Иҫке Ҡарамалы (Татарстан)
Иҫке Ҡарамалы (Ҡарамалы, Ҡалмиә; татар. Иске Карамалы, рус. Старые Карамалы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Иҫке Ҡарамалы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Старокарамалинское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Старокарамалинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423982 |
География
үҙгәртергәАуыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй административ-территориаль улусы составына керә[3].
1848 йылда ауылда мәсет, 1905 йылда тирмән теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[2].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 35 башҡорт, 5 типтәр, 11 татар; 1848 йылда — 100 башҡорт, 28 татар, 25 типтәр; 1870 йылда — 313 башҡорт һәм 38 татар; 1912 йылда 654 башҡорт, 36 татар һәм 117 типтәр иҫәпләнгән[3].
1859 | 1870 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
243 | 351 | 847 | 891 | 861 | 714 | 672 | 705 | 852 | 887 | 821 | 747 | 736 |