«Йәшен ташы» — Башҡортостандың Белорет районы Асы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң яҡ ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәре. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәй. Кешеләр һәм көтөүҙә йөрөгән малдар яңылыш теймәһен өсөн, таштар кәртәләп алынған.

XX быуаттың 70-се йылдарында профессор Г. Фахрушев был таштарҙы өйрәнергә була. Тау тоҡомдары балсыҡлы эзбизташтан торған мергель булып сыға. Таштарҙың тәбиғи булмаған көсө тураһындағы «уйҙырма»ны шунда уҡ алып ташлай һәм был феноменға үҙенең аңлатмаһын бирә: «Был урын йәшен болоттарын үҙенә тартып тора. Юрмаш йылғаһы буйында ҙур тау массивтары урынлашҡан. Ул тауҙарҙың башында — таштары ҡойолоп ятҡан яланғас түбәләр. Шулай уҡ был тирәлә Ер ҡабығы сатнаған урындар аша радиоактив газдар сыға. Радиоактив газдар һауаны ионлаштыра һәм йәшен болоттарын хасил итеүҙә булышлыҡ итә».

Бындай асыштан һуң 20 йыл эсендә тәбиғәттең «асыуы»н килтерергә теләүсе туристар һаны ҡырҡа арта. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Батый яуы»нан һуң был тирәлә йәшен атыу осрағы ла бермә-бер күбәйә. Ләкин метеорологтар был күренеште сираттағы ҡояш әүҙемлегенә бәйләй.

Был турала уҡығыҙ

үҙгәртергә