1]. Республиканың юғары закондар сығарыу органы Секретариатында 1993 йылдан алып 2002 йылға тиклем тырыш хеҙмәте өсөн уға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы тапшырыла[2].

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәте Баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы, шул уҡ Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Баш идаралығы ойоштороу-аналитика идаралығының советнигы.

Халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы депутаты булып һайланған.

Ҡазан дәүләт универстетында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты аппаратында лектор эше алып бара, лекторҙар төркөмө етәксеһе була. 1975 йылдың 25 мартынан алып Башҡортостан «Белем» йәмғиәтенең идара президиумы ағзаһы булып тора[3].

2018 йылдың 16 октябрендә, 79 йәшендә, Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Ике «Почёт билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Почет грамоталары, В. И. Лениндың 100 йыллығы айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн","Хеҙмәт ветераны" миҙалдары менән бүләкләнгән.

Республиканың иң яҡшы лекторы исеменә лайыҡ булған. Мәғрифәтлек өлкәһендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн ул Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең «Әүҙем эшмәкәрлек өсөн» күкрәк билдәһе, Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең академик И. И. Артоболевский миҙалы менән бүләкләнгән[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә