Иҫке Сәйет (Татарстан)
Иҫке Сәйет[2] (татар. Иске Сәет, рус. Старое Саитово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Иҫке Сәйет | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Исансуповское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423988 |
География
үҙгәртергәАуыл Сикия йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ йәнәй ырыуы вәкилдәре төпләнә. 1735 йылдан билдәле[2]. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй административ-территориаль улусы составына керә[4].
1870 йылда ауылда мәсет һәм мәктәп теркәлгән[3].
XIX быуаттың 2-се яртыһында ауыл кешеләре Яңы Сәйет ауылына нигеҙ һала[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 199 башҡорт; 1834 йылда — 152 аҫаба башҡорт, 132 керҙәш башҡорт һәм 46 типтәр; 1870 йылда — 700 башҡорт; 1902 йылда — 912 аҫаба башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән[4].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
179 | 316 | 605 | 700 | 887 | 638 | 688 | 358 | 466 | 298 | 262 | 256 | 228 | 132 | 93 | 90 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Сәйет (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 538-541. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.