Йәнекәев Рафаэль Ғизетдин улы
Йәнекәев Рафаэль Ғизетдин улы (10 ғинуар 1942 йыл — 27 июль 1993 йыл) — ғалим-педиатр. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан 2-се педиатрия кафедраһы мөдире, 1987 йылдан — пропедевтикалы факультет педиатрияһы, бер үк ваҡытта 1976—1980 йылдарҙа Республика балалар клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1987).
Йәнекәев Рафаэль Ғизетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1942 |
Тыуған урыны | Үрге Ҡарғалы, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 июль 1993 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | табип, педиатр, эндокринолог |
Эш урыны |
БДМУ Республика балалар клиник дауаханаһы |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРафаэль Ғизетдин улы Йәнекәев 1942 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуған. Дворян Йәнекәйевтар нәҫеленән[1]. 1967 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. 1967—1970 йылдарҙа Шишмә үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире була. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй башлай. 1983 йылда 2-се педиатрия кафедраһы мөдире, 1987 йылдан — пропедевтикалы факультет педиатрияһында, бер үк ваҡытта 1976—1980 йылдарҙа Республика балалар клиник дауаханаһында 30 карауатлы эндокринология бүлеген етәкләй. Профессор Йәнекәев Рафаэль Ғизетдин улы — Башҡортостан Республикаһында балалар эндокринология хеҙмәтенә нигеҙ һалыусы[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒилми эшмәкәрлеге ҡалҡан биҙе ауырыуҙары этиологияһын, шәкәр диабеты, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең енси үҫеше боҙолоуын өйрәнеүгә арналған. Балаларҙа эндокрин ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары һәм Башҡортостан шифаханаларының (шул иҫәптән Красноусольск һәм Салют) терапевтик факторҙарын ҡулланып уларҙы реабилитациялау буйынса тәҡдимдәр эшләнә һәм медицина практикаһына индерелә. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы[1]. 1993 йылдың 10 ғинуарында Өфөлә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1987).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Йәнекәев Рафаэль Ғизетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2022)
- ГБУЗ «Республиканская детская клиническая больница»/ История эндокринологического отделения 2022 йыл 9 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2022)