Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы

Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы (1825—?) — башҡорт кантоны начальнигы була. Уртаҡул йөҙ башы (1855).

Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы
Тыуған көнө

1825({{padleft:1825|4|0}})

Тыуған урыны

Ейәнсура ауылы, Үҫәргән улусы, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

кантон начальнигы

Наградалары һәм премиялары

Андрей таҫмаһында «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы 1825 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт.

1843 йылдан бирле 10‑сы башҡорт кантонында, ә 1853 йылдан — 7-се башҡорт кантонының 2-се бүлегендә хеҙмәт итә[1].

1854 йылдан 10-сы башҡорт кантонының 3-сө бүлеге начальнигы була[2].

18531856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында ҡатнаша. Андрей таҫмаһында «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнә.

1856—1860 йылдарҙа 3‑сө башҡорт кантонының (10-сы башҡорт кантонының 3-сө бүлегенән төҙөлгән, үҙәге — Ейәнсура) начальнигы була.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тагирова Л. Ф. Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — С. 99, 100, 153. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.