Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының Дәүләт архивы

Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының Дәүләт архивы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының муниципаль районы хакимиәтенең архив бүлеге Ишембай ҡалаһында урынлашҡан.

Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының Дәүләт архивы
Нигеҙләү датаһы 1956
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт gasrb.ru/barch3.html
Карта

РСФСР Министрҙар Советының 1955 йылдың 2 сентябрендәге 1171-се һанлы Ҡарарын, РСФСР Эске Эштәр Министрлығының 1955 йылдың 5 ноябрендәге 1101/с һанлы хатын үтәй барып, БАССР Министрҙар Советы 1955 йылдың 30 ноябрендә «БАССР-ҙың ҡала һәм район дәүләт архивтары тураһындағы» 743-сө һанлы Ҡарарын ҡабул итә. 1956 йылдың 1 ғинуарынан Ишембай ҡалаһында дәүләт архивы ойошторола[1].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 14 ғинуарындағы указы менән Ишембай районы булдырылыуға бәйле, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай район Советы башҡарма комитетының 1965 йылдың 16 февралендәге 4-се һанлы Күрһәтмәһе нигеҙендә 1965 йылдың 16 февралендә район дәүләт архивы (райгосархив) ойошторола.

1973 йылдың 23 майында ҡала һәм район архивтары район-ҡала архивына берләштерелә, ләкин 1983 йылдың 16 авгусында Ишембай ҡалаһы дәүләт архивы һәм Ишембай районы дәүләт архивы ҡайтанан ойошторола.

Башҡортостан Республикаһы Президентының 2000 йылдың 18 ғинуарындағы 19-сы һанлы Указы нигеҙендә Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәтенең архив секторы ойошторола, артабан муниципаль реформаға бәйле, 2005 йылдың 27 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең архив бүлегенә үҙгәртелә.

2007 йылдың 1 ғинуарына архивтағы фондтар һаны — 148, делоларҙың дөйөм күләме — 33304 берәмек һаҡлана, 2009 йылдың 1 июненә: 169 фонд яҡынса 43 мең берәмек һаҡлана, уларҙың 108 фонды — идара итеү документтары, 34 фонд — шәхси кешеләрҙеке, 3 — фотодокументтар, 24 фонд бөтөрөлгән хужалыҡтар, предприятиелар, учреждениелар һәм башҡаларҙың личный составы буйынса яҡынса 19 мең берәмек һаҡлана. 2009 йылдың 1 ғинуарына архив бүлеген сығанаҡтар менән тулыландырыусылар — 67 ойошма, учреждение, предприятие һәм хужалыҡтар.

2012 йылдың 1 ғинуарына Ишембай архивындағы 200 фондта 60905 берәмек һаҡлана[2].

Кабинет-музей булдырылған, унда 1950—60 йылдарҙағы кабинет мебеле, өҫтөл кәрәк-яраҡтары, телефон, хәреф баҫыу машинкаһы бар. Архив фотоһүрәттәре, коллекциялар, предприятиелар, ойошмалар альбомдары, юбилей папкалары (буклеттар), урындағы яҙыусылар, шағирҙарҙың автографтары яҙылған китаптары йыйылған.

Шәхси архивтар

үҙгәртергә

Архив фондтарында ишембайҙарҙың 34 шәхси архивы һаҡлана. Улар араһында түбәндәге документтар бар: Советтар Союзы Геройҙары (1951—2004), Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы граждандары. Павел Евгеньевич Живов, Андрей Фёдорович Рябов, Владимир Николаевич Поляков, Юрий Васильевич Уткин, Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы һәм башҡалар.

Етәкселәр

үҙгәртергә

Архив ойошторолғандан алып район һәм ҡала архив хеҙмәте етәкселәре тураһында мәғлүмәттәр:

Ишембай ҡалаһы буйынса
  • 16.03.1956 — 27.07.1981 — Исмәғилева Рәмзиә Сәфәр ҡыҙы
  • 10.01.1981 — 05.10.1992 — Кострюкова Надежда Леонидовна
  • 19.10.1992 — 20.03.1996 — Рәжәпова Рәхилә Барый ҡыҙы
  • 20.03.1996 — 30.10.2004 — Мырҙағәлиева Рима Мөктәсиб ҡыҙы
  • 01.11.2004 — 2013 — Фәхриев Ильяс Вәзих улы
  • 2013 — хәҙерге ваҡытта — Занилова Лада Ивановна
Ишәмбай районы буйынса
  • 1965—1973 — Хәйретдинова Мәҙхия Сәйәх ҡыҙы
  • 1973—1974 — Ишембаева Римма Минеғол ҡыҙы
  • 1974—1983 — Әхмәтйәнова-Ғәлимова Гөлнур Мостафа ҡыҙы
  • 1983—1998 — Таһирова Октябрина Мөхәмәтғариф ҡыҙы
  • 1998—2000 — Ҡотлоюлова Венера Шәрифулла ҡыҙы

Сығанаҡтар базаһы

үҙгәртергә

Архив түбәндәге китаптар өсөн сығанаҡтар базаһы була:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История муниципального архива. Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 3 октябрь 2014. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  2. Архивный отдел. Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 3 октябрь 2014. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә