Иҫке Борма
Иҫке Борма (рус. Cтарая Бурминка[1]) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Асҡын районы Борма ауыл Советы биләмәһәнә ингән. 1986 йылда ауылдар исемлегенән алынған[2].
Иҫке Борма | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Борма ауыл Советы (Асҡын районы) |
Географик урыны
үҙгәртергәБашҡортостандың Асҡын районында Борма йылғаһы тамағы тирәһендә Төй йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергә«Генеалогия и архивы» сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, 1784, 1786 йылдарҙағы карталарҙа Үрге Борма, Урта Борма, Иҫке Борма ауылдарын күреп була[4]. Уларҙың нигеҙләү ваҡыты билдәһеҙ. Аҫаба башҡорт ерҙәренә 1784 йылға тиклем Рязань губернаһы Александр Невский районындағы Бурминка ауылынан күсенгәндәр, күрәһең. Бурминка ауылы атамаһының ике версияһы бар: 1. Алпауыт Бурмин[5] фамилияһынан алынған 2. Буря миновала һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, сөнки Рязандәге Бурминка ауылы башҡа ауылдарҙан айырмалы рәүештә дауыл ваҡытында имен тороп ҡалған. Элекке төйәктәрендә ошо уҡ исемле йылға ла булыуы билдәле. Асҡын районындағы Борма йылғаһының боронғо исеме асыҡланмаған. XIX быуаттың икенсе яртыһында Иҫке Борма ауылы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 1-се станы составына инә. 1870 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Иҫке Бормала 31 йортта 154 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 74 ир-ат, 80 ҡатын-ҡыҙ[4]. Күпселеге — урыҫтар. Төп шөғөлдәре — умартасылыҡ[6].
1920 йылдарҙа Иҫке Борма ауылы Бөрө кантоны Асҡын улусы составына инә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 66 йортта 340 кеше йәшәй, шул иҫәптән 150 ир-ат, 190 ҡатын-ҡыҙ[4], башлыса — урыҫтар[7]. 1952 йылда Иҫке Борма ауылы Яңы Борма ауылы менән бер рәттән Гордин ауыл Советына инә. 1969 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Борма ауыл Советы составындағы Иҫке Бормала 141 кеше йәшәй; өҫтөнлөклө милләт — рус[8]. 1972 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Иҫке Борма ауылында урыҫтар йәшәгәне күрһәтелә[9].
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге « Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙың иҫәп мәғлүмәттәрен юҡҡа сығарыутураһында» тигән Н 6-2/396-сы Указына ярашлы бөтөрөлә[2].
Географик урыны
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. —Уфа: Китап, 2002. — 256 с.
- ↑ 2,0 2,1 Об исключении из учётных данных некоторых населённых пунктов . Дата обращения: 1 октябрь 2018. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ Лист карты O-40-138. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Генеалогия и архивы. Бурма
- ↑ Бурмины 2021 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ Списки населённых мест Российской империи, составленные и издаваемые Центральным статистическим комитетом Министерства внутренних дел. — СПб. : изд. Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1861—1885. Вып. 45 : Уфимская губерния : … по сведениям 1870 года. — 1877.
- ↑ Список населенных пунктов Башреспублики. Уфа, 1926.: с. 158 2012 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. С. 314
- ↑ 9,0 9,1 Башкирская АССР : Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года. — С. 33
- ↑ Башкирская АССР : Административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — С. 40
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.24.
- Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Кириллова, П. Ф. Максимов, М. Х. Мусин; отв. ред. Б. А. Абдрахманов]. — Изд. 6-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1973. — 386, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 327—387. C.33