Иҡсан Әбүбәкиров (Иҡсан Әбүбәкир улы Ҡарасов) — хәрби эшмәкәр, прапорщик (1818). 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбаш есауылы.

Иҡсан Әбүбәкиров
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Үрге Таш ауылы, Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы)

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18111814

Хәрби звание

прапорщик

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иҡсан Әбүбәкир улы Ҡарасов сығышы менән Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Үрге Таш ауылы башҡорттарынан.

Йөҙбаш есауыл Иҡсан Әбүбәкиров 1811 йылдың 10 майында армияға бара[1].

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

Иҡсан Әбүбәкиров 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә Гродно, ә 2 августта — Смоленск (Красный) янындағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә, шуның өсөн полк есауылы званиеһын ала һәм 1813 йылдың 3 мартында бүләкләнә[4].

1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә була[1].

1813 йылдың 13 ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн орденға тәҡдим ителә һәм 1813 йылдың 6 декабрендә Дюссельдорф ҡалаһы янында ҡылыслы 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[5].

1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була[1].

Десава янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1813 йылдың 16 сентябрендә орденға тәҡдим ителә һәм 1814 йылдың 3 ғинуарында Бреда ҡәлғәһе янында 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә[6].

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[7].

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 29 февралендә Ремид ҡәлғәһе эргәһендә полк командиры званиеһын ала[1].

1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[1].

1818 йылдың 22 майында прапорщик званиеһын ала[8].

Ҡустыһы Хөсәйен Әбүбәкиров шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша, ике көмөш миҙал кавалеры[9].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • ике тапҡыр 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры (6 декабрь 1813 йыл)[10].
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены кавалеры (3 ғинуар 1814 йыл)[11]
  • «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
  • «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.