Иҫке Ҡормаш (Татарстан)

Иҫке Ҡормаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе үҙәге.

Ауыл
Иҫке Ҡормаш
татар. Иске Кормаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Иҫке Ҡормаш

Координаталар

55°40′00″ с. ш. 53°45′40″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423733

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 854 001

Код ОКТМО

92 605 454 101

Номер в ГКГН

0189346

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ҡормаш (Рәсәй)
Иҫке Ҡормаш
Иҫке Ҡормаш
Иҫке Ҡормаш (Татарстан) (Татарстан)
Иҫке Ҡормаш

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан 24 км көнбайыштараҡ урынлашҡан[1].

Иҫке Ҡормаш — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улысына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].

1795 йылда ир енесле 57 йән башҡорт; 1816 йылда — 165 йән башҡорт (уларҙың 5-һе күп ҡатынлы); 1834 йылда — 247 йән башҡорт, шул иҫәптән 88 аҫаба (бүләр ырыуы) һәм 159 керҙәш башҡорт (байлар ырыуы); 1859 йылда — 327 керҙәштәр (типтәрҙәр); 1870 йылда — 741 типтәр йәшәй[2].


Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 367—370. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Басиров Зилфәт Рәүеф улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2017)