Йәйәүлеләр өсөн үткәүел
Йәйәүлеләр өсөн үткәүел — юлдарҙың күп хәрәкәтле урындарында, юлдың был сигенән икенсе сигенә йәйәүлеләр уҙһын өсөн махсус билдәләнгән ара йәки яһалма ҡоролма. ЮХҠ (юл хәрәкәте ҡағиҙәләре) буйынса махсус билдәләр менән билдәләнә.
Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр юл киҫелештәре алдынан, йәмәғәт транспорты туҡталыштары яндарында, шулай уҡ башҡа урындарҙа, кешеләр хәрәкәте күп булған урындарҙа ЮХҠ ҡағиҙәләрен үтәү һәм хәрәкәтте тәртипкә һалыу өсөн тәғәйенләнә. Һәр үҙгәртеүҙәр ДАИ (автоинспекция) тарафынан конституция закондарына буйһоноп бойомға ашырыла.
Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙе классификациялау
үҙгәртергәЕр өҫтө үткәүеле
үҙгәртергәЕр өҫтө үткәүеле — йөрөй торған юл йәки тимер юлы аша юлдың был яғынан икенсе яғына үтеү өлкәһе. Ул торошонә һәм төрөнә ҡарап «зебра» менән йәки башҡа ысулдар ярҙамында билдәләнә.
Тәртипкә һалынмағандары
үҙгәртергәТәртипкә һалынмаған үткәүелдәр - иң арзаны һәм ябайы. Был урындарҙа машина һәм башҡа техника йөрөтөүселәр йәйәүлеләргә мотлаҡ юл бирергә тейеш. Ул үткәүелдәр ҙур булмаған урамдарҙа, машиналар ағымы аҙ булған юлдарҙа ҡулланыла. Рәсәйҙә ул урындар 5.19 «Йәйәүлеләр өсөн үткәүел» юл билдәһе менән билдәләнә. Светофор янында ла ул билдәләр ҡуйылырға мөмкин. Был әгәр светофор эшләмәһә йәки һары төҫ емелдәп торғанда.
2010 йылдан алып тәртипкә һалынмаған үткәүелдәрҙә, бигерәк тә ҡур ҡалаларҙа, автомобиль хәрәкәте көсөргәнешле урындарҙа өҫтәлмә саралар ҡулланыла башланы.
- «Йәйәүлеләр өсөн үткәүел» юл билдәһенең һары-йәшел төҫ менән уратылыуы
- Йөрөй торған юл ситендә ҡабатлап ҡуйыу
- Билдәнең төҫлө анимацияһы
- үткәүелдең яҡтыртылыуы
- Емелдәп тороусы һары уттар
- үткәүел алдынан “ятҡан полиция” яһау
- Тауышлы һыҙаттар ( 4-5 “ятҡан полиция” ҡуйыла, уларҙың араһы үткәүел яҡынлаашҡан һайын йышая.
- Зебраны өҫтәмә һары-ҡыҙыл төҫтәр менән буяу( аҡ һәм һары-ҡыҙыл төҫтәр аралаша)
Көйләнгәндәре
үҙгәртергәКөйләнгән үткәүелдәр — төҙөк светафорҙар һәм уның теүәл тәртиптә эшләгәндәре.
Урамһыҙ үткәүелдәр
үҙгәртергәҮткәүелдәр шулай уҡ ер аҫтынан һәм ер өҫтөнән дә эшләнергә мөмкин.
Ер аҫты үткәүелдәре
үҙгәртергәБыл үткәүелдәр оло юл ағымында йәки тимер юлы аша ер аҫтынан төҙөлә.
Ер өҫтө үткәүелдәре
үҙгәртергәБыл үткәүелдәр юл ағымы аша йәки тимер юлдарында күпер формаһында төҙөлә.
Ҡағиҙәләр
үҙгәртергә«Йәйәүлеләр өсөн үткәүел» юл билдәләре
үҙгәртергәДорожные знаки «Пешеходный переход» Викимилектә |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәЙәйәүлеләр өсөн үткәүел Викимилектә |
- Оценка безопасности нерегулируемого пешеходного перехода
- Оборудование для пешеходных переходов . digitalforces.net. Дата обращения: 25 декабря 2008. Архивировано 21 ғинуар 2012 года. 2011 йыл 16 апрель архивланған.
- "Воздушная зебра" - концепт по повышению безопасности пешеходного перехода . Студия Артемия Лебедева. Дата обращения: 28 июня 2010. Архивировано 21 ғинуар 2012 года.