Йүрүҙән ҡала биләмәһе

Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының муниципаль берәмеге

Йүрүҙән ҡала биләмәһе — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының муниципаль берәмеге. Административ үҙәге — Йүрүҙән ҡалаһы.

Йүрүҙән ҡала биләмәһе
Байраҡ[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Йүрүҙән[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡатау-Ивановск районы
Халыҡ һаны 14 174 кеше (2002),
12 578 кеше (2010)[2],
12 546 кеше (2011)[3],
12 446 кеше (2012)[4],
12 300 кеше (2013)[5],
12 167 кеше (2014)[6],
12 099 кеше (2015)[7],
11 923 кеше (2016)[8],
11 694 кеше (2017)[9],
11 424 кеше (2018)[10],
11 188 кеше (2019)[11],
10 917 кеше (2020)[12],
10 298 кеше (2021)[13],
10 142 кеше (2023)[14]
Карта

Ҡала биләмәһе статусы һәм сиктәре Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 9 июлендә ҡабул ителгән «Ҡытау-Ивановск муниципаль районы, уның составындағы ҡала һәм ауыл биләмәләренең статусы һәм сиктәре тураһында» 241-ЗО законы[15] менән раҫланған.

Географияһы

үҙгәртергә

Өлкә үҙәге Силәбе ҡалаһынан 236 км көнбайышта, район үҙәге Ҡытау-Ивановск ҡалаһынан 19(24) км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.

Ваҡыт Мәскәү ваҡытынан 2 сәғәт айырма менән йөрөтөлә.

Географик киңлеге: 54°52'; географик оҙонлоғо: 58°26'.

Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә, Кама бассейны Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан[16].

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Гидроним нигеҙендә — боронғо төрки һүҙе үҙән — 'йылға', 'үҙән'. Беренсе өлөшө башҡортса йор 'шәп, теремек' йәки көнсығыш диалекты һүҙе йур 'ҙур', йәғни Йүрүҙән — 'шәп йылға' йә 'ҙур йылға' мәғәнәләре ята[16] тип яҙғандар Ҡытау-Ивановск муниципаль районы сайтында.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа: Йүрүҙән, йылға, Өфөнөң һул ҡушылдығы, район ҡарамағындағы ҡала, тимер эшкәртеү заводы төҙөү сәбәпле, 1758 йылда нигеҙләнә. ХVIII быуат документтарында: Юрузян, Юрезен, Юрюзан, Юрьюзен, Ерьюзян, Джирюзян, Эрезен формаһында иҫкә алына. Нигеҙендә «йылға» мәғәнәһендәге үҙән боронғо төрки географик термины ята, хәҙерге башҡорт телендә «үҙән» (долина) мәғәнәһенә эйә. Беренсе ижегендәге йүр өлөшөн төрлөсә аңлаталар: йор — «шәп», «йылғыр», йур (көнсығыш диалектында) — «ҙур», йөрөү — «йөрөргә», «йүгерек», ер — «ер»


Йүрүҙән тораҡ пунктына 1758 йылдың 6 ноябрендә нигеҙ һалына. Ҡала статусы 1943 йылдың 18 июнендә бирелә. Үҙ эсенә ике тораҡ пунктын: Йүрүҙән ҡала биләмәһен һәм Первуха ауылын индерә. Майҙаны — 1878 га. Ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиеһы юҡ.

1758 йылдың 6 ноябрендә Йүрүҙән-Ивановск заводына нигеҙ һалыу тураһында Сенат Указы раҫлана. 1763 йылдың 25 февралендә тәүге домна эшләй. Һәм шул дәүерҙән башлап, 50 йыл һайын тиерлек яңы домна һәм 10-ға яҡын крица ҙур сүкештәре асылған. 100 йыллыҡ юбилейына завод 370 863 бот тирәһе суйын һәм 265 378 бот тимер етештергән. Ә 25 йылдан һуң күрһәткестәр ике тапҡырға яҡын артҡан.

Йүрүҙән заводы продукцияһы үҙенең юғары сифаты менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылған. 1892 йылға саҡлы иретмәне баркаларҙа Йүрүҙән йылғаһы буйлап төшөргәндәр, артабан Вязовая станцияһынан тимер юл аша оҙатҡандар. 1881 йылда Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ һәм Ҡытау-Ивановск араһында Рәсәйҙә беренселәрҙән булып телефон бәйләнеше булдырыла. ХХ быуат башындағы иҡтисади көрсөк һәм социаль үҙгәрештәр осоро етештереүҙе тулы торғонлоҡҡа килтерә: 1908 йылдың 12 июлендә һуңғы тапҡыр суйын иретелә. Йүрүҙәнлеләр 1905 һәм 1917 йылғы ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. Граждандар һуғышы осоро 1919 йылдың 7 июлендә Революцион комитет ойошторолоу менән тамамлана. Ревком рәйесе В. В. Климанов була. 1921 йылдың мартында Йүрүҙән ҡалаһына Петроград даға заводының ҡорамалдары килтерелә һәм 1922 йылда ат дағалары етештереү яйға һалына, ә биш йылдан шип (бер деталде икенсе деталгә тығыҙ итеп беркеткәндә, икенсе деталдең соҡорона кейҙерелә торған сөй) етештереү башлана. Ҡаланың тирә-яғы ылыҫлы һәм япраҡлы урманға бай булғанлыҡтан, 1930 йылда Йүрүҙән урман сәнәғәт хужалығына нигеҙ һалына.

Бөйөк Ватан һуғышы оборона мәнфәғәтенә кәрәкле етештереүҙе талап итә. 1941 йылдың сентябрендә Йүрүҙәнгә Тула ҡорал заводы күсерелгәндән һуң, ҡалала сәнәғәт үҫеше яңы әйләнеш ала.

Һуғыш йылдарында Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты ойошторған Бөтә Союз социалистик ярышында Йүрүҙән заводы — 8 тапҡыр беренсе урын, 16 тапҡыр — икенсе урын һәм 7 тапҡыр өсөнсө урын яулай. Коллективҡа һигеҙ тапҡыр ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм Оборона Дәүләт комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. 1945 йылдың 20 апрелендә Йүрүҙән заводы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн лётчик-истребитель Дмитрий Сырцов, миномётчик Борис Малахов, артиллерист Иван Кукарин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Йөҙәрләгән йүрүҙәнлеләр гитлерсы илбаҫарҙарға ҡаршы алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Артиллеристар Владимир Климанов һәм Павел Раскатов тарихи Еңеү Парадында ҡатнаша.

Һуғыштан һуң Йүрүҙән заводы тыныс тормош продукцияһын — комбайн һәм сәнәғәт сылбырҙарын (14-се цех) етештереүгә күсә: тәүге 1200 метр сылбыр 1945 йылдың октябрендә етештерелә.

«АЛЬБА-ЦЕПЬ» ЯСЙ-һы был производствоны бөгөнгө көндә лә дауам итә: миҙгеленә тап килтереп, втулка-роликлы комбайн сылбыры (сибе), «Енисей» һәм «Дон» комбайндарына ауыш камералар транспортеры эшләп сығара.

1960 йылдың көҙөндә Үҙәк телевидение «Йүрүҙән» һыуытҡыстарының тәүге партияһын рекламалай. 1964 йылдың 16 февралендә — 100 меңенсе һыуытҡыс, 1968 йылдың 12 авгусында — 500 меңенсе, ә 1972 йылдың 18 майында миллионынсы һыуытҡыс етештерелә. Хәҙерге ваҡытта һыуытҡыс етештереү туҡтатылған.

2001 йылдан Йүрүҙән-Полимер «УралАЗ» заводына, Ҡытаутамаҡ ҡалаһындағы Вагондар эшләү заводына трамвай вагондары көптәре етештерә[18].

Мәғарифы һәм мәҙәниәте

үҙгәртергә

1878 йылда Йүрүҙәндә тәүге ағас мәктәп (янғындан һуң 1895 йылда — кирбестән) һалына.

Хәҙерге ваҡытта ҡалала 4 дөйөм белем биреү мәктәбе:

- Н. К. Крупская исемендәге 1-се урта белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы (624 уҡыусы)

- 2-се урта дөйөм белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы (489 уҡыусы)

- 2-се төп дөйөм белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы (116 уҡыусы)

- 3-сө төп белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы (92 уҡыусы)[19].

Ҡасабаның сәнәғәт йүнәлешле булыуы 1930 йылда Йүрүҙән ФЗУ мәктәбен асырға этәргес бирә.

Хәҙер 21-се башланғыс һөнәри белем биреү дәүләт дөйөм белем биреү учреждениеһы белгес-һөнәрмәндәр әҙерләп сығарыуын дауам итә.

1960 йылдың сентябренән Йүрүҙән киске механика техникумы белгестәр әҙерләй башлай.

1998 йылдан П. П. Аносов исемендәге Златоуст индустриаль техникумының Йүрүҙән филиалы итеп үҙгәртелә (300-ләп уҡыусы).

Бюджет һәм контракт нигеҙендә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә түбәндәге специальностар: 1201 «Технология машиностроения», 1705 «Техническое обслуживание и ремонт автомобильного транспорта», 0601 "Экономика и бухгалтерский учет (тармаҡтар буйынса), 0201 «Правоведение», 0602 «Менеджмент» буйынса уҡыусылар ҡабул ителә[18].

1959 йылдың 26 апреленән Пионерҙар йорто эшләй (хәҙерге көндә — Ижад йорто).

1969 йылдан Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Хәҙерге ваҡытта фортепиано, гитара, скрипка бүлектәре бар.

Первуха ауылы Ҡытау-Ивановск районы Йүрүҙән ҡала биләмәһенә инә. XIX быуат башында Йүрүҙән заводы эргәһендә барлыҡҡа килә. Өфө губернаһы Первухино ауылының крепостной крәҫтиәндәре күсерелә. 1830 йылда бирнә сифатында генерал И. О. Сухозанет ғаиләһенә бирелә. Ауыл халҡы тимер мәғдәне табыу, ағас күмере етештереү менән шөғөлләнгән һәм улар менән заводтарҙы тәьмин иткән. 1960-1970-се йылдарҙа ауылда урман пункты, хәҙер — урман хужалығы эшләй[16].

Халыҡ иҫәбе
20022010[20]2011[21]2012[22]2013[23]2014[24]2015[25]
14 17412 57812 54612 44612 30012 16712 099
Тораҡ пунктТораҡ пункт тибыХалҡы
1 Первуха ауыл 8[24]
2 Йүрүҙән ҡала, административ үҙәк 11 908[26]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Юрюзань // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  3. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года (урыҫ)
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  6. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ)М.: Росстат, 2018.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
  13. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  14. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
  15. Закон Челябинской области от 9 июля 2004 года № 241-ЗО «О статусе и границах Катав-Ивановского муниципального района, городских и сельских поселений в его составе»
  16. 16,0 16,1 16,2 Ҡытау-Ивановск муниципаль районы
  17. Шувалов Н. И. Юрюзань // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  18. 18,0 18,1 [1]
  19. Кавтав-Ивановский муниципальный район
  20. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  21. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  24. 24,0 24,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  26. Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.