Борханов Рәйес Абрар улы

Борханов Рәйес Абрар улы (1 декабрь 1960 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Ҡазан институты (филиалы) уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре.

Борханов Рәйес Абрар улы
Тыуған көнө

1 декабрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (64 йәш)

Биография

үҙгәртергә

Рәйес Әбрар улы Борһанов Ҡайбыҫ районы Иҫке Сәсҡаб ауылында 1960 йылдың 1 декабрендә тыуған. Бында үк Сәсҡаб урта мәктәбен тамамлаған. 1988 йылда социаль сәйәсәт дисциплиналары уҡытыусы һәнәре буйынса Ҡазан дәүләт университетын тамамлай.

Иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең ирекле иҡтисади йәмғиәте съезы делегаты, исеме 2008 йылда Татар энциклопедияһына индерелгән, 50-ҙән артыҡ халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конференцияларында, шул иҫәптән Беренсе Рәсәй иҡтисади конгрессында ҡатнашҡан, 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу-методик әсбаптар, шулай уҡ өс монография авторы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре.

2012 йылҙа Рәсәй гуманитар фәнни фонд тарафынан ғилми-тикшеренеү проекттарына иғлан ителгән Рәсәй күләмендәге асыҡ бәйгелә ҡатнашып грантҡа эйә була. Рәсәйҙең интеллектуаль көсөн һаҡлау һәм тулыландырыуҙағы, талантлы йәштәр тәрбиәләүҙәге ҙур өлөшө өсөн "Интеграция" Россия йәштәренең фәнни, ижади, һәм инновацион эшсәнлеген үҫтереүҙең милли системаһы" Гомуми йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә