Иҫке Сәсҡаб
Иҫке Сәсҡаб (татар. Иске Чәчкаб, рус. Старые Чечкабы) — Татарстандың Ҡайбыҫ районындағы татар ауылы. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 450 кеше.
Иҫке Сәсҡаб | |
татар. Иске Чәчкаб | |
Рәсми атамаһы | Иске Чәчкаб |
---|---|
Рәсми тел | татар теле һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡайбыҫ районы[1], Большекайбицкое сельское поселение[d] һәм Ульянковская волость[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
5 кеше (1646), 59 кеше (1721), 62 кеше (1744), 74 кеше (1782), 325 кеше (1795), 411 кеше (1859), 900 кеше (1897), 1148 кеше (1908), 839 кеше (1923), 726 кеше (1926), 819 кеше (1928), 833 кеше (1949), 717 кеше (1970), 688 кеше (1979), 512 кеше (1989), 463 кеше (2002), 442 кеше (2010), 474 кеше (2017), 734 кеше (1958) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 140 метр |
Майҙан | 0,9 км² |
Почта индексы | 422330 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1565 |
Урындағы телефон коды | 8437030 |
Иҫке Сәсҡаб Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ҡайбыҫ): 5 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оло Ҡайбыҫ): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡоланғы): 25 км
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ һаны | |||||||||||||||||
Йылдар | 1646 | 1721 | 1744 | 1762 | 1795 | 1834 | 1858 | 1900 | 1913 | 1920 | 1923 | 1926 | 1928 | 1941 | 1957 | 2000 | 2010 |
Бөтәһе | 325 | 309 | 463 | 999 | 1120 | 1009 | 519 | 726 | 819 | 984 | 901 | 461 | 442 | ||||
Ир-егеттәр | 5 | 59 | 62 | 74 | |||||||||||||
Ҡатын-ҡыҙҙар |
Ауылдың милли составы татарҙарҙан ғына тора. Ауылда 146 йортта 463 кеше йәшәй.[2] 2010 йылда даими йәшәүселәр һаны 442 кеше.
Был яҡҡа килеп урынлашҡан беренсе "сәскәлеләр" Болгар дәүләте кешеләренән булалар, был хаҡта ҡәбер өҫтөндәге бер яҡ ситендә төҙөп сығылған таштар дәлилләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта ауылда мишәр халҡы ла нигеҙ һалыуы билдәле. Элек ауылда шулай уҡ татарҙар менән бергә мордва (Агиш яғы), сыуаштар йәшәгән. Ауылда бөгөн дә мордваларға хас текст ҡулланыла, мәҫәлән: лапаҫ, тирмән, ырҙын табағы, аҡ бал, штат, эшләпә, миләш, баҡраҡ, аксай, каки һ.б. Ләкин был халыҡтар йә һуңыраҡ күсенеп киткәндәр, йәғни Ислам дине тәьҫирендә татарлашҡан.[3]
1593-1630 йылдарҙа ауылдың халҡы күп Быуа яҡтарына күсенә. Мәҫәлән, унда Яңы Сәсҡап тигән татар ауылынана нигеҙ һалалар. Шулай уҡ, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Сәсҡаб ауылынан сыуаштар хәҙерге Быуа районы Сураҡ ауылы ерҙәренә күсенгән тип тә уйланыла.[3]
Билдәле шәхстәре
үҙгәртергәИҫке Сәсҡаб ауылынан өс кеше Татар энциклопедияһына лә индерелгән, улар – Ғабделлатиф Алкин дин көрәшсеһе булараҡ, Шәйхулла Алкин – милләт көрәшсеһе, яҙыусы булғанға. Һәм Рәйес Борһанов ғалим булараҡ.[3]
- Шәйхулла Алкин — ижтимағи эшлекле ҡәләм ияһы.
- Ғабделлатиф Алкин — күренекле дин әһеле.
- Касим Ғиләжев — шағир.
- Ағзам Тимершин — шағир.
- Ғәлимов Ҡадир Ғәлимжан улы
- Борханов Рәйес Абрар улы
Тел
үҙгәртергәИҫке Иҫке Сәсҡаб ауылы халҡы Тау яғында таралған татар теленең норлат һөйләшендә һөйләшә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса халыҡтың 100% - ы ла татарса, 80.5% - ы (387 кеше) урыҫса белә.
Климат
үҙгәртергәКлимат уртаса континенталь. Кёппен-Гейгер климаттар классификацияһы буйынса климаттың коды: Dfb[4]. Уртаса йыллык һауа температураһы 4.3 °C.[5]
Иҡтисады
үҙгәртергәАуыл халҡының күбеһе район үҙәгенә барып, Закиров ис. хужалыҡта эшләй, йорт яны хужалыгында ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Шулай уҡ шәхси магазин тотоусылар ла бар.
Ауылда бөгөнгәсә колхоз һаҡланып килә. Шулай уҡ фермер хужалыҡтары ла бар. Ауыл хужалыгында төп тармаҡтар: һөт-ит тереклеге, һарыҡсылыҡ, бал етештереү, иген игеү.[6]
Социаль өлкә
үҙгәртергә- Иҫке Сәсҡаб ауылы мәҙәниәт йорто;
- Китапхана;
- Фельдшер - акушерлыҡ пункты;
- Аш бүлмәһе.
- Мәсет
- Иҫке Сәсҡаб балалар баҡсаһы
Ауыл мәсете
үҙгәртергәИҫке Сәсҡаб мәсеттең Әбей батша заманына булыуын уҡ 1771 йылғы "Май айы Приговоры"нда әйтелә. Ул мәсет соҡорҙа була, сөнки был ваҡыт тау өҫтөнә мәсет төҙөү рөхсәт ителмәгән. Мулла вазифаһын Ғәбделвәли Габдрахманов үтә.[3]
Рәсми рәүештә мәхәлләнең барлыҡҡа килеүе 1790 йылдың йәйе.[3]
Сәсҡаб мәктәбе
үҙгәртергәАуылда беренсе мәктәп 1890 йылда асыла.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң яңы урында 8 йыллыҡ мәктәп йорто төҙөлә.[7]
1995 йылда беренсе тапҡыр мәктәп урта дөйөм белем биреү статусын ала һәм 1997 йылда беренсе уҡыуҙыҙар мәктәпте тамамлай. 1997 йылдан яңы урында "Альфа" төҙөлөш фирмаһы тарафынан 108 кешелек яңы ике ҡатлы бина һалына. Бында, был мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан.[8] 2011 йылдан 9 йыллыҡ мәктәп.[9]
Сәсҡаб балалар баҡсаһы
үҙгәртергәСәсҡаб балалар баҡсаһы 1968 йылдың 29 ноябренән эшләй башлай.[3] Балалар баҡсаһының төп маҡсаты: балалар сәләмәтлеген һаҡлау һәм һау-сәләмәт йәшәү рәуеше формалаштырыу. Бында бер генә идарасы һәм ике тәрбиәсе эшләй. Төрлө йәштәге бер балалар төркөмдә шөғөлләнәләр. Тәрбиә һәм уҡыу-уҡытыу эштәре татар телендә алып барыла.[7]
Рәсемдәр
үҙгәртергә-
Иҫке Иҫке Сәсҡаб, быуа яры.
-
Иҫке Сәсҡаб урта мәктәбе.
-
Иҫке Сәсҡаб урта мәктәбе.
-
Олан яғы.
-
Ҡарама соҡоро.
-
Мәктәп баҡсаһы.
-
Күләүек ере.
-
Ауыл быуаһы.
-
Ерекле урманы.
-
Иген баҫыуы.
-
Түңәрәк тау.
-
Ҡарама тауы.
-
Иҫке күпер.
-
Ауыл янындағы иген баҫыуы.
-
Түңәрәк тау.
-
Ауыл янынан үтүсе Ҡазан ҡаймаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ ТАТАРСТАН РЕСПУБЛИКАСЫ МУНИЦИПАЛЬ БЕРӘМЛЕКЛӘРЕ СОВЕТЫ.(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Кадыйр Галим. «Эзле Чәчкаб». Казан. 2004.
- ↑ World Map of the Köppen-Geiger climate classification, Institute for Veterinary Public Health, University of Veterinary Medicine Vienna
- ↑ NASA Surface meteorology and Solar Energy Data Set, RETScreen International
- ↑ Татар энциклопедиясе. Беренче том – Казан, 2002, 111-112 битләр.
- ↑ 7,0 7,1 Кайбыч районы Чәчкаб урта мәктәбе сайты. 2012 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Кайбыч районы Чәчкаб урта мәктәбе сайты.(недоступная ссылка)
- ↑ Фәүзия Бәйрәмова. "Чәчкаб мәктәбе ябылмаячак, авыл яшәячәк, иншаллаһ!"
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Кадыйр Галим. «Эзле Чәчкаб». Казан. 2004.