Йәйге Олимпия уйындарында еңел атлетика 1980
1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында еңел атлетика буйынса ярыштар 1980 йылдың 24 июленән 1 авгусына тиклем В. И. Ленин исемендәге Үҙәк стадиондың Ҙур спорт аренаһында, шулай уҡ Мәскәү урамдарында үтә.
Йәйге Олимпия уйындарында еңел атлетика 1980 | |
Розыгрыш какого турнира | Олимпия уйындарында еңел атлетика |
---|---|
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Дәүләт | СССР |
Урын | Мәскәү |
Ваҡиға ваҡыты | 1980 |
Ҡатнашыусылар һаны | 959 |
Йәйге Олимпия уйындарында еңел атлетика 1980 Викимилектә |
70 илдән 960 спортсы (694 ир-ат һәм 266 ҡатын-ҡыҙ) 38 миҙал тупланмаһы өсөн көс һынаша (24 — ир-аттар өсөн һәм 14 — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн). Ярышты үткәреүселәр иң уңышлыһы була: совет спортсылары 41 миҙал (15 алтын, 14 көмөш һәм 12 бронза) яулай. СССР спортсылары программаның 38 төрөнөң 9-ында ғына наградаһыҙ ҡала. Бынан дүрт йыл элек Монреалдәге Уйындарҙа совет спортсылары программаның 37 сараһында ни бары 4 алтын миҙал яулауға өлгәшә.
Шулай уҡ ГДР-ҙың еңел атлеттары Мәскәүҙә бик уңышлы сығыш яһай, 29 миҙал яулай, шуларҙың 11-е алтын була (4 йыл элек Монреалдә лә улар шундай уҡ һанда алтын миҙал яулай). Мәскәүҙә еңел атлетика буйынса наградаларҙы 17 ил вәкилдәре яулай, шуларҙың 7-һе 1-ҙән дә кәм булмаған алтын яулауға өлгәшә.
1980 йылда АҠШ һәм уның союздаштарының йәйге уйындарға бойкот иғлан итеүе арҡаһында ҡайһы бер көслө спортсылар Мәскәү Олимпиадаһына килмәй.
Монреалдәге үткән Йәйге Олимпия уйындары менән сағыштырғанда еңел атлетика программаһына 1 дисциплина өҫтәлә — ир-егеттәр өсөн 50 километрға спорт атлауы (спорт йөрөшө) олимпия программаһы кире ҡайта.
Программаның 38 төрөндә 6 донъя рекорды ҡуйыла( Монреалдәгенән 1-гә кәм). Ике һөҙөмтә (Надежда Олизаренко 800 метрға йүгереүҙә һәм Илона Слупянек атыуҙа) әлегә тиклем олимпия рекордтары булып тора.
Миҙалдар үҙгәртергә
Дөйөм иҫәп үҙгәртергә
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | СССР | 15 | 14 | 12 | 41 |
2 | ГДР | 11 | 8 | 10 | 29 |
3 | Бөйөк Британия | 4 | 2 | 4 | 10 |
4 | Италия | 3 | 0 | 1 | 4 |
5 | Польша | 2 | 4 | 1 | 7 |
6 | Эфиопия | 2 | 0 | 2 | 4 |
7 | Куба | 1 | 2 | 1 | 4 |
8 | Танзания | 0 | 2 | 0 | 2 |
8 | Чехословакия | 0 | 2 | 0 | 2 |
10 | Болгария | 0 | 1 | 1 | 2 |
10 | Финляндия | 0 | 1 | 1 | 2 |
12 | Ямайка | 0 | 0 | 2 | 2 |
13 | Австралия | 0 | 1 | 0 | 1 |
13 | Испания | 0 | 1 | 0 | 1 |
13 | Нидерланд | 0 | 1 | 0 | 1 |
16 | Бразилия | 0 | 0 | 1 | 1 |
16 | Франция | 0 | 0 | 1 | 1 |
Миҙал яулаусылар үҙгәртергә
- WR — донъя рекорды
- OR — олимпия рекорды
Ирҙәр үҙгәртергә
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙгәртергә
Спорт объекттары үҙгәртергә
Лужники | Фрунзенская яр буйы |
---|---|
Лужники стадионы Ҙур аренаһы Олимпиаданы асыу ваҡытында |
Фрунзенская Яр буйы 2009 йылда |
Һыйҙырышлыҡ: 80 000 | Марафон старты һәм финиш Лужникиҙа бирелә һәм ҡабул ителә, ә дистанция үҙе яр буйлап үтә |
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Лёгкая атлетика на московской Олимпиаде 2020 йыл 21 июль архивланған. (инг.)