Йомаҡ (Мәләүез районы)
Йомаҡ (рус. Юмаково) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 176 кеше[2]. Почта индексы — 453875, ОКАТО коды — 80241830009.
Ауыл | |
Йомаҡ рус. Юмаково | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453875 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 176 | 100 | 76 | 56,8 | 43,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (94 %)[3].
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәЙомаҡ ауылын 1786 йылғы Өфө наместниклығы картаһында табырға мөмкин. V ревизия үткәрелгән мәлдә был ауылда 24 йортта 145 кеше теркәлгән булған, 55 йыл үткәндән һуң, йорттар һаны үҙгәрмәһә лә халыҡ һаны 40-ҡа артҡан. Ошо ауылға нигеҙ һалыусы Йомаҡтын улы 1755 йылғы Исхаҡ Йомаҡов улы Кәлимулла менән йәшәүе тарихи сығанаҡтарҙа теркәлгән.
1842 йылда ауыл халҡында 210 йылҡы, 155 һыйыр малы булған, шулай уҡ 25 һарыҡ һәм 42 умарта теркәлгән. Йомаҡтан Иҙел ағышы буйынса аҙ ғына түбәнерәк уң яҡ ярҙа Йомаҡай ауылы булған. Унда XVIII быуат һуңында 20 йорт булып 122 кеше йәшәһә, XIX быуат урталарында 26 йортта 245 кеше теркәлгән.
Ауылға нигеҙ һалыусы Йомаҡай Бейембәтов, уның улдары Байназар Йомаҡаев(1751—1829), Мырҙаш Йомаҡаев(1791—1849) йорт старшиналары булғандар. Байназарҙың улдары Гәҙелша, Заһиҙулла, Әхмәт, Мырҙаштың улы Абдулвәли ҙә Йомаҡта төпләнгәндәр.
1920 йылда үткәрелгән иҫәп алыуҙарҙа был ике ауыл бергә Йомаҡ-Йомаҡай тип күрһәтелгән, 66 йортта 297 кеше йәшәгән[4].
XX быуат аҙағынаса ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй, һуңыраҡ ул башланғыс мәктәп булып ҡала. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. Был мәктәпте тамамлаған балаларҙың бер өлөшө Салауат ҡалаһында уҡыуын дауам итһә, бер өлөшө күрше Ергән ауылында татарса уҡып урта белем ала.
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (22.10.1917—27.03.1985), совет партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. - Уфа, Китап, 2009. - 744 с., страница 64 2022 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
Сығанаҡтар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Әсфәндийәров Ә.З. Башҡорт АССР-ы ауылдары тарихы.Өфө «Китап» нәшриәте −1990 й.
- Мәләүез ере: Кисә,бөгөн, иртәгә.Өфө «Китап» нәшриәте — 2000 й.