Йомаҡ торамалары

Археологик ҡомартҡы

Йомаҡ торамалары (рус. Юмаковские поселения) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Йомаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡылары, Береговка археологик микрорайоны ҡомартҡылары төркөмөнә инәләр.[1][2][3]

Йомаҡ торамалары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Мәләүез районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Йомаҡ торамалары Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Йомаҡ ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәненең уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Мәләүез) — 25 км, ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ергән) — 7 км.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Ҡомартҡы майҙанын археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙыу эштәре ваҡытында Йомаҡ ауылы эргәһендә 4 торама табылған.

I Йомаҡ торамаһы

I Йомаҡ торамаһы ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡомартҡының майҙаны 4800 м², 134 м² ҡаҙылған. Оҙонса түңәрәк нигеҙле, 15×20 м дәүмәлле торлаҡ табылған. Ҡаҙып сығарылған балсыҡ һауыттар — Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте артефакттары булып тора. Таш иген онтағыстар, төйгөстәр кеүек эш ҡоралдары, металл эшкәртеү әйберҙәре — таш һандалдар, балсыҡтан яһалған иретеү табағы ярсыҡтары һәм хайуан һөйәктәре табылған.

II Йомаҡ торамаһы

II Йомаҡ торамаһы ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Майҙаны 12 мең м², 240 м² ҡаҙылған. Таш усағы, хужалыҡ соҡоро һәм ҡоҙоғо булған тура мөйөшлө, 5,6×10,4 м дәүмәлле 13 ер өҫтө торлағы табылған.

Керамика Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.

Эш ҡоралдары — бронза беҙҙәр, таш иген онтағыстар, төйгөс, ҡырғыс, арҡыры балта; ҡорал — таш бысаҡтар, һөйәк уҡ башаҡтары; металл эшкәртеү ҡоралдары — таш сүкеш, балсыҡтан яһалған иретеү табаҡтары, тигелдәр, сүместәр; хайуан һөйәктәре табылған.

III Йомаҡ торамаһы

III Йомаҡ торамаһы ауылдан көнбайышҡа табан 2—2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 320 м² ере ҡаҙып тикшерелгән. Усаҡлы 5 торлаҡ, улар тирәләй бағана соҡорҙары, көл табылған. Эш ҡоралдары — таш төйгөс, орсоҡбаш, һөйәк беҙ һәм тишкестәр; бронза сулпы, металл эшкәртеү ҡоралдары асыҡланған.

IV Йомаҡ торамаһы

IV Йомаҡ торамаһы ауылдан көньяҡҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 412 м² ере ҡаҙылған. 6 ҡоролма, шул иҫәптән, тура мөйөшлө, яҡынса 9×12 м 2 дәүмәлле ер өҫтө торлағы табылған. Керамика Абаш һәм Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Металл иретеү табаҡтары ярсыҡтары, таш балталар, бронза беҙ, һөйәк бырауҙар һәм тишкестәр табылған.

Торамаларҙа йәшәүселәр малсылыҡ һәм тимер эшкәртеү менән шөғөлләнгән.

Йомаҡ торамалары материалдары М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты фондында һаҡлана.

Асыштар тарихы

үҙгәртергә

I Йомаҡ торамаһы 1952 йылда Владимир Петрович Викторов[4] тарафынан асыла, 1978, 1982 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов өйрәнә.

II Йомаҡ торамаһы 1978 йылда В. С. Горбунов тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1987 йылда уның менән СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов өйрәнә.

III Йомаҡ торамаһы 1987 йылда Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

IV Йомаҡ торамаһы юл төҙөү эштәре барышында табылған, 1989 йылда В. С. Горбунов тарафынан тикшерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В. С. Горбунов Йомаҡ торамалары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  4. Е. В. Иванова, О. В. КузнецоваБИОГРАФИЯ ВИКТОРОВА ВЛАДИМИРА ПЕТРОВИЧА

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Горбунов В. С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.
  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.