Йәғуҫ (ғәр. يغوث‎, рус. Ягус) — боронғо ғәрәп мифологияһындағы илаһтарҙың береһе. Ҡөрьәндең Нух сүрәһендә телгә алына:

Йәғуҫ
Мифология

ғәрәп мифологияһы

« Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”.
»

[1].Ҡайһы бер мөфәссирҙәр фекеренсә, боронғо илаһилаштырылған герой булған[2].

Боронғо ғәрәп мифологияһында Йәғуҫ ямғыр бүләк итеүсе илаһ-ҡанбаба булған. Ул төньяҡтағы мәзхиж ҡәбилә берләшмәһе ҡурсалаусыһы булып һаналған. Уның һынташы ҡасандыр йәнәһе лә ошо ҡәбиләгә исем биргән Мәзхиж ҡалҡыулығында урынлашҡан булған. Был һынташты алыр өсөн ҡәбиләнең төрлө ырыуҙары (мәҫәлән, морат һәм мәзхиж) аяуһыҙ һуғышҡан. Әр-Рәзм янындағы һуңғы яу шул уҡ йылда, Бәҙер һуғышында була (623 й.)[3].

Шуға оҡшаш исемле пот Ғәрәбстандың төньяғында ла билдәле булған, әммә уның ғибәҙәтханаһы көньяҡта урынлашҡан булған.

Исламға тиклемге осорҙа һынташ йә Нәжранда, йә Жүрашта һаҡланған. Һуңғы осорҙарҙағы Йәғүҫте арыҫлан рәүешендә һүрәтләгәндәр тигән хәбәрҙәр бер нисек тә раҫланмай[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
  • Ибн аль-Калби Китаб аль-Аснам.
  • Faҡөрhd Le pantheon, с. 191—194.