Ишбаев Сәйәх Сәйфулла улы
Ишбаев Сәйәх Сәйфулла улы (1912 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны ҡылыссыһы, рядовой, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].
Ишбаев Сәйәх Сәйфулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Ишдәүләт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИшбаев Сәйәх Сәйфулла улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[2]. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә хәбәрһеҙ юғала[1], әммә артабанғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 1943 йылдың 15 апрелендә Белорет ҡала хәрби комиссариаты тарафынан ҡабат фронтҡа алына[1]. 1985 йылдың 6 апрелендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 1997 йылдың 20 февралендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. ИШБАЕВ Саях Сайфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Память народа. Ишбаев Саях Сайфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)