Йылҡы йылы - 12 йыллыҡ мөсәлдә Йылан йылы менән Ҡуй йылы араһындағы етенсе йыл [1]

Ҡаҙағстан банкыһы монетаһы

Мөсәл күп Азия илдәрендә - Ҡытайҙан тыш Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Шри-Ланка,Камбоджа,Таиланд һәм Лаос кеүек илдәрҙә, төрки халыҡтарҙың күпселегендә, шул иҫәптән башҡорттарҙа һәм монголдарҙа ҡулланыла. Ун ике йылда бер йылдар ҡабатланып тора. Григориан календары буйынса Йылҡы йылы 1990, 2002, 2014 йылдарҙа булды. Киләһе Йылҡы йылы 2026 йылда ҡабатланасаҡ.

Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар мөсәл буйынса кеше сифаттарына күрәҙәлек итмәй, тик быуаттар тәжрибәһенән сығып йыллыҡ һауа торошо, уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булараҡ ҡулланған.

Башҡа йылдарҙан айырмалы, Йылҡы йылы тәбиғәт торошона ғына түгел, ил-йорт хәлдәренә бәйле яу йылы тип әйтемгә ингән. Күрәһең, күпселек яуҙар Йылҡы йылы башланғандыр.

  • Йылҡы йылы — яу йылы, һыуыҡлыҡ, ҡытлыҡ [2]

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Гүзәл Ситдиҡованың "Йылҡы йылы" шиғыры һынамышҡа ла, 2014 йылғы ил-йорт хәлдәренә лә бәйләп яҙылған.


Йылҡы йылы - йыуатыр,

Йышырағы - илатыр,

Сәпсеп китеп, үрәпсеп

Эйәренән ҡолатыр.

Йылҡы йылы - аттай эш,

Сатнап китер хатта теш,

Тояҡтары ут сағыр,

Әйтерһең дә тапау-түш.

Йылҡы йылы - яу йылы,

Батшаларҙың дау йылы,

Юғалһын һуғыш йылы

Кире ҡайтмаҫҡа булып.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Китайский зодиак

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 448-се бит..
  2. Народный календарь [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
  • Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
  • Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
  • Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
  • Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә