Исмәғилев Тимур Александрович

Рәсәй композиторы, пианист

Исмәғилев Тимур Александрович (27 февраль 1982 йыл) — Рәсәйҙең хәҙерге заман композиторы, пианист, аранжировкалар яһаусы.

Исмәғилев Тимур Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 февраль 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тимур Александрович Исмәғилев 1982 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Бала сағында өйҙә булған бөтә музыка ҡоралдарын да: фортепиано, баян, тальян, Һарытау гармунын үҙләштерә. 11 йәшенән музыка яҙа башлай, 1995—2000 йылдарҙа Рөстәм Сабитов етәкселегендә композиция менән шөғөлләнә. Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус урта музыка мәктәп-лицейын фортепиано класы буйынса профессор Л. И. Алексеевала тамамлай. 2005 йылда Мәскәү консерваторияһының композиция класын профессор А. В. Чайковский етәкселегендә тамамлай, 2008 йылда — аспирантурала уҡып бөтә (етәксеһе — А. В. Чайковский, ғилми етәксеһе — профессор, сәнғәт фәндәре доктор С. И. Савенко). Аспирантлыҡ фәнни эшенең темаһы — «DSCH. Монограмма тураһындағы монография эскизы» («DSCH. Эскиз монографии о монограмме»).

2004—2006 йылдарҙа В. В. Шахиджанян сайтында «Йәш композитор көндәлеген» алып бара; уның «клавиатурала СОЛО» компьютер программаһына музыка ижад итә (фортепиано өсөн 100 пьеса) һәм студияла яҙҙыра. 2004 йылдың декабренән — Светлана Безроднаяның Рәсәй дәүләт академия камера «Вивальди-оркестрының» аранжировщигы. 2006 йылда Святослав Рихтерҙың мемориал сайтын төҙөй.

Заманса академик һәм импровизацион музыка концерттарын ойоштороусыларының береһе. Дмитрий Бавильскийҙың «Талап ителгәнгә ҡәҙәр. Хәҙерге заман композиторҙары менән әңгәмә» китабына индерелгән әңгәмәселәрҙең береһе.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Оркестр өсөн әҫәрҙәр

Камера оркестры өсөн Көй һәм скерцо, ор. 5 (1997, 2002). О. А. Даукаеваға арнала.

Виолончель һәм оркестр өсөн Концерт, ор. 17 (2004-05)

Ҡыллы оркестр өсөн Элегия, ор. 40 (2011, 2017). Михаил Туриковҡа арнала.

Вокал әҫәрҙәре

Сопрано һәм фортепиано өсөн Япон шағирҙарының дүрт шиғыры, ор. 7 (1998). Р. Н. Сабитовҡа арнала.

Мостай Кәримдән, ирҙәр тауышы һәм фортепиано өсөн диптих, ор. 9 (1999). Павел Волонихинға арнала.

«Бер картина тарихы», Аркадий Аверченконың ошо уҡ исемдәге хикәйәһе буйынса ир-ат тауышы өсөн, виолончель, рояль, препарировланған рояль һәм магнитофон өсөн моносвистакль, ор. 11 (2001)

«121», Дмитрий Пригов тексына ирҙәр тауышы һәм фортепиано өсөн вокал циклы, ор. 15 (2003)

Хафиздан, сопрано һәм фортепиано өсөн вокал циклы, ор. 26 (2011). Екатерина Юдинаға арнала.

Өс эпиграмма ир-аттың түбән тауышы һәм фортепиано өсөн, ор. 41 (1999, 2017)

Камера-инструменталь әҫәрҙәре

Ҡыллы квартет өсөн Триптих, ор. 4 (1996)

Альфред Шниткеға эпитафия. Ҡыллы квартет, фортепиано һәм челеста өсөн, ор. 6 (1998, икенсе редакция — 2014)

Скрипка һәм орган өсөн Хәсрәтле музыка, ор. 8 (1999). «Минең олатайым, Абдрафик Закир улы Исмәғилев иҫтәлегенә».

Ҡыллы квартет, ор. 14 (2002-03, икенсе редакция — 2006)

Фортепиано һәм скрипка өсөн Фантазия, ор. 16 (2003-04)

EDES…: флейта, кларнет, скрипка, виолончель һәм препарированланған рояль өсөн, ор. 20 (2007)

Оҙон көй: аккордеон (йәки баян), флейта, кларнет, торба, скрипка, альт, виолончель һәм контрабас өсөн, ор. 21 (2008)

Ике ҡаралама һәм йыр: виолончель солоһы өсөн, ор. 22 (2010). Золтан Алмашиға бағышлана.

Новелла: альт солоһы өсөн, ор. 23 (2010).

Киске музыка: флейта, скрипка, альт һәм виолончель өсөн, ор. 24 (2010)

Диалог: соло скрипка өсөн, ор. 27 (2011). Михаил Туриковҡа арнала.

Ауыл көйе: баян йәки аккордеон өсөн, ор. 30 (2013). «Минең өләсәйем иҫтәлегенә».

Трио: скрипка, виолончель һәм фортепиано өсөн, ор. 31 (2013)

Баҫҡыс: контрабас солоһы өсөн, ор. 35 (2014)

Соната: скрипка һәм фортепиано өсөн, ор. 36 (2015)

Алты ҡулға өс пьеса: фортепиано өсөн, ор. 37: «Марш», «Ноктюрн», «Токката» (2010-16). «Әсәйемә».

Күгәрсен тарихы: флейта солоһы өсөн, ор. 39 (2016). Ян Крулға бағышлана.

Фортепиано өсөн әҫәрҙәр

Халыҡ рухындағы сюита, op. 1: «Азамат» (башҡорт халыҡ йырҙын эшкәртеү, ирекле), «Бейеү», «Бишек йыры», «Марш» (1995-96). Р. Н. Сабитовҡа арнала.

Халыҡ темаһына вариациялар, op. 2 (1995-96). Л. И. Алексееваға арнала.

Полифоник эскиздар, op. 3 (1996)

Партита-приношение, ор. 10, ете өлөштән: Инеш, Соната, Интермеццо, Sinfonia, Ludus mortis, VI, Пассакалия (2000).

Джон Кейджҡа бағышлауҙар, ор. 12 (2001)

Паганини темаһына вариациялар, ор. 13 (2002, икенсе редакция — 2003). А. В. Чайковскийға бағышлана.

24 инеш, ор. 18 (2005-10). Михаил Туриковҡа арнала.

Блюз тонындағы дәфтәр, ор. 19 (2005-06). Сергей Булавинға бағышлана.

«Йәшен» (Рәшит Назаров шиғыры буйынса), ор. 25 (2011). Илдар Харисовҡа арнала.

Багателдар, ор. 28 (2012). Борис Иоффеға арнала.

Рудик өсөн бишек йыры, ор. 29 (2012)

Axis, ор. 32 (2012-13)

Үҙгәртеүҙәр, ор. 33 (2013)

7, ор. 34 (2014)

Яҙғы эскиздар, ор. 38 (2016)

Транскрипциялары

үҙгәртергә

Төрлө составтағы 600-ләп транскрипция, аранжировка һәм оркестровка авторы. Был жанрҙағы мөһим хеҙмәттәре:

  • Ҡыллы, клавишалы һәм һуҡма ҡоралдар өсөн П. И Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһының ҡыҫҡартылған инструменталь версияһы (2005-06)
  • Аккордеон, фортепиано, һуҡма һәм ҡыллы инструменттар өсөн Ч. Чаплин фильмдарына музыкаль сюита (2006)
  • Фортепиано, ҡыллы һәм һуҡма инструменттар өсөн И. Кальмандың «Сильва» опереттаһына сюита (2007)
  • Фортепиано, ҡыллы һәм һуҡма инструменттар өсөн И. Штраустың «Ярғанат» опереттаһына сюита (2007)
  • Торба, аккордеон, фортепиано, һуҡма һәм ҡыллы инструменттар өсөн Н. Ротаның музыкаһынан «Амаркорд» һәм «Крестный отец» фильмдарына сюита (2008-09)
  • Бәләкәй симфоник оркестр өсөн Д. Шостакович музыкаһынан «Гамлет» фильмына сюита (2011)

Мәҡәләләре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә