Иңкештәр (рус. Шмели[ 2] , лат. Bombus ) — ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты.
Иңкештәр Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме
Bombus Latreille , 1802
Синонимдар
вкл. Psithyrus Lepeletier, 1833 [ 1]
Agribombus Skorikov, 1938 [ 1]
Agrobombus (Adventoribombus) Skorikov, 1922 [ 1]
Agrobombus (Laesobombus) Skorikov, 1922 [ 1]
Alpigenibombus Skorikov, 1938 [ 1]
Alpinibombus Skorikov, 1937 [ 1]
Apathus Newman, 1834 [ 1]
Bombus (Agrobombus) Vogt, 1911 [ 1]
Bombus (Anodontobombus) Krüger, 1917 [ 1]
Bombus (Boopobombus) Frison, 1927 [ 1]
Подроды
Яҡынса 300 төрө билдәле; улар Төньяҡ Евразияла, Төньяҡ Америкала , Көньяҡ Америкала , Төньяҡ Африкала , шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә йәшәй[ 3] . Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар: баҡса иңкеше, баҫыу иңкеше, ер иңкеше, ҡала иңкеше, өң иңкеше һ.б.
Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк менән уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диам. 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай.
Иңкеш көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Иңкеш үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы һеркәләндерә. Әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Донъяла яҡынса 50 ярым төрҙән 300-гә яҡын төрө билдәле[ 4] [ 5] . Иңкеш-кәкүктәр (Psithyrusр) элек ҡайһы берҙә айырым ырыу кеүек ҡаралған, ләкин һуңғы ваҡытта уларҙы иңкештәр (Bombus) составына индерәләр. Ярым төрҙәрҙең дөйөм һаны 15-кә тиклем кәмей, улар морфологияһы, тәртибе һәм экологияһы буйынса монофилетик тип һанала[ 5] [ 6] .
↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 BioLib Ҡалып:Ref-cz Profil taxonu — rod čmelák Bombus Latreille, 1802
↑ Горностаев Г. Н. Насекомые СССР. — Москва: Мысль, 1970. — 372 с. — (Справочники-определители географа и путешественника).
↑ Paul H. Williams An annotated checklist of bumble bees with an analysis of patterns of description (инг.) // Bulletin of the Natural History Museum (Entomology) : journal. — 1998. — Т. 67. — С. 79—152.
↑ Өҙөмтә хатаһы: <ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
BBaE
төшөрмәләре өсөн текст юҡ
↑ 5,0 5,1 Williams, Paul; Cameron, Sydney A.; Hines, Heather M.; Cederberg, Bjorn; Rasmont, Pierre A simplified subgeneric classification of the bumblebees (genus Bombus ) (инг.) // Apidologie : journal. — 2008. — Т. 39. — С. 46—74. — DOI :10.1051/apido:2007052
↑ Bombus 2017 йыл 24 август архивланған . . www.nhm.ac.uk
Викиһүҙлек логотипы Викиһүҙлектә
«шмель» мәҡәләһе бар