Йәнекәй (Ҡырым принцессаһы)
Йәнекәй, Йәнекә (рус. Джанике; ҡырым. Canike, جانـيـكه[1]; XIV быуат ахыры— 1437; һижрә буйынса 841-се йылдың (1437—1438 йй.) Рамаҙан айында вафат булған) — сыңғыҙиҙар нәҫеленән булған Ҡырым принцессаһы, Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың ҡыҙы, Нуғай Урҙаһына нигеҙ һалыусы, Иҙеүкәй мырҙаның тормош иптәше, Ҡырҡ Ор (хәҙер Чуфут-кале тип йөрөтөлә; Ҡырҡ-ер, Ҡырҡ-ир, Ҡырҡ-ырыу ҙа тип аңлатыла) ҡәлғәһе батшабикәһе.
Йәнекәй | |
ҡырым. Canike, جانـيـكه | |
| |
Тыуған көнө |
конец XIV века |
---|---|
Тыуған урыны |
предположительно, Кырк-Ор, Крымский улус Золотой Орды |
Вафат булған көнө |
1437 |
Вафат булған урыны | |
Атаһы | |
Әсәһе |
Туғайбикә |
Тормош иптәше | |
Балалары |
Нуреддин (Мораҙым), Мансур-ад-дин |
Фаразлауҙар буйынса, Йәнекәй Ҡырымда XIV быуат аҙағында тыуған, 1416 йылда үҙенең оҙатыусылар менән Мәккәгә хаж ҡыла был бөтә мосолман донъяһына ҙур тәьҫир яһай, ислам илдәрендә билдәлелек ала.
Ҡырым ханлығын Алтын Урҙанан айырыуҙа Йәнекәй ханым мөһим роль уйнай. Ҡырҡ Ор бейлеге хакимәһе булараҡ, Ҡырымда тулы власҡа дәғүә иткән Туҡтамыш вариҫтары Кесе-Мөхәммәт һәм Сәйет Әхмәт менән көрәштә буласаҡ беренсе Ҡырым ханы Хажи Гәрәйгә ярҙам күрһәтә.
1437 йылда Ҡырым ярымутрауында вафат була, унда махсус төҙөлгән «Бөйөк батшабикә» титулы менән мавзолейҙа-төрбәлә ерләнә. Бөйөк бейсә титулы менән Йәнекәй бик күп төрлө легендалар һәм хикәйәттәр менән бәйле, уларҙың дөрөҫлөгө тулыһынса асыҡланмаған.
Биографияһы
үҙгәртергәЙәнекәй Ҡырымда, Ҡырҡ-Ор ҡәлғәһендә тыуған, тип фаразлана[2]. Уның атаһы Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш, әсәһе-ханша Туғайбикә (урыҫ телле сығанаҡтарҙа Тавлин-бек[3]). Туғайбикә ҡырым татарҙары ханы Хажибәктең ейәнсәре (бәлки, бүләсәре) булған[3][4]. Йәнекәйҙең бала сағы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел.[3] Ул 1397 йылда Иҙеүкәй менән Туҡтамыш араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре өҙөлгәнгә тиклем яҡынса 14-15 йыл элек тыуған.[3][2] Йәнекәй тураһындағы тәүге рәсми мәғлүмәт — төрки бейе Балтычактың улы Иҙеүкәй менән никахы хаҡында телгә алына.[5] Йәнекәйҙе атаһы үҙенең тоғро уң ҡулы Иҙеүкәй мырҙаға кейәүгә бирә.[6] Уларҙың Мораҙым (Нур-ад-дин) һәм Мансур-ад-дин тигән улдары булған тип һанала. Иҙеүкәй Туҡтамышҡа ҡаршы баш күтәреп, Аҡһаҡ Тимер яғына күскәс, кейәүенә булған үсен хан ҡатынына төшөрә, Туғайбикәне үлтерә.
Туҡтамыш Аҡһаҡ Тимерҙән (Тамерландан) еңелә, Иҙеүкәйҙең Йәнекәйгә өйләнеүе, уның абруйын нығыта һәм 1395 йылдан халыҡ араһында йоғонтоһо һиҙелерлек арта.[7]
Алтын Урҙа ханының ҡыҙы сыңғыҙиҙә менән никахы үҙе сыңғыҙи булмаған Иҙеүкәйҙең вариҫтарына Урҙа тәхетенә дәғүә итергә мөмкинлек бирә.[4][7]
Йәнекәйҙең Иҙеүкәйгә кейәүгә сығыуы ике яҡ өсөн дә файҙалы була. Атаһы Туҡтамыш туғанлыҡ бәйләнеше аша үҙенең әмиренә өҫтәмә йоғонто яһау сығанаҡтары ала. Туҡтамыш икенсе ҡыҙын да (исеме билдәһеҙ) Ҡырҡ-Ор әмиренә — Баҙанға кейәүгә бирә.[7]
1397 йылда Иҙеүкәй, Тухтамыш өсөн көтөлмәгәндә, Сәмәрҡәнд хакимы Аҡһаҡ Тимер яғына күсә. Ул ваҡытта Туҡтамыш Алтын Урҙа хакимы менән һуғыш хәлендә була.[2][3]. Иҙеүкәйҙең хыянат итеүенә ҡаршы Туҡтамыш ҡатыны Туғайбикәне үлтерә.[4]. Бәлки, уның ҡыҙы ла шундай уҡ яҙмышҡа дусар булыр ине, әммә ул хан ставкаһынан ситтә була[3]
XIV быуат аҙағына Туҡтамыш Азияла үҙенең сәйәси йоғонтоһон тулыһынса юғалта, ә киләһе быуат башында Иҙеүкәй менән сираттағы бәрелештән һуң билдәһеҙ шарттарҙа вафат була, Шул осорҙа Иҙеүкәй Урҙаның тулы хоҡуҡлы хакимы була. 1406 йылда Иҙеүкәй Хәрәзмды, ә 1407 йылда Болғарҙы баҫып ала. унан хан титулына дәүғә иткән Йәләлетдинде (Йәнекәйҙең ҡустыһын) ҡыуып сығара. 1411—1412 йылдарҙа Йәләлетдин Иҙеүкәй менән апаһы йәшәгән Хәрәзмды ҡамай[4][3], әммә ҡамау уңышһыҙ тамамлана.[8]
Йәнекәй бейсә Алтын Урҙала сәйәси йоғонто яһарға ынтыла, ошо маҡсатта 1416 йылда ул Мәккәгә хаж ҡыла. Был ваҡиға бөтә мосолман донъяһына билдәле була, Хажға барыу Йәнекәйҙең абруйын һәм йоғонтоһон нығыта, уның билдәлелеген арттыра.[6][4] Мәккәгә ул донъяларҙың бик буталсыҡ осоронда, етмәһә тормош юлдашһыҙ юллана. Туҡтамыш ҡыҙының Дамаскиға килеүе тураһында ғәрәп тарихсылары Ибн Хаҙжар әл-Әскәләй «Извещение неразумных о детях века» китабында һәм Мысыр тарихсыһы, географ Такиюддин Әл-Макризи: «Дәште Ҡыпсаҡ хакимы Иҙеүкәйҙең ҡатыны-ханша өс йөҙ һыбайлы оҙатыуында Сүриә карауаны менән хаж ҡылырға рөхсәт һорап килде», — тип яҙып ҡалдырған. [9][10] Туҡтамыш хандың ҡаһарман һәм иманлы ҡыҙының был аҙымы уны бар мосолман донъяһына таныта.
Йәнекәйҙең Иҙеүкәйгә йоғонтоһон өс йәшлек бер туған ҡустыһы Ҡәҙербирҙене ҡотҡарыу осрағы раҫлай. Туҡтамыштың өс йәшлек улын, Алтын Урҙа тәхетенә дәғүә итеүсе берҙән-бер законлы дәғүәсе Ҡәҙербирҙене, Иҙеүкәй юҡ итмәксе була. шул иҫәптән Йәнекәйҙең үҙен дә, Йәнекәйҙән тыуған улын Алтын Урҙа тәхетенә берҙән-бер законлы дәғүәсе итергә ынтылған була.[11]
Ул бер нисә кеше оҙатыуында Иҙеүкәйҙән йәшерен рәүештә Ҡәҙербирҙене Ҡырымға ебәрә.[11] (Ҡырҡ-Орҙаға тип фаразлана[4][3]), шулай ҡустыһының хәүефһеҙлеген тәьмин итә.[3] Ун бер йылдан һуң, 1420 йылда, Алтын Урҙа ханы булған ун дүрт йәшлек Ҡәҙербирҙе Ҡырымда ғәскәр йыя һәм Нуғай ханы Иҙеүкәйгә ҡаршы яуға сыға. Һуғыш алышында Иҙеүкәй һәләк була, ә бер нисә көндән алған яраларынан Ҡәҙербирҙе үҙе лә вафат була.[11] Йәнекәй ханым Туҡтамыш нәҫеленең ханбикәһе һәм шул уҡ ваҡытта Ҡырҡ-Ор тәхетенә дәғүә итә, ун ете йыл дауамында, вафат булғанға тиклем бейлек менән идара итә.[3]
Йәнекәй идара иткән осорҙа Ҡырҡ-Орҙала Ҡырымдың географик урынлашыуы, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр үҫеше, Византия һәм Көнбайыш Европаға яҡынлығы арҡаһында уның айырымланыу тенденцияһы күҙәтелә, шул уҡ ваҡытта Алтын Урҙала үҙ-ара низағтар Ҡырым тауҙарына ла барып етә.[12].
Йәнекәй Ҡырҡ-Ор менән идара иткән осорҙа Хажи Гәрәйгә Туҡтамыш вариҫтары Кесе Мөхәмәт һәм Сәйет Әхмәт менән көрәштә ярҙам күрһәтә, улар ҙа, Хажи Гәрәй кеүек үк, Ҡырымда тулы власҡа дәғүә итә алған.[12] Һәм, моғайын, уны Ҡырым тәхетендә үҙенең вариҫы итеп күргәндер[4] XVI—XVIII быуат сығанаҡтарында Ҡырым ханлығының айырымланыу позицияһы Туҡтамышҡа барып тоташа, ә Йәнекәй был процеста иң мөһим фигура була, тулыһынса өҫтөнлөк итә[13].
Үлеме
үҙгәртергә1437 йылда Йәнекәй ханым вафат була, Был Хажи Гәрәйҙең Ҡырымдағы хәлен ныҡ ҡаҡшата, Ул ярҙамһыҙ ҡала һәм мәжбүри рәүештә Литваға күсеп китә.[3]
Легендалар
үҙгәртергәЙәнекәй шәхесе менән бик күп төрлө легендалар һәм риүәйәттәр бәйле.[14] Бер легенда буйынса, ул, «йәш һәм матур ҡыҙ», Ҡырҡ-Ор ҡәлғәһен дошман һөжүменән һаҡлап һәләк була, һәм атаһы Тухтамыш уның һәләк булған урынында мавзолей төҙөргә ҡуша.[2][14], был бик үк ихтимал түгел, сөнки Туҡтамыш үҙе 1406 йылда ҡыҙы үлгәнгә тиклем үк һәләк булған[2]. Икенсе легенда буйынса, Йәнекәй һөйгәне менән бергә ата-әсәһенең ихтыярын ҡабул итмәйенсә һәләк була.[14] 1967 йылда М. Кустова халыҡ риүәйәтен яҙып ала, уға ярашлы, Йәнекәй йәшәгән Туҡтамыш һарайына көтөүсе Әли үтеп инә, ул Йәнекәйгә Ҡырҡ-Ор ҡамауҙа, ә кешеләр һыуһауҙан һәләк булыуын һәм уның тыумышы менән Иҫке Йорттан (Эски-Юрт) булыуын, һәм тик ул ғына, " ботаҡ кеүек нәҙек " ҡыҙ, һыуға барып етә алғанын әйтә; улар төн буйына һыу ташый, бассейнды тултыра. Риүәйәт буйынса, иртән Йәнекәй көсөргәнештән үлә, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙана.[2][15] Туҡтамыш һарайы ысынлап та Ҡырҡ-Орҙа (Ер) урынлашҡан: Бурунчак диуары районында емереклектәр һаҡланған, ә яҡындағы ҡаҙыу эштәре бай йорттарҙы биҙәгән күп һанлы семәр ярсыҡтарын асыҡлаған.[2]
Төрбә
үҙгәртергәЙәнекәй үлгәндән һуң мавзолей төҙөлә (ҡырымтатарса «төрбә».[3]) Төрбәләге мәрмәр ҡәбер ташы ғәрәп яҙыуы менән биҙәлгән: « Туҡтамыш хандың һижрә буйынса 841-се йылдың (1437—1438 йй.) Рамаҙан айында вафат булған ҡыҙы Бөйөк Йәнекәй ханымдың ҡәбере» тип яҙылған. "[2][3]. Мавзолейҙың төҙөлөү ваҡыты аныҡ билдәле түгел.[3] Бер версия буйынса, төрбә Ҡырҡ-Ор хакимәһе үлгәндән һуң, икенсеһе буйынса XVI быуат башында Миңлегәрәй (Менгли Гәрәй) Хажи Гәрәйҙең алтынсы улы төҙөгән.
Салачиктағы Хажи Гәрәйҙең төрбәһе һәм Баҡсаһарайҙағы Эске төрбә архитектура стиленең оҡшашлығы Миңлегәрәй идара иткән осорҙа төҙөлгәндер, моғайын, тигән фараз яһарға мөмкинлек бирә.[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Валиханов, 1984, с. 233
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Фадеева, 2007
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 Герцен, Могаричев, 1993
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Фадеева, 2001
- ↑ Едигей / Трепавлов В. // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2017.
- ↑ 6,0 6,1 Герцен, Могаричев, 1993, с. 60
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Герцен, Могаричев, 1993, с. 61
- ↑ Селезнёв, 2010
- ↑ Ибн Хаджар, 1884, с. 454
- ↑ аль-Макризи, 1884, с. 442
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Валиханов, 1984
- ↑ 12,0 12,1 Герцен, Могаричев, 1993, с. 63
- ↑ Герцен, Могаричев, 1993, с. 65
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Герцен, Могаричев, 1993, с. 58
- ↑ Кустовая, 1967
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ибн Хаджар аль-Аскаляни. XXIII. Из летописи Эльскалани // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды / В. Г. Тизенгаузен. — СПб.: Типография Императорской академии наук, 1884. — С. 449—454.
- Такиюддин аль-Макризи. XXI. Из сочинений Эльмакризи // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды / В. Г. Тизенгаузен. — СПб.: Типография Императорской академии наук, 1884. — С. 417—442.
- Гарустович Г. Н. Религиозная ситуация в Золотой Орде глазами современников // Ислам и власть в Золотой Орде. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2012. — С. 73—97. — ISBN 978-5-94981-163-4.
- Герцен А. Г., Могаричев Ю. М. Крепость драгоценностей. Кырк-Ор. Чуфут-кале. — Симферополь: Таврида, 1993. — С. 58—64. — ISBN 5-7780-0216-5.
- Тунманн И. Э. Крымское ханство. — Симферополь: Таврия, 1991.
- Фадеева Т. М. Горный Крым (Гробница Джанике-ханым дочери хана Тохтамыша ). — Симферополь: Бизнес-Информ, 2007.
- Фадеева Т. М. Тайны горного Крыма (Чуфут-кале и Успенский монастырь). — Симферополь: Бизнес-Информ, 2001. — 252 с.
- Чокан Ч. В. Собрание сочинений в пяти томах. — Алматы: Издательство Академии наук Казахской ССР, 1984. — Т. 1. — 432 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кустовая М. Сказание о Джанике из Кырк-ора // Легенды Крыма. — 1967.
- Селезнёв Ю. В. Деятельность хана Джелаль ад-Дина в контексте международных отношений эпохи Грюнвальдской битвы. — 2010. — № 2. — С. 46—51.
- /ж. «Башҡортостан ҡыҙы» /Көнсығыштың бөйөк ҡатындары. «Йәнекәй» Гөлнара Хәләфетдинова