Казарма 206 км
Казарма 206 км — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Беренсе Май ауыл Советындағы утар.
Казарма 206 км | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 29 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462225 |
Географияһы
үҙгәртергәУтар округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ-көньяҡ-көнсығыштараҡ 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Беренсе Май ауыл Советына ингән Беренсе Май, Калиновка, Һарыбай ауылдары менән күршеләш булып тора.
Тарихы
үҙгәртергәКазарманың барлыҡҡа килеү датаһы теүәл генә күрһәтелгән сығанаҡ юҡ. «История Кувандыкского района — О КУВАНДЫК.РФ» тигән мәғлүмәт порталында, Казарма 206 км 1949 йылдан алдараҡ барлыҡҡа килгән, тигән яҙма бирелгән[3] Казарма 206 км утары ингән Беренсе Май ауыл Советы үҙәге халыҡ телендә Первомайка тип йөрөтөлә[4].
Әйткәндәй, рәт һаны тәртибендә килгән Казарма 207 км торамаһы Комсомольск-на-Амуре — Дежнёвка тимер юлы тармағы һалынғанда барлыҡҡа килгән, 1940 йылда асылған һәм инде ауыл тибындағы ҡасабаға әүерелгән[5]
Климаты
үҙгәртергәКлиматы Беренсе Май ауыл Советындағы барлыҡ ауылдар өсөн дә бер иш — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләшә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тан +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Иң һалҡын ай — ғинуар, уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Йыллыҡ атмосфера яуым-төшөмө 300-ҙән 450—550 миллиметрға тиклем етә, шул уҡ ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға тура килә (яҡынса 70 %). Ярайһы уҡ тотороҡло ҡар ҡатламы, ул уртаса алғанда 150 көн дауамында ята[6].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 22 кеше (башҡорттар — 45 %, урыҫтар — 45 %), 2010 йылда 29 ҡалған[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Кувандыкский район(недоступная ссылка)
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
- ↑ Казарма 206 км
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.