Йәй ташы
Йәй ташы — Башҡортостандың Ғафури районы Ерек ауылынан йыраҡ түгел баҫыу уртаһында ятҡан, ямғыр культы менән бәйле мәжүси аллаларға табыныу ваҡытынан ҡалған, береһе ҡыҙғылт, икенсеһе йәшкелт төҫтәге эре таштар.
XI быуатта уҡ төрөк ғалимы Мәхмүд Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» («Төрөк һүҙҙәренә аңлатма») тигән хеҙмәтендә йәй ташы (ядаташ) тураһында яҙа: ҡоролоҡ ваҡытында кешеләр таштарҙы һыу менән йыуалар, туҡтамай ямғыр яуһа, таштарҙы һары май менән майлайҙар. Был йола үҙенең сығышы менән шаманизмға барып тоташа[1].
Йәй ташын тәрбиәләү йолаһын мең йылға яҡын ерле халыҡ, быуындан-быуынға күсереп, һаҡлап ҡалған. Улар бында мәжүсилеккә ҡаршы көрәш заманында ла, дингә ҡаршы атеизм ваҡытында ла таштарҙы һыу менән йыуырға, майларға килгән. Риүәйәт буйынса, әгәр ҡоро йыл булһа — ямғыр яуған, ямғырлы йыл булһа — ҡояшлы көндәр башланған.
Был таштар менән бик күп риүәйәттәр бәйле. Бер әбей бәләкәй генә таш киҫәген өйөнә алып ҡайтып сынаяҡ аҫтына һалған. Был таш төнө буйы сылтырап «илап» сыҡҡан. Таң атыу менән әбей «Илама, атайың-инәйең ошонда» тип ташты урынына алып барып һалған. Икенсе легенда буйынса, таштарға һабан йәки башҡа ер эшкәртеү йыһазы менән тейһәләр, тиҙ генә болоттар килеп сығып, ямғыр яуып үтә икән. Әгәр ямғыр яуҙырам тип юрый тейһәң, күпме тырышһаң да, ямғыр яумай икән.
Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү заманында был таштар ер эшкәртергә ҡамасаулай тип, ситкә күсерергә уйлайҙар. Ләкин эштәре бер ҙә килеп сыҡмай, йә трос өҙөлә, йә тракторҙың көсө етмәй, йә ҡапыл ғына башҡа ашығыс эш килеп сыға. Уларҙы баҫыу ситенә күсергән осраҡта ла, таштар киренән үҙ урындарына күсә икән. Таштар үҙҙәре күсәме, әллә күсергән кеше күсерәме икәне асыҡланмай ҡала.
Хәҙерге ваҡытта таштар ятҡан урын кәртәләп алынған.
Культ урынынан йыраҡ түгел Башҡортостандың географик үҙәген билдәләгән стела ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәЙәй ташы Викимилектә |
- [2] Филиал ВГТРК ГТРК "Башкортостан"
- http://www.krasnousolskii.com/articles.php?article_id=111 2009 йыл 27 июль архивланған.
- Диване Лөгатет-Төрк 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
- «Диван лугат ат-тюрк» (Словарь тюркских наречий", первый перевод на русский язык, Зифа-Алуа Ауэзова-Эрмерс). Алматы, «Дайк-Пресс», 2006, 1300 стр.
- «Республика Башкортостан» гәзите 2016 йыл 4 март архивланған.
- Таштарға бәйле тыйыуҙар. Юлдаш радиоһында тапшырыу яҙмаһы 2019 йыл 9 февраль архивланған.