Иҫке Әлим

Ҡыргыҙ волосы (1866 йылдан - Актаныш волосты) аҫаба башҡорттары ауылы

Иҫке Әлим — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Яңы Әлим ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Иҫке Әлим
татар. Иске Әлем
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Яңы Әлим

Координаталар

55°38′ с. ш. 54°02′ в. д.HGЯO

Халҡы

187 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423762  

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 340 02 

Код ОКТМО

92 605 434 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Әлим (Рәсәй)
Иҫке Әлим
Иҫке Әлим
Иҫке Әлим (Татарстан)
Иҫке Әлим

География

үҙгәртергә

Ауыл Бәжәҙә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Иҫке Әлим — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. 1738 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Байсар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында бакалея кибете, хужалыҡ магазины, тирмән, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 88 башҡорт тархандары; 1816 йылда — 99 башҡорт, 28 типтәр; 1848 йылда — 207 башҡорт, 42 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт; 1912 йылда — 746 аҫаба башҡорт, 33 типтәр (керҙәштәр) йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
399479516620779821616626348346477377274185187

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Әбсәләмов Зөбәйер Мөҙәй улы — зауряд-сотник. 19-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1812 йыл иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 264—267. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.