Йағуҡ
Йағуҡ (ғәр. يعوق, рус. 'Я’у́к) — Нух халҡы табынған боронғо мифологик илаһтарҙың береһе[1]. Ҡөрьәндә Йағуҡ Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған пот итеп телгә алына:
Йағуҡ |
Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”. |
Йағуҡтың поттары ат рәүешендә һынландырылған, тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәйҙер. Ҡөрьәндең ҡайһы бер мөфәссирҙәре Йағуҡты, Йәғуҫ кеүек үк боронғо ҡаһарман йәки тәҡүә кеше булып, илаһилаштырылғандыр тип һанаған. Уның үлеменән һуң Шайтан уның ырыуҙаштарына һынташ яһарға тәҡдим иткән. Ваҡыт уҙыу менән һынташ ғибәҙәт ҡылыу урынына әүерелгән. Легенда ата-бабалар культын боронғо ғәрәп илаһтары пантеонына әүерелдереү процесын сағыу һүрәтләйҙер, моғайын[3]
Йағуҡ, моғайын, «ямғыр бүлеүсе» илаһ тип һаналғандыр. Йемендәге хамдан ҡәбилә берләшмәһенең һәм ҡайһы бер башҡа йемен ҡәбиләләренең табыныу объекты булған. Һынташ Хайван ауылында урынлаштырылған булған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Нух 71:22, 23
- ↑ Лундин, 1988, с. 203
- ↑ 3,0 3,1 Пиотровский М. Б., 1991, с. 174
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
- Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991.
- Ибн аль-Калби Китаб аль-Аснам.
- Fahd Le pantheon, С.194—197.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |