Ишембай (тарихи урын)

Ишембай (рус. Ишимбай) — Ағиҙел йылғаһы буйында, 1929 йылда Алексей Александрович Блохин етәкселегендә экспедицияла бырауланған дүрт скважинанан торған, дөрөҫөрәге, 1932 йылғы атаҡлы 702-се скважинанан торған, Киров исемендәге нефть промыслаһының үҙәге булған ауыл. Ишембай Башҡортостандың көньягында, Өфө ҡалаһынан 160 км алыҫлыҡта, Ағиҙел яры яр буйында һәм Тәйруҡ йылғаһы тамағында урынлашҡан.

Ишембай
Ишембай
Дәүләт  Рәсәй
Почта индексы 453203
Карта

Нигеҙ һалыныу ваҡытында ауыл янында нефтселәрҙең өйҙәре һәм землянкалары барлыҡҡа килә, ул тиҙҙән Киров исемендәге эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ул шулай уҡ Ишембай (Киләсәктә Иҫке Ишембай һәм Заливной ҡасабалары) ҡасабаһы. Ауыл исеме ҡасаба атамаһына тапшырыла, ә ул, Ағиҙел йылғаһының уң ярында үҫеп сыҡҡан Ишембай ҡалаһына атама бирә.

Ишембай ҡалаһы составына инә[1]. Хәҙер ауылдың был урынында «Витязь» заводы урынлашҡан.

Беренсе күсеп ултырыусы — Ишембай Аҡбирҙин (17701831). Ике ҡыҙынан тыш, улдары Мөхәмәтйән (17971834), Сәлимйән (1806 йылғы), Исмәғил (1815 йылғы), Уйылдан (1808 йылғы), Әйүп (1813 йылғы), Исхаҡ (1828 йылғы), Мөхәмәтғәле (1828 йылғы) булған.

Ишембай ауылының беренсе теркәлеүе — 1815 йыл. Шул саҡта ауылда 13 кеше менән бер ихата иҫәпләнгән. 1839 йылда ауылдың шул бер ихатаһында 28 кешенең 105 аты, 79 һыйыры, 20 һарығы, 105 кәзәһе, 24 умартаһы булған. Улар 48 бот ужым һәм 288 бот яҙғы иген сәскән. Ғаиләнең һәр бер ағзаһына 12 бот икмәк тура килгән. XIX быуаттың уртаһында Ишембай Аҡбирҙиндың 7 өйләнгән улы 36 кешенән торған бер ихата тәшкил итә.

Ишембай Аҡбирҙин һәм уның балалары урта хәлле крәҫтиәндәр, тирмә һәм кантон идаралығы чиновниктары булған. Бер ихатанан торған ауыл властың бөтә атрибуттарына — ауылдың начальнигына, административ-полиция функциялары менән тирмә десятнигына эйә булған.

X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауылда 50 ир-егет һәм 45 ҡатын-ҡыҙ менән 18 ихата булған. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 59 йорт һәм 298 кеше булған.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (Миңлеғәле Яҡупов) (24 ноябрь 1932 йыл, Ишембай ауылы — 20 февраль 2010 йыл, Өфө) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. «Горы, увенчанные красными флагами», «Вечный огонь», «Сказы пройденной жизни», «Сотник, деревня, город Ишимбай», «Кто тиран-диктатор и кто отщепенец», «Мы — ленинцы» китаптары авторы.

  • Коридалин, Евгений Андреевич. Отраженные волны в сейсмической разведке по опыту работ в Ишимбаево [Текст] / Е. А. Коридалин, С. И. Масарский, А. Е. Островский. Москва ; Ленинград : Акад. наук СССР, 1936
  • Ҡотлогилдина З. Ишембай ауылы һаман бар әле / Зөһрә Ҡотлогилдина // Башҡортостан. — 2006. — 29 июнь.
  • Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? : ч. II. «Город лишился территорий?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 3 (13 ғинуар). — С. 2. — ISSN 2220-8348.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Ишимбай — это город? (ч. II), 2016

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә