Йәмил (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Йәмил — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәЙәмил — матур, һөйкөмлө мәғәнәләрен аңлатҡан, башҡорттар араһында һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ғәрәптәрҙән таралған ир-ат исеме[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәБуранғолов Йәмил Айҙар улы (19 июнь 1958 йыл) — журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Мостафин Йәмил Мостафа улы (20 май 1927 йыл) — башҡорт совет прозаигы, тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы (1971) һәм Рәсәй Яҙыусылар союзының Юғары ижади советы ағзаһы. СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең әҙәби премиялары лауреаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).
Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29 апрель 1965 йыл) — йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
Фамилияла
үҙгәртергәЙәмилов Марат Арыҫлан улы (23 ноябрь 1938 йыл — 2 ноябрь 1996 йыл) — башҡорт театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |