Ишморатов Миңлерәйес Миңлеғәли улы

партия, хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Ишморатов Миңлерәйес Миңлеғәли улы (25 октябрь 1940 йыл) — ауыл хужалығы, партия һәм дәүләт органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1983 йылдан КПСС-тың Ауырғазы район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан — халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм бер уҡ ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Иҡтисад фәндәре докторы (2010), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Ауырғазы (2000) һәм Стәрлетамаҡ райондарының (2008) почётлы гражданы.

Ишморатов Миңлерәйес Миңлеғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар дуҫлығы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңлерәйес Миңлеғәли улы Ишморатов 1940 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте — башҡорт[1].

1958 йылда Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумын тамамлай. 1959 йылдан Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Ленин һәм Салауат исемендәге колхоздарында зоотехник, баш ветеринар врач һәм «Заливной» совхозының партия комитеты секретары булып эшләй. 1964—1966 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1970 йылда «Ветеринария» һөнәре буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1971 йылда КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитеты секретары итеп һайлана.

1978 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен ситтән тороп тамамлай. 1979—1983 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1983 йылдан — КПСС-тың Ауырғазы район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан — халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм бер уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы була.

1995 йылда «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай.

Башҡорт АССР-ының 10-сы, 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, парламент рәйесе урынбаҫары һәм Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһы — Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай рәйесе итеп һайлана.

1996—1997 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылыш Федерация Советында Башҡортостан вәкиле була, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эштәре буйынса Комитетта эшләй[2].

2000 йылда — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы доценты. 2010 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен ала.

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында мәсет төҙөүҙә ҡатнаша.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

96 ғилми хеҙмәттәрҙең, уҡыу әсбаптарының һәм уҡыу-методик комплекстарҙың авторы булып тора[3].

  • Төбәк һөт һәм һөт продукцияһы баҙарының формалашыуы һәм дәүләт көйләүе: Башҡортостан Республикаһы материалдарында: иҡтисади фәндәр кандидаты диссертацияһы: 08.00.05. — Мәскәү, 2000. — С. 184
  • Төбәк аҙыҡ-түлек баҙары инфраструктураһы үҫеше: теория, методология, практика: иҡтисад фәндәре докторы диссертацияһы: 08.00.05. — Мәскәү, 2009. — 283 с
  • Региональ экономика һәм идаралыҡ: уҡыу өсөн ҡулланма / М. М. Ишморатов, С. А. Ларцев; ГБОУ ВПО «Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы», иҡтисад теорияһы һәм социаль-иҡтисади сәйәсәт кафедраһы. — Өфө : БАГСУ, 2012. — 107 б.. — ISBN 978-5-903358-81-6
  • Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы үҫешенең проблемалары һәм өҫтөнлөктәре // Иҡтисад һәм идара итеү. Өфө — 2013. — № 6. С 37-42.
  • Инновациялы үҫеш төбәк ауыл хужалығының мөһим яңыртылыу факторы булараҡ // Европа континентының фәнни индустрияһы. Прага
  • Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге ауылдарҙың социаль үҫеш кластерҙары проблемалары // Фундаменталь тикшереүҙәр. М.: 2014. — № 11 (10). С . 2209—2216.
  • Ауыл хужалығының инновациялы үҫеше ауыл хужалығы биләмәләренең үҫеш факторы булараҡ // Рәсәй ауыл хужалығының иҡтисады. М — 2014. № 8. С 15 — 20.
  • Рәсәйҙең Берләшкән Сауҙа Ойошмаһына инеү шарттарында аграр сектор үҫеше өҫтөнлөктәре / иҡтисад фәндәренең хәҙерге заман проблемалары: коллектив монография. Өфө: БАГСУ. — 2013. С 183—197.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ике мәртәбә)
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992)
  • Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000)[4].
  • Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Галлямов Р. Р. Элита Башкортостана: политическое и конфессиональное измерения. — Уфа, 2006.
  2. Романов Владимир. Миннираис Ишмуратов — парламентарий, ученый, педагог (К 75-летию профессора). ИА Башинформ (26 октябрь 2015). Дата обращения: 19 май 2018.
  3. Ишмуратов Миннираис Минигалиевич 2018 йыл 7 сентябрь архивланған. // Башкирская академия государственной службы и управления при Главе Республики Башкортостан
  4. Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Ишмуратов Миннираис Минигалиевич 2020 йыл 11 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2019)