Кәбиров Марат Миҙхәт улы

(Кабиров Марат Мидхатович битенән йүнәлтелде)

Кәбиров Марат Миҙхәт улы (15 ғинуар 1956 йыл16 март 2016 йыл) — спортсы, тренер. 1977—1979 йылдарҙа бокс буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2011 йылдарҙа Өфөләге 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979).

Кәбиров Марат Миҙхәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (60 йәш)
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы үҙгәртергә

Марат Миҙхәт улы Кәбиров 1956 йылдың 15 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. Бокс менән «Нефтяник» спорт клубында шөғөлләнә, тренеры В. Ш. Вәлиуллин.

1983 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай.

СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—1979).

1996 йылдан башлап Өфө ҡалаһында 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бокс буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • СССР чемпионатының көмөш призеры (1979)
  • РСФСР чемпионатының бронза призеры (1977—1979)
  • СССР-ҙың спорт комитеты призына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1979).
  • СССР беренселегенең бронза призеры (1975) үҫмер спортсылар араһында.

Һылтанмалар үҙгәртергә