Йәмилов Марат Арыҫлан улы
Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23 ноябрь 1938 йыл — 2 ноябрь 1996 йыл) — башҡорт театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1989) артисы.
Йәмилов Марат Арыҫлан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 ноябрь 1938 |
Тыуған урыны | Әнәс ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 1996 (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | театр актёры |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәМарат Арыҫлан улы Йәмилов 1938 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Әнәс ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай (педагогы Шамил Рәхмәтуллин).
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Сибай драма театрында башлай. Бында ул йөҙҙән артыҡ роль башҡара.
Ғаиләһе: ҡатыны Дилә Әхмәтфәиз ҡыҙы Билалова; улы, ҡыҙы һәм 6 ейәне. 1996 йылдың 2 ноябрендә Сибай ҡалаһында вафат була.
Театрҙағы ролдәре
үҙгәртергәЛояль («Тартюф» Мольер; дебют, 1965), Аҡмулла («Өҙөлгән моң», Кирәй Мәргән), Фәрит («Тал бөгөлә» , Ғабдулла Байбурин), Дауыт («Аҡҡош йыры», Баязит Бикбай), Гәзиз («Ҡыҙыл йондоҙ» ,Мәжит Ғафури). Салауат («Салауат. Өн аралаш ете төш» — Мостай Кәрим).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәмилов Марат Арыҫлан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2023)