Иҙеүкәй менән Мораҙым

(Иҙеүкәй менән Мораҙым эпосы битенән йүнәлтелде)

Иҙеүкәй менән Мораҙым — эпос, башҡорт халҡының милли мираҫы.

Иҙеүкәй менән Мораҙым
Иҙеүкәй менән Мораҙым
Жанр

эпос

Автор

халыҡ ижады

Төп нөхсә теле

башҡорт

Тәүге тапғып нәшер ителгән

«Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите (№ 95-98, 100, 101, 103-108, 110-116), журнал "Үктәбер" №6–8, 1940 йыл

Эпостың тексы ике баҫма буйынса билдәле.

Беренсеһе 1940 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең 26 апрелдән 23 майға саҡлы һандарында (№ 95-98, 100, 101, 103—108, 110—116) баҫылған. Ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана: ф. З, оп. 12, д. 220, стандарт ҡағыҙҙа 232 бит. Гәзиттә лә, ҡулъяҙмала ла әҫәрҙең исеме аҫтына «Башҡорт халыҡ эпосы. Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған варианттарҙың береһе» тип ҡуйылған, яҙып алынған телендә (Дим һөйләшендә: «һ» урынына — «ҫ», «л» урынына — «ҙ», «т». Мәҫәлән: һөйләү — һөйҙәү, һайлау — һайҙау, эшләү — эштәү, тояҡлы — тояҡты) бирелеүе хаҡында иҫкәрмә яһалған, әммә ҡайҙан, ҡасан, кемдән яҙып алыныуы әйтелмәгән.

Ошо текст, Нур Зарипов тарафынан һөйләшкә хас фонетик айырмалыҡтары әҙәби тел нормаһына һалынып, 1994 йыл Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып сыҡты. Был томға ла ошо текст алынды.

Икенсеһе шулай уҡ 1940 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының 6 һәм 7 — 8-се һандарында баҫылған. Исеме аҫтына шулай уҡ «Башҡорт халыҡ эпосы. Был вариант Дим һәм Туҡ-Соран буйҙарында йәшәүсе башҡорттарҙан үҙҙәренең һөйләү теле буйынса Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған һәм шул телдә үҙгәртелмәй бирелә» тип иҫкәрмә яһалған. Фольклор фондында ҡулъяҙмаһы ла, машинкала баҫылған тексы ла һаҡланмаған.

Сағыштырыу шуны күрһәтә: был ике текст (артабан аңлатмаларҙа һәм инеш мәҡәләлә һүҙ сыҡҡанда, беренсеһе «гәзит баҫмаһы», икенсеһе «журнал баҫмаһы» тип исемләнә) асылда бер үк вариантты тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә 1910 йылда Ғимаҙи Ҡасҡыновтан алынған 1762 йылғы яҙма (инеш мәҡәләлә килтерелә) ята булыр. XVIII быуатта уҡ яҙып ҡалдырылған ошо боронғо варианттан файҙаланып, сәсән журналда баҫылған тексты тәүҙә төҙөгән булырға тейеш. Сөнки уның машинкала баҫылған күпселек бите гәзит өсөн төҙөлгән ҡулъяҙмаға ингән.

Текстарҙың икеһе лә бер үк төрлө башланып, бер үк төрлө тамамлана, персонаждар, сюжет ағышы, үҙәк эпизодтар асылда шулай уҡ бер төрлө. Айырма — журнал баҫмаһында ҡайһы бер эпизодтар ташланып, ҡалған эпизодтар ҙа тарыраҡ һүрәтләнеп, текст ныҡ ҡыҫҡартылған.

Тарих һәм халыҡ эпосы

үҙгәртергә

Тарихи тематикалы башҡорт эпостарында бигерәк тә Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро, шул замандарҙа йәшәгән тарихи шәхестәр — хандар, бейҙәр, батырҙар, төрлө түрәләр һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары йыш ҡына үҙәктә тора. Әммә ләкин эпос тарихты нисек булған шул көйө хикәйәләмәй, уның халыҡ өсөн әһәмиәте булған хәл-ваҡиғаларын ғына һайлап ала, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған батырҙарын күрһәтә. Бөтә тарихты һөйләү, уны шиғыр юлдарына күсереү эпостарҙың, башҡорт тарихи ҡобайырҙарының бурысы түгел. Уның өсөн яҙма тарихтар, тәүарих жанры бар. Тарихты яҙыу аҡһаҡалдар, ғалимдар эше Тарихи батырҙар эпосы йәки тарихи ҡобайырҙар тарихта эҙ ҡалдырған оло ваҡиғаларҙы һүрәтләй, халыҡ батырҙарын данлай, яусыл хандарҙы, батшаларҙы, яуыз түрәләрҙе ҡәһәрләй. Халыҡ тарихҡа үҙ сәсәндәре ауыҙынан мөнәсәбәтен белдерә; тарихты ҡобайыр, легенда, йыр рәүешенә һалып, яңы быуындарға һабаҡ, аманат һүҙе итеп ҡалдыра. Ундай әҫәрҙәр халыҡтың поэтиклаштырылған тарихы формаһын ала.

Тарихтың сағылыш дәрәжәһе

үҙгәртергә

Был тарихи ҡобайырҙың нигеҙендә XIV быуат аҙағында һәм XV быуат башында Алтын Урҙа ханлығы һәм Нуғай урҙаһы тарихындағы ҡайһы бер ваҡиғалар ята. Унда Туҡтамыш хан. Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан), Иҙеүкәй, Мораҙым кеүек тарихи шәхестәр кәүҙәләндерелә. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән Урта Азия ханлығы әмире Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре араһындағы 1391 һәм 1395 йылдарҙағы ҡаты ҡара яуҙар күпмелер тасуир ителә; хан һарайҙарындағы ыҙғыш-талаштар, үлтерештәр сагылып ҡала. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи ҡобайыры Алтын Урҙа һәм Нуғай осороноң бота тарихи ваҡиғаларына туҡталмай. Унда Туҡтамыш хан менән уның әмире Иҙеүкәйҙең (уның исеме тарихта Идеге йәки Едигей тип йөрөтөлә) үҙ-ара ыҙғыштары һәм низағтары үҙәктә тора. Был социаль конфликт яуыз һәм мәкерле хан менән халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған ғәҙел батырҙың көрәш-дауы рәүешлерәк һүрәтләнә. Ҡобайырҙы ижад иткән сәсән йәки сәсәндәр был аяуһыҙ көрәште азатлыҡ өсөн көрәш тип күрергә теләй. Иҙеүкәйҙе үҙ батыры итеп һанай.

Был тарихи ҡобайырҙың сюжеты әллә ни ҡатмарлы һәм буталсыҡ түгел. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш башҡорттарҙы үҙенә ныҡлап буйһондорорға теләй, уның бейҙәренең байтағын үҙ яғына ауҙара. Быға Иҙеүкәй батыр ғына баш бирмәй йөрөй. Хан уны үҙ яҡлы һәм үҙ кешеһе итер өсөн һарайына саҡырып, өгөтләй, баш бей итеп ҡуя. Иҙеүкәй хан һарайында баш бей булып яҡшы гына эшләп тә китә. Ләкин бынан бик көнләшкән Сәләхи бей Туктамыш хандың ханбикәһе ярҙамында Иҙеүкәйгә яла яға һәм хандан үлтертергә йыйына. Иҙеүкәй һарайҙан ҡасып китергә мәжбүр була. Уны һарайға кире ҡайтырға саҡырып ебәргән өндәүҙәр ҙө һөҙөмтә бирмәй. Туҡтамыш хан үҙен барыбер тотоп үлтертер, тип Иҙеүкәй алыҫҡа, Урта Азияға Сатмыр ханга ҡасып китә. Юлда Сатмыр хандың урланған ҡыҙы Фирҙәүесте ҡотҡарып, ханға алып ҡайта һәм уның кейәүе үк булып китә. Сатмыр хандан ғәскәр алып, Иҙеүкәй Туҡтамыш ханға ҡаршы яуға сыға һәм уның ғәскәрен ҡыйрата. Туҡтамыш хан һәләк була. Иҙеүкәйҙең Мораҙым исемле улы башҡорттар араһында үҫеп батыр булып етә. Ата менән ул, оҙаҡ бер-береһен белмәй йәшәп, аҙаҡ күрешһәләр ҙә, дошмандары улар араһын боҙа. Уралға ҡайтҡас ҡына Иҙеүкәй менән Мораҙым үҙ-ара аңлашалар. Иҙеүкәй яу ҡылысын улы Мораҙымға тапшыра, һәм улы атаһының азатлыҡ өсөн көрәшен дауам итә. Был төп сюжет һыҙығы һарай эсендәге төрлө ваҡиғалар менән аралашып бара.

Иҙеүкәй образы

үҙгәртергә

Тарихта Идегә (Идеке, Идүгәй) исеме менән йөрөгән Иҙеүкәй башта ысынлап та Туҡтамыш хан һарайында баш бей — әмир булып хеҙмәт итә. Сығышы менән манғыт ырыуынан. Әммә Туҡтамыш хан менән килешмәгәнлектән, 1380 йылда Сәмәрҡәндкә, Аҡһаҡ Тимергә, ҡасып китә. Уның менән бергә 1391 йылда Туҡтамыш ханға ҡаршы яуға килә, уның Алтын Урҙа ғәскәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Аҙаҡ Алтын Урҙаның хакимы дәрәжәһенә күтәрелә, яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә, еңеүҙәр яулай. Ул Нуғай урзаһын нигеҙләй. Бына ошо тарихи шәхес, олуғ әмир Нуғай Урҙаһына ингән ҡаҙаҡтар, нуғайҙар, башҡорттар, ҡарағалпаҡтар тарафынан үҙ батырҙары, әмире итеп хөрмәтләнә һәм уға бағышлап эпостар сығарыла. Был халыҡтарҙа Иҙеүкәй (Идегә) хаҡында әллә нисәмә вариант эпостар һаҡланып ҡалған. Башҡорттарҙа «Иҙеүкәй менән Мораҙым» сюжетының хәҙер ун бишләп варианты бар. Уның иң тулыһы һәм әһәмиәтлеһе сәсән Мөхәммәтша Буранғол тарафынан 1762 йылғы ҡулъяҙманан күсереп алыпған һәм бүтән сәсәндәр һөйләүенән тулыланды¬рылған варианты. Ул 7 мең тирәһе шиғри юлдан ғибәрәт. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи ҡобайырында Иҙеүкәй халыҡ батыры итеп кәүҙәләндерелә. Иҙеүкәй тигән батыр ир —

Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо:

Эңер тип ул йоҡламаҫ.

Таңдан ҡурҡҡан Өлкәрҙән

Байыйым тип ыҡламаҫ!

Иҙеүкәй тыуҙы ир булып,

Яңы тыуған ай булып;

Атҡа менде бер булып.

Урал осоп коп булып;

Хан, бейҙәргә күренде

Ҡурҡыныслы тау булып, —тип ололай уны Һабрау йырау. Үҙенең Урал улы, башҡорт батыры икәнеп раҫлап Иҙеүкәй үҙе былай ти: Барыһы маҡтаған Уралтау

Барына әсә — Уралтау,

Барына ата — Уралтау!

Шунда үҫкән мин батыр

Миңә лә ата — Уралтау!

Халыҡ, уның йырау -сәсәндәре Иҙеүкәйҙе Урал батыр юлын дауам иткән, Урал батыр ҡылысын аманат итеп йөрөткән дан батыры итеп күрә. Уны Иҙеүкәйҙең үҙ ауыҙынан әйттерә: Иңемә таҡҡан ҡылысым —

Быуын-быуын буйына

Урал батырҙан ҡасып.

Күп илдәрҙең, эсендә

Йәшәп килгән дейеүҙе

Тураҡлаған ҡылыс был!..

Урал батырҙың улы.

Яра сабын Ирәмәлде,

Иҙел һыуын ағыҙған

Бик боронғо ҡылыс был!

Мораҙым образы

Иҙеүкәйҙең улы Мораҙым эпоста ҡатмарлыраҡ образ итеп һүрәтләнә. Ул сабый сағынан уҡ атаһын белмәй, күрмәй ярым етем хәлендә үҫә, күп ыҙа-яфалар, кәмһетелеүҙәр кисерә. Атаһы менән осрашҡас та, аралары бик тиҙ яҡынайып китмәй, төрлө ҡотҡолар, йәшлегенә барып хаталаныуҙар арҡаһында аралары боҙолоп тора, хатта киҫкен дошманлашып та ала. Аҙаҡ ата менән ул аңлашалар. Мораҙым дошман һүҙенә ҡарап хаталанғанын таный, атаһынан ғәфү үтенә. Ата юлын ҡыуған батырға әйләнә. Таҙа йорәк, һылыу йөҙ,

Мораҙым булып танылғас.

Ҡара арғымаҡ урынына

Толпар һайлап ат менгәс,

Иҙелдән Һыу әсермен.

Ете ырыуҙың төйәге

Уралымдың дошманы

Тораны ҡыуһам Уралдан

Яҙығымды йолармын… — ти Мораҙым атаһы ҡаршыһында. Иҙеүкәйҙең улына уй-теләктәре изге, әлбиттә. Батыр, батыр бул, балам.

Хаҡты әйтер бул, балам,

Илдә ҡашҡа бул, балам, —

Ил атаңдан көлмәһен!

Юлың ҡалһын Уралда,

Даның ҡалһын илеңдә.

Батырлығың ил күреп,

Һиндәй булам тиешеп,

Йәш үҫмерҙәр һоҡланһын.

Илгә килгән дошманға

Йөрәкләнһен, уҡ атһын! — ти атаһы. Иҙеүкәй Урал батырҙан ҡалған ҡылысты аманат итеп батыр Мораҙым улына тапшыра. Батырҙай батыр тыуыр, ата юлын улы ҡыуыр. Иҙеүкәйҙән ҡалған һуң.

Мораҙым Иҙел, Уралда

Ил батыры дан алып

Төйәләҫ һыуы буйында

Оҙаҡ ваҡыт йәшәгән, ти.

Һабрау йырау

Ул халыҡтың йөҙәр-меңәр йыллыҡ аҡылын үҙенә йыйған аҡһаҡал, ил-йортҡа, ханға, батырҙарға төплө кәңәштәрен бирер абруйлы ил ағаһы итеп һынланды' рыла. «Бөтә Урал — Алтайҙа данлы йырсы, ҡарт сәсән һабрау тигән уҙаман», — тип тәҡдим ителә ул. Допҡя күргән, ил гиҙгән,

Күн йәшәгән, ир белгән

Ҡартыңмын, ай, ҡартынмын…

Урал буйлап хандарҙың

Ат саптырып юртҡанын -

Уны ла курган ҡартыңмын, —ти үҙе һабрау. Төрки ғалимдар Һабрауҙы тарихта булған, нәҡ ошо Туҡтамыш хан замандарында йәшәгән тарихи шәхес тиҙәр. Уның исеме менән йөрөгән ҡобайырҙар ҙа һаҡланып ҡалған, һабрау башҡорттар араһында ғына түгел. Нуғай урҙаһында йәшәгән ҡаҙаҡтар нуғайҙар, ҡарағалпаҡтар араһында ла данлы йырау-сәсән булып танылған. Шундай һүҙ оҫтаһы булып әҙәбиәттәр тарихына ингән «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи ҡобайырында һабру; Иҙеүкәй менән Мораҙым батырҙарҙың иң яҡын кәңәшсеһе уларға иң дөрөҫ хәҡиҡәтте асып биреүсе, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итеүсе абруйлы аҡһаҡал итеп бирелә. Хандар, бейҙәр ҙ уны йыш ҡына кәңәшкә саҡырып тора. Шулай Һабрау халыҡ аҡылын үҙенә йыйған әүлиәләй ҡарт халыҡтың һүҙ оҫтаһы, йырауы булып алға баҫа. Ул Тыуған илге Ватаны Уралға маҡтау ҡобайырҙары әйтә, башҡорттары; илһөйәр һәм илен һаҡлар, ҡурсалай белер кешеләр итепт тәрбиәләшә.

Хан, бей, әмир образдары

үҙгәртергә

"Иҙеүкәй менән Мораҙым "да һүрәтләнгән хан, бей, әмирҙәр барыһы ла тәхет, түрәлек өсөн йән ҡыйған, шул юлда төрлө ыҙғыш-талаштар хатта оло яуҙар ҡуптарған яуыз һәм мәкерле әҙәмдәр итеп тасуирлана. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш тәхетен һаҡлау өсөн үлеш-талаштарҙан тартынмаҫ янъялсы йән ул. Ханлығы өсөн яуҙарҙа йөҙәр меңләп кеше баштарын һалыу ҙа уға бер ни тормай. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында Сатмыр хан исеме менән һүрәтләнгән, прототибы Аҡһаҡ Тимер булған Урта Азия ил башлығы ла шундай уҡ ҡанһыҙ илбаҫар, оло яу суҡмары булып һүрәтләнә. Хандар янында йөрөгән Сәләхи, Янбай ише бейҙәре лә, силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, шулай уҡ яуыз һәм мәкерле, янъялсы әҙәмдәр.

Поэтик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи ҡобайыры, әйткәнебеҙсә, 7 меңдән ашыу шиғыр юлынан, 24 бүлектән торған ҙур эпик ҡомартҡы ул. Сюжеты бик киҫкен, күп осраҡта үтә драматик һәм трагик ситуацияларға, конфликт төйөндәренә берләштерелгән. Сюжет үҫешендә мажаралылыҡ та шаҡтай көслө. Шиғри хикәйәләү оҙон-оҙон монологтар, диалогтар менән аралашып бара. Ҡобайыр формаһы ирекле хикәйәләү алымына һәм үлсәүҙәренә көйләнгән. Был әҫәрҙә Уралтауға, батырлыҡҡа арналған ваҡ ҡобайыр өлөштәрен дә күрергә мөмкин, йәнле һөйләү эпостың стилен шымарта, хикәйәләү тигеҙ ағып бара. Ул көйләү, һамаҡлау осон яйлы. Әүәл оҫта йырауҙар, сәсәндәр уны, думбыра сиртеп, көйләберәк, һамаҡлап һөйләр булғандар. Теле халыҡсан, бик ябай һәм яғымлы. Уңда боронғо һүҙҙәр ҙә йыш осрай. Мәҡәл, тапҡыр һүҙ булып китерҙәй һүҙ әйләнмәләре, фразеологизмдар күп. Ҡобайырҙа йомаҡ — яуаптар алымы сюжет ағышына тәбиғи үрелеп китә.

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында Иҙеүкәй Һатҡы күлендә Һыуһылыуға әйләнеү сифатына эйә аҡҡошто осрата. Ошо уҡ хикәйәттә һүрәтләнеүенсә, инә аҡҡош үҙенең балаһының ҡош кейемен һыпырып алhа, ул сабыйға әүерелә лә ҡуя.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Изеге