Йоһанн Гутенберг

немец беренсе нәшриәтсе
(Йоганн Гутенберг битенән йүнәлтелде)

Иоһа́нн Генсфляйш цур Ладен цум Гу́тенберг[6] (нем. Johannes Gensfleisch zur Laden zum Gutenberg; 1397 һәм 1400 йылдар араһында, Майнц — 3 февраль 1468 йыл, Майнцта), шулай уҡ Гутенберг[7][8] — немец беренсе нәшриәтсе, Европаның беренсе типографы. 1440 йылдарҙа күсереп булған литералар ярҙамында китап баҫыу ысулын уйлап сығарыусы, европа мәҙәниәтенә генә түгел, уның асышы бөтә донъя тарихына ҙур йоғонто яһаған.

Йоһанн Гутенберг
нем. Johannes Gutenberg
Герб
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Изге Рим империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Johannes Gensfleisch zur Laden zum Gutenberg
Тыуған көнө 1400[1][2][3][…]
Тыуған урыны Майнц[d], Изге Рим империяһы
Вафат булған көнө 1468
Вафат булған урыны Майнц[d], Майнцское курфюршество[d], Изге Рим империяһы
Ерләнгән урыны Майнц[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Фриле Генсфлейш[d][4]
Әсәһе Эльза Вирих[d][4]
Бер туғандары Friele Gensfleisch[d] һәм Else Vitztum[d][4]
Һөнәр төрө уйлап табыусы, типограф, гравёр, инженер, ковщик, ювелир, минцмейстер
Эшмәкәрлек төрө уйлап табыусы[d]
Уҡыу йорто Эрфуртский университет[d]
Әүҙемлек урыны Майнц[d][1] һәм Страсбург[5]
Изображается на Gutenberg stele[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Йоһанн Гутенберг Викимилектә

1439 йылда Гутенберг хәрәкәтсән литералар ҡулланған тәүге европалы булған. Уның китап баҫыуға индергән өлөшө иҫәбендә: күсереп йөрөтөлгән литералар ярҙамында күпләп етештереү процесы уйлап табыла; май нигеҙендә ҡара, көйләнгән матрица, механик хәрәкәтсән литералар һәм ул осорҙа ауыл хужалығында ҡулланылған винтлы престарға оҡшаш ағас баҫма машина ҡуллланып китап сығарыу. Был элементтарҙы берләштереп, күпләп баҫма китап сығарыу мөмкинлеген һәм типографтар өсөн дә, китап уҡыусылар өсөн дә иҡтисади яҡтан отошло практик системаны булдырған. Гутенбергтың литералар эшләү алымы традицион гарт (иретмә) һәм ҡойоу формаларын үҙ эсенә ала. Иретмәне ҡойоу өсөн сағыштырмаса түбән температура талап ителгәнлектән, ҡурғаш (свинец), аҡ ҡурғаш (олово) һәм һөрмә ҡатышмаһын түбән температурала тиҙ һәм сифатлы иретеп, оҙаҡ файҙаланырлыҡ литералар ҡойола.

Хәрәкәтсән литераларҙы ҡулланыу Европала китап етештереүҙең төп ысулы булған ҡулъяҙманы, шулай уҡ ксилографияны асыҡтан-асыҡ яҡшыртыу була, европа китап етештереүендә революцияға алып килгән. Гутенбергтың китап баҫыу технологияһы бөтә Европа һәм һуңынан бөтә донъя буйынса тиҙ тарала.

Уның төп эше, Гутенберг Библияһы (шулай уҡ 42 юлдан торған Тәүрат булараҡ билдәле), Библияның тәүге баҫма версияһы була һәм юғары эстетик һәм техник сифаты өсөн танылыу ала.

Биографияһы

үҙгәртергә

Гутенберг тормошо буйынса документаль сығанаҡтарҙың икле булғанлығы сәбәпле, уның бәйләнешле биографияһын тергеҙеү мөмкин түгел. Ул йәшәгән заманда, ҡағиҙә булараҡ, фәҡәт күренекле сәйәси фигуралар һәм сирәү әһелдәренең биографиялары ғына ышаныслы сығанаҡтарға индерелеү хоҡуғы алған. Был планда Гутенберг башҡалар кеүек ябай кеше булған, йәғни айырыуса ҡыҙыҡһыныу менән файҙаланмаған. Шуға ҡарамаҫтан, уйлап табыуы уңайынан замандаштары уның тормошоноң ҡайһы бер факттарын китапта сағылдырған.

1400—1448. Иртә эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Иоһанн Гутенберг майнц патрицийы Фриле Генсфляйш һәм Эльза Вирих ғаиләһендә тыуған. Патрицийҙар тип Урта быуат Германияһында ҡала бюргерҙары юғары ҡатламына ҡараған граждандарҙы атағандар. Әсәһе буҫтау һатыусылар ғаиләһенә ҡараған, шулай итеп Иоһанндың ата-әсәһенең 1386 йылда төҙөлгән никах союзын мезальянс тип атарға мөмкин. Нәҡ бында герман сиркәүе архиепискобы, курфюрст һайланғанлыҡтан, Майнц бик мөһим ҡала булған. Был патрициат һәм цехтар араһында бәрелештәр барған күп ҡалаларҙың береһе була, һәм бындай хәл патрициат еңелгән осорҙа Иоһанндарҙың ғаиләһен ҡаланы ваҡытлыса ташлап китергә мәжбүр иткән.

Гутенбергтың ата-бабалары Майнцта XIV быуаттың беренсе яртыһында күҙәтелә. Генсфляйш фамилияһы ғаилә һатып алған имение атамаһы менән бәйле. Гутенберг фамилияһы атаһы яғынан. Гутенберг рыцарь булғанмы, был һорау асыҡ ҡала, сөнки Германияла патриций булыу рыцарь тигәнде аңлатмаған. Был фаразды ике сығанаҡ раҫлай ала: француз короле Карл VII ордонансы һәм 1483 йылғы венециан хроникаһы. Әммә әсәһенең сығышы һәм Гутенбергтың шөғөл төрө рыцарь дәрәжәһенә эйә булыуға ҡаршы килә.

Гутенбергтың тыуыу датаһы аныҡ билдәле түгел, суҡындырыу яҙмалары һаҡланмаған. Ул иң кинйә бала икәнлеге билдәле (ағаһы Фриле, апалары Эльза һәм Патце). Тыуған йылдары яҡынса 1395—1400 йылдар тип алына, шартлы тыуған көнө тип 1400 йылдың 24 июне — Иоанн Креститель көнө алына. Тыуған урыны ла теүәл билдәле түгел.

Балалыҡ һәм үҫмер йылдары тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Монастырь мәктәбендәуҡыуы ихтимал, артабан һөнәр нигеҙҙәрен өйрәнә. Страсбургта Гутенберг зәргәр эшенә өйрәнгәне билдәле, әммә был эштә оҫта тигән исем алыу мотлаҡ була. Әммә кем уға оҫталыҡ ниеҙен биргәне лә билдәле түгел. 1434 йылға тиклем Гутенбергтормошо тураһында бик аҙ билдәле.

1434 йылдан 1444 йылға саҡлы Страсбургта йәшәй, ярым ҡиммәтле таштарҙы (аҡыҡ, оникс аҡыҡтың бер төрө) шымартыу һәм табыныусыларға көҙгөләр эшләү менән шөғөлләнә. Һәм шул уҡ ваҡытта китап баҫыу мөмкинлектәрен һынағандыр. 1438 йылда өйрәнсеге Андреас Дритцен һ. б. менән Страсбургта пай нигеҙендә көҙгө әҙерләү буйынса товарищество, шулай уҡ коммерция формаһында тормошҡа ашырырлыҡ бер йәшерен «сәнғәт предприятиеһы» (Afentur mit der kunst) төҙөргә тырышҡан. Товарищество эшмәкәрлеге, Андреас үлгәндән һуң, Дритцен вариҫтарының Гутенбергҡа ҡаршы суд процесы менән тамамлана, 1439 йылда суд ҡарары Гутенберг өсөн ыңғай тамамлана.

Был процестың документтары ошо йәшерен эштең китап баҫыу асышы икәненә ишаралай. Текстарҙа пресс, ҡурғаш, формалар ҡойоу, «баҫып төшөрөлгән биҙәк» йәки «баҫыу» тигән һүҙҙәр осрай. Моғайын, был ваҡытта Гутенберг литераларҙы ҡойоу конструкцияһын эшләгәндер тип фаразлайбыҙ. Ул үҙенең уйлап сығарыуына яҡын торған, әммә компаньонының үлеме, конструкцияның ҡайһы бер өлөшө Андреастың вариҫтарында тороп ҡалғанлыҡтан, эште һуңғараҡ ҡалдыра.

XV быуатты тикшеренеүселәрҙең күпселеге китап баҫыуҙы Гутенберг 1440 йылда аса тип иҫәпләгән[9]. 1440 йыл заманса китап баҫыуҙың башы тип һанау аббат Рекендың (Requin, «L’imprimerie à Avignon en 1444») 1890 йылда авиньон нотариустарының эштәренән алған документтар менән раҫлана. Был документтарҙан 1444 һәм 1446 йылдарҙа ниндәйҙер бер Прокопий Вальдфогель аҡсаға йә башҡа отошҡа ынтылып, «яһалма яҙма» серҙәрен өйрәтеү эше буйынса килешеүҙәр төҙөгәне билдәле була. Вальдфогель һәм Гутенберг бер үк кеше тигән фараздар күрһәтелә, әммә раҫлауы ҡыйын.

Моғайын, суд дәғүәләшеүенән бер ни тилем ваҡыт үткәс, Гутенбергтың уйлап сығарыуы Страсбургта тәжрибәлә ҡулланылып, һынап ҡаралғандыр. Ул осор баҫмаларының булмауы оҙаҡ ваҡыт һаҡланыуы мөмкин булмаған ағас ҡайырының эске өлөшөнән генә эшләнгән (лубочная продукция) булғандыр тигән фекер барлыҡҡа килә.

1448—1455. Китап баҫыуҙы уйлап сығарыу

үҙгәртергә

Гутенбергтың гениаль уйлап сығарыуы түбәнәгенән ғибәрәт була: ул металдан (көҙгөлә һынланған кеүек) киреһенсә урынлаштырылған «хәрәкәтсән» ҡабарынҡы хәрефтәр ҡырҡып алып, шуларҙан юлдар йыйған һәм ҡул типограф пресы менән ҡағыҙға баҫтырып сығарған. Әммә уның уйлап сығарған үҙ ҡоролмаһын эксплуатацияларлыҡ аҡсаһы етмәй.

1448 йылда тыуған ҡалаһы Майнцҡа күскәндән һуң, Гутенберг 1450 йылда майнц эшҡыуары (ростовщик) Иоһанн Фуст менән килешеү төҙөй, Фуст уға бурысҡа 6 % менән 800 гульден биреп тора, бынан тыш, етештереү ихтыяждарына (буяуҙар, ҡағыҙ һ. б. тотоноу материалдары) йыл һайын 800 гульден бүлә; бөтә кәрәк-ярағы менәәән, типография Гутенберг һәм Фуст араһында ҡап уртаға бүленергә тейеш була. Гутенберг төп капиталды өлөшләтә ала. Әйләнеш капиталын Фуст биргеһе килмәй, һәм 1452 йылғы өҫтәмә килешеүгә ярашлы, бер тапҡыр 800 гульден түләгәндән һуң, йыл һайын түләүҙәрҙән азат була.

 
Гутенберг Библияһы. Майнц музейындағы экземпляр

Шундай сикле аҡса менән, тәжрибәле эшселәре, камиллаштырылған ҡоралдары ла булмағанлыҡтан, Гутенберг шулай ҙа байтаҡ уңышҡа өлгәшкән. 1456 йылға тиклем ул биштән дә кәм булмаған төрлө шрифтар ҡойған, Элий Донаттың латин грамматикаһын баҫтырған (уның бер нисә бите әлегә тиклем килеп еткән һәм Париждағы Франция Милли китапханаһында һәм Рәсәй дәүләт китапханаһында һаҡлана[10]), шулай уҡ бер нимә папа индульгенцияһы һәм ике Библия, 36 юллыҡ һәм 42 юллыҡ Библиялар баҫтыра; һуңғыһы, Гутенберг Библияһы (Мазарини Тәүраты) 1453—1455 йылдарҙа баҫтырылған.

Иоһанн Гутенберг проценттарын түләй алмағас, Фуст уны судҡа биргән. Процесс 1455 йылдың 6 ноябрендә нотариус Гельмасбергер төҙөгән протоколға Фуст антын яҙыу менән тамамлана; XIX быуатта Карл Дзяцко Гёттинген университеты китапханаһында Гутенбергтың уйлап табыусы исемен һаҡлап ҡалыу өсөн бик мөһим булған акттың төп нөсхәһен таба. Суд ҡарары буйынса типография, бөтә кәрәк-ярағы менән, Фусҡа күсә, һәм Гутенбергҡа эшен баштан башларға тура килгән.

1455—1468. Судтан һуңғы эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ул компанияға Конрад Гумери менән инә һәм 1460 йылда Генуя ҡалаһы ғалимы Иоһанн Бальбтың «Католикон» хеҙмәтен (һүҙлеге менән латин грамматикаһы, 1286 йыл) баҫтыра. 1465 йылда курфюрст Адольф II Нассауский Гутенбергты хеҙмәткә алған, әммә 1468 йылдың 3 февралендә китап баҫыусы Майнцта вафат була һәм уның ҡәбере әлегә тиклем билдәһеҙ[11].

Уйлап сығарыуҙың авторлығы

үҙгәртергә

Гутенбергтың уйлап табышы төрлө ваҡыттарҙа төрлө кешеләрҙеке тип танылған (ҡара: Книгопечатание). 1878 йылда Антоний ван дер Линде ғәҙеллекте тулыһынса тергеҙә, Гутенбергтың авторлығы раҫлана (Рәсәйҙә — Булгаков Фёдор Ильичтың «Библиографические Записки» 1892 йыл, № 1).

Гутенбергты өйрәнеү ғилеме

үҙгәртергә

Гутенберг шәхесенә, тарихта китап баҫыуҙы уйлап сығарыуының әһәмиәтенә бик күп фәнни һәм популяр хеҙмәттәр бағышланған. XX быуат уртаһына Гутенберг темаһына бағышланған хеҙмәттәр өс меъ берәмектән артҡан, артабан да яҙылды. Гутенбергтың уйлап сығарыуы революционлығы уны, бер яҡтан, популяр тикшеренеүҙәр предметына әйләндерҙе, һәм уның үҙе һәм йәшәгән заманы тураһында белемдең үҫешенә килтерҙе. Икенсе яҡтан, китап баҫтыра башлауҙың айырым мөһимлеге ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙе факттарҙы боҙоп күрһәтеүгә һәм шунан отош алыуға этәрҙе.

Гутенбергтың авторлығын «тартып алырға маташыу» үҙе тере саҡта уҡ башланған булған. Баштан уҡ китап баҫыу ҡайһы ҡалала башланған: Майнцтамы әллә Страсбургтамы? Кем һуң донъя тарихында шул хәтлем әһәмиәтле үҙгәреште индергән: Йоһанн Фустмы, Петер Шёффермы, Иоһанн Ментелинмы?

Германияла оҙаҡ ваҡыт Гутенберг ысын уйлап сығарыусылар — Фуст һәм Шефферҙың ярҙамсыһы ғына булған тип иҫәпләгәндәр. Бындай фекерҙе күптәр хуплаған (Иоһанн Кристоф Готтшед). Гутенбергтың ҡаҙанышы XVIII быуатта уҡ Д. Келер, Шёпфлин Иоһанн Даниил тарафынан раҫланһа ла, фәнни булмаған даирәләрҙә һаманға тиклем Ментелин һәм Фуст исемдәре алға һөрөлә.

Гутенбергты өйрәнеүҙең төп проблемаһы — Гутенберг сығарған китаптарҙа колофондың (боронғо китап биттәрендә автор, нәшер ителеү урыны һәм ваҡыты) булмауында. Китапты Гутенберг сығарғанлығы баҫманың шрифты кеүек ситләтелгән билдәләр ярҙамында ғына раҫлана. Шул иң төп проблемаға өҫтәмә сәбәптәр: аҙ документаль мәғлүмәт (Гутенберг тураһында бары тик 34 раҫлаусы дәлил генә бар), шәхси хатлашыуы, яҙмаларының һәм ысын портретының юҡлығы.

Боронғо баҫма китаптарҙы шрифт буйынса таныу — тарихи китап өйрәнеүҙә билдәле тәжрибә. Баҫма барлыҡҡа килгән осорҙа һәр нәшриәтсе тиерлек үҙенең шрифтын тапҡан, шуның буйынса исемһеҙ фрагменттың да ҡайһы типографҡа ҡарағанын белеп була. Гутенбергты өйрәнеүҙә шрифтология алымы иң мөһим роль уйнаны. Фәҡәт шуның ярҙамында Гутенберг мираҫы билдәләнде.

Отто Хупп, Пауль Швенке кеүек тикшеренеүселәр төркөмө Гутенбергта типограф ҡына булған һәләтле практикты, беренсе оҫта шрифтарҙы булдырыусыны күрҙеләр һәм мәғариф маҡсаттары хәстәре менә йөрөгән тип арттырып күрһәтмәнеләр. Иоһанн Һайнрих Цедлер (Johann Heinrich Zedler) рассматривал Гутенбергты тағы ла сикләнгән итеп күрһәткән. Уның ҡарашы буйынса, ул бары тик техник белемгә эйә кеше булған. Уның баҫмалары, ул осор өсөн яңылыҡ булған, әммә камил булмаған. Бигерәк тә артабанғы эшкәртеүҙәр менән сағыштырғанда. Был ҡараштан Гутенберг тарихи закондарҙың алдан билдәләүе буйынса тарихи үҫештең өлөшө, ҡоралы кеүек ҡабул ителә.

Йыш ҡына китап баҫыуҙың төп сәбәбе тип иҡтисади үҫештең алдан билдәләнгәнлеген атайҙар. Капитализмдың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше белемдең юғары баҫҡысҡа күтәрелеүен талап иткән, һәм китап баҫыу уның ҡоралы булған.

Рәсәй (совет) Гутенбергты өйрәнеү ғилеме 1940 йылда китап баҫыуға 500 йыллыҡты билдәләгәндә башлана тиергә була. Шул осорға тиклем етди тикшеренеүҙәр булмаған. 1720 йылда Полидор Вергилий Урбинскийҙың «Об изобретателях вещей» (De Inventoribus Rerum) тигән китабының тәржемәһе Гутенберг тураһында тәүге китап була. Гутенберг тураһында ғилемдең үҫешен илдә был тема буйынса документтар булмауы һәм фәнни берләшмәнең ҡыҙыҡһынмауы тоҡарлған. Ленинград тарихсыһы Люблинский Владимир Сергеевич был тәңгәлдә һиҙелерлек тәүге өлөшөн индерә, һуңынан урыҫ теленә Гутенберг тураһында тарихи документтар тәржемә ителә башлай, был тема буйынса тәүге диссертациялар яҡлана[12].

  • Гутенбергтың ысын портреты юҡ. Гутенбергтың бөтә һынланышы һуғараҡ осорға ҡарай. Һаҡланған ике гравюра Гутенбергтың тере саҡтағы портреттары буйынса эшләнгән тип фаразларға була. Был гравюра 1584 йылғы париж баҫмаһында (A. Thevet. Vrais pourtraicts des hommes illustres) һәм 1578 йылғы базель баҫмаһындағы гравюра (H. Pantaleon. Lebensbeschreibungen beruhmter Deutscher)[13].
  • Майнцта, Страсбургта һәм Майндағы Франкфуртта, шулай уҡ Венала Гутенбергҡа һәйкәлдәр ҡуйылған.
  • 1901 йылда Майнцта Гутенберг музейы асыла.
  • 1900 йылда Бернда Гутенберг музейы асыла (2000 йылда Фрибурға күсерелә).
  • Гутенберг майҙаны — Страсбургтың үҙәк майҙаны
  • Билдәле «Гутенберг» проекты" электрон китапханаһы Гутенберг исемен йөрөтә.
  • 1914 йылда Гейдельберг обсерваторияһында немец астрономы Франц Кайзер асҡан астероид Гутенберг астероиды (777) тип аталған[14].
  • 1935 йылда Халыҡ-ара астрономик союз Айҙың күренгән яғындағы ай кратерына Гутенберг исемен бирҙе.
  • «Гутенберг» плагины Wordpress 5.0. версияһының тауышһыҙ ҡалыу буйынса (по умолчанию) редакторы итеп билдәләнде.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118543768 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Johannes Gutenberg // https://www.britishmuseum.org/collection/term/BIOG162402
  3. Johann Gutenberg // https://www.newadvent.org/cathen/07090a.htm (ингл.) — 1995.
  4. 4,0 4,1 4,2 http://www.lagis-hessen.de/pnd/118543768
  5. Bischoff G., Foessel G., Baechler C. Nouveau dictionnaire de biographie alsacienne (фр.) / Fédération des sociétés d'histoire et d'archéologie d'Alsace — 1982. — 4434 с.
  6. Агеенко Ф. Л., Зарва М. В. Словарь ударений для работников радио и телевидения / Под редакцией Д. Э. Розенталя. — Издание 6-е, стереотипное. — Москва: Русский язык, 1985. — С. 564.
  7. Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. — Москва, 2010.
  8. Зализняк А. А. Из русского ударения. 17 февраля 2014 года. Элементы.ру.
  9. Гутенберг, Иоганн / Э. В. Зилин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  10. Библия Гутенберга: начало нового времени. Российская государственная библиотека. Дата обращения: 20 апрель 2019.
  11. Проскуряков В. Иоган Гутенберг. — М.: Журнально-газетное объединение, 1933. — (ЖЗЛ).
  12. Варбанец Н. В. Йоханн Гутенберг и начало книгопечатания в Европе. Опыт нового прочтения материала. М.: Книга, 1980. с.14-25
  13. Варбанец Н. В. Йоханн Гутенберг и начало книгопечатания в Европе. Опыт нового прочтения материала. М.: Книга, 1980. с. 18
  14. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Искусство книгопечатания Ҡалып:Немецкий язык Ҡалып:Печатание